Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 386 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨСБИТ
Бер-береһенә ныҡ яҡын, бер дәрәжәлә; үҙ-ара тиң, бәрәбәр. □ Равный, одинаковый. Мөсауи кеше. Мөсауи булыу. ■ Был ерҙә беҙ барыбыҙ ҙа мөсауи. С. Яҡшығолов.
МӨСБИТ [ғәр. (Р.: утверждающий; И.: asserting; T.: müsbit) с. иҫк.
Дәлил килтереүсе, дәлил менән раҫлаусы; иҫбат итеүсе. □ Утверждающий, подтверждающий. Мөсбит дәлил. Мөсбит ҡылыҡ. Был куренеште кеше мөсбит итеуе мөмкин тугел.
МӨСКИР [ғәр. j^-^] (Р: спиртной напиток; И.: booze; T.: müskir) и. иҫк.
Спиртлы ҡаты эсемлек. □ Спиртной напиток. Мөскир эсеу. Мөскир һауыты. ■ Йө-ҙәр һумын ярым айҙуҡ йоторҙар, ниһайәтһеҙ уны исраф ҡылырҙар, төнө-көнө һәнуз мөскир эсерҙәр. Бәйеттән.
МӨСКӨЛДӘҮ (мөскөлдә-) (Р: лаять; И.: yap, bark; T.: havlamak) ҡ.
1. Ләүк-ләүк өрөү, ләңкелдәү (сәуек эткә ҡарата). □ Лаять, тявкать. Эт мөс-көлдәуе. ■ Ул арала булмай, ни өсөндөр шыңшый биреп эте килеп сыҡты. «Әйҙә, ҡапҡа аҫтынан ғына инәйек тә ҡуяйыҡ», — тигән һымаҡ, хужаһына ҡарап бер-ике мөскөлдәп алды ла, ул тағы һаҡсылар янына йугерҙе. К. Мәргән. • Үгеҙ укергәндә мускә мөскөлдәй. Әйтем.
2. кусм. Ризаһыҙлыҡ белдереп һөйләнеү; әрләү. □ Выговаривать, ругать, бранить кого-что. Мөскөлдәп йөрөу. Мөскөлдәй башлау. ■ Хәйбулла ағайҙың урам буйында мөскөлдәп йөрөуенә асыуы ҡабара башлаған Кусәрбай уны туҡтатып: «Сәйнәнәһеңме, Хәйбулла ағай?» — тине. К. Мәргән.
МӨСЛИМ I [ғәр. (Р: мусульманин; И.: Moslem; T.: müslim) и. дини.
Ислам динен тотҡан ир-егет; мосолман. □ Мусульманин. Йома намаҙына мөслимдәр мәсеткә йыйыла. ■ [Сәйфелмөлөк — Сырымға:] Аңламайҙар бынау афәтле заманда Аллаға инаныу фарызлығын. Беләм, бөтөнләйгә мөслим тугелһең. Ә. Хәкимов.
МӨСЛИМ II (Р: название родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ, ҡошсо, табын ҡәбиләләренә ҡараған башҡорт аймаҡтары исеме. □ Название родовых подразделений башкир племён кыпчак, кошсо, табын.
МӨСЛИМӘ [ғәр. (Р/ мусульманка; И.: Moslem woman; T.: müslime) и. дини.
Ислам динен тотҡан ҡатын-ҡыҙ; мосолман. □ Мусульманка. ■ «Һаумы, батыр мөслимә»,— тип һуҙ ҡушты [Әулиә]. «Алдар менән Зөһрә».
МӨСЛӨ (Р: сильный; И.: sturdy, burly, strong; T.: güçlü) с. диал. ҡар. көслө 1,1.
Кәүҙәһе, ҡул-аяҡтары ҙур физик көскә эйә; ҡеүәтле. □ Сильный, мощный. Мөслө кеше. Мөслө ат.
МӨСТӘБҒӘД [ғәр. лхАм>д] (Р: отдалённый; И.: remote; T.: müstebad) с. иҫк.
Оҙон ара менән айырылған, алыҫлашты-рылған; алыҫ. □ Отдалённый, далёкий; невероятный, недопустимый. Мөстәбғәд юл. Мөстәбғәд ара. И Нәсихәттән мөстәбғәд ҡабул ҡайҙа, хатаһын тәхсин менән ғумер кискән. М. Аҡмулла.
МӨСТӘБИД [ғәр. (Р: тиран; И.: tyrant; T.: müstebid) и. иҫк.
Ҡаты бәғерле, ғәҙеллекһеҙ, залим; иҙеүсе. □ Тиран, притеснитель, угнетатель. Мөстәбид кеше. Мөстәбидтәр яҡлы. Мөс-тәбидтәргә ҡаршы һуғышыу. ■ Эй, йәштәрем! Ғәййәр булығыҙ, көллө сәид, мөстәбидтәр алдығыҙға ҡорһа ла сәд. С. Яҡшығолов.
МӨСТӘҒМӘЛ [ғәр. J-М (Р: употребляемый; И.: current; T: müstemel) с. иҫк.
Ҡулланылышта йөрөгән, кәрәкле, яраҡлы, файҙаланылыусы, ҡулланылыусы (гел кәрәк булған). □ Употребляемый, используемый. Мөстәғмәл һуҙ. Мөстәғмәл техника.
МӘСТӘК (мөстәғы) (Р: худая лошадь; И.: jade; T: lagar beygir) и. һөйл.
Арыҡ, насар ат. □ Худая лошадь, кляча. Мәстәкте ашатыу. Мөстәҡ егеу. Я Кафыр тунын кейербеҙ, арбаға мөстәҡ егербеҙ. М. Буранғолов.
МӨСТӘҠИЛ I [ғәр. (Р: независимый; И.: independent; T: müstakil) с.
1. Бер кемгә лә буйһонмаған, үҙ аллы; ирекле. □ Независимый, суверенный. Мөс
386