Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 385 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨСАУИ
Яҡшылыҡ эшләй торған; кешелекле, изге. □ Благородный, человечный. Мөрәүәтле кеше. Мөрәүәтле булыу. ■ [Зөләйха — Йософҡа:] Йөҙөң латиф, әйткән һүҙең мөрәүәтле, ишетһәм дә, рәхәтем ныҡ артыр имде. «Ҡиссаи Йософ».
МӨРӘҮӘТЛЕЛЕК (мөрәүәтлелеге) (Р.: человечность; И.: humaneness; T.: insanlık) и.
Мөрәүәтле булыу сифаты. □ Человечность, благородство. Мөрәүәтлелек күрһәткесе. ■ Ә бына инде уның [Эльвираныц] аҡыллы күҙҙәренә ҡараһаң, унда ни тиклем мөрәүәтлелек, ни тиклем ихтыяр һәм дәрт барлығын күрәһең. Ҡ. Ибәтуллин.
МӨРӘҮӘТҺЕҘ (Р.: жестокий; И.: cruel; T.: mürvetsiz) с.
Выжданын юғалтҡан; оятһыҙ. □ Жестокий, бессовестный, невеликодушный. Мөрәүәтһеҙ кеше. Мөрәүәтһеҙ ҡылыҡ. ■ [Яуымбай:] Бына әй, изгелектән яуызлыҡты, ямандан яҡшыны айыра белмәгән әҙәм аҡтығы район башлығы булып ултырһын әле. Ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған, һуғышта меңәрләп әҙәм балалары ҡырылған мәлдә ҡайһылайыраҡ ҡылана бит, мөрәүәтһеҙ. Н. Мусин. Үпкәм шул мөрәүәтһеҙ атабыҙға: анабыҙ ғәжәп хәл көтә беҙгә. Беҙ, бисара, доғасы инек барсабыҙға: үҙегеҙгә, ата-баба, жәддәгеҙгә. М. Аҡмулла. Шаҡмандың асыуы ҡуҙғала башланы шул саҡ, күңеленә ҡапыл шундай уй килде: «Әгәр мин үлеп китһәм, Тамъян илендә лә шулай мөрәүәтһеҙ һөйләшерҙәр инеме икән?» К. Мәргән.
МӨРӘҮӘТҺЕҘЛЕК (мөрәүәтһеҙлеге) (Р: жестокость; И.: cruelty; T.: mürvetsiz-lik) и.
Мөрәүәтһеҙ булыу сифаты. □ Жестокость. Мөрәүәтһеҙлек белдереү. Мөрәүәтһеҙлек билдәһе. ■ [Байназаров] кешегә иларлыҡ ҡайғы килгән саҡта мөхәббәт тураһында роман уҡып ятыуҙы мөрәүәтһеҙлеккә һананы. М. Кәрим.
МӨС (Р: сила; И.: force; T.: kuvvet) и. иҫк.
Йән эйәләренең физик эш йәки хәрәкәт башҡара алыу мөмкинлеге, һәләте; ҡеүәт. □ Сила, мощь. Мөс йыйыу. Мөс китеү. Мөс туплау.
МӨСАБӘКӘТ [ғәр. (Р: соревнование; И.: (sporting) competition; T.: müsabaka) и. иҫк.
Эштә йәки уйында алға сығырға тырышып уҙышыу; алыш. □ Соревнование, состязание, борьба. Мөсабәкәт үткәреү. Мөсабәкәттә еңеү яулау.
МӨСАБӘКӘТ ҠЫЛЫУ (мөсабәкәт ҡыл-) (Р: соревноваться; И.: competey; Т.: müsabakaya girmek) ҡ. иҫк.
Ярышыу, алышыу; һүҙ көрәштереү.
□ Соревноваться, состязаться, бороться. И Мөхәммәтсәлим әфәнде, үҙ сәнғәтендәге бер кеше берлә осрашыуы сәбәпле булһа кәрәк, күңеле асылып мөсабәкәт ҡылырға кереште. Р. Фәхретдинов.
МӨСАҒӘДӘ [ғәр. (Р: возмож-
ность; И.: possibility; T.: müsaade) и. иҫк.
Матди йәки рухи йәһәттән күтәреү рәүешендә күргән сара, ярҙам; мөмкинлек.
□ Возможность, помощь. Мөсағәдә булдырыу. Мөсағәдә күрһәтеү.
МӨСАҒӘДӘ ҠЫЛЫУ (мөсағәдә ҡыл-) (Р: дать возможность делать что-л.; И.: permit doing smth; T.: müsaade etmek) ҡ. иҫк.
Нимәлер эшләргә мөмкинлек биреү.
□ Дать возможность делать что-л. ■ Ауылға китергә тормош мөсағәдә ҡылмай торҙо. М. Ғафури. Хәҙерге әхүәл мөсағәдә ҡылмағанлыҡтан, газетабыҙ был көндән иғтибарән мөүәҡҡәт туҡталып торасаҡ. Т. Йәнәби.
МӨСАМӘРӘ [ғәр. (Р: приятное общение; И.: nice talk; T.: müsamere) и. иҫк.
Күңелгә хуш килгән аралашыу, әңгәмә.
□ Приятное общение, беседа. Мөсамәрәлә ҡатнашыу.
МӨСАМӘРӘ ҠЫЛЫУ (мөсамәрә ҡыл-) (Р: весело общаться; И.: communicate, merrily; T.: müsamere etmek) ҡ. иҫк.
Күңелле итеп һөйләшеп ултырыу; әңгәмәләшеү. □ Весело общаться, беседовать. ■ Сәй мәжлесе тамам булыу берлә мосахабәт бүлмәһенә сыҡтыҡ, бында оҙон мөҙҙәттәр мөсамәрә ҡылдыҡ. Р. Фәхретдинов.
МӨСАУИ [ғәр. Л-] (Р: равный; И.: equal; T.: müsavi) с. иҫк.
13- 1.0062.14
385