Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 390 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨТАЛӘҒӘ
бик мөтабиҡ ине. Экспедиция материалдарынан.
МӨТАЛӘҒӘ [ғәр. (Р.: познание; И.: knowledge; T.: mütalaa) и. иҫк.
Кемдеңдер нимәнелер өйрәнеүе, уҡып белеүе; белем. □ Познание, учение. Мөталәғә итеу. Айгөл ғәрәп телен мөталәғә итә.
МӨТАНАСИП [ғәр. ı.U»*] (Р: одинаковый; И.: equal; T.: mütenasip) с. иҫк.
Бер самалы, үҙ-ара тиң. □ Одинаковый, равные между собой. Мөтанасип балалар. Мөтанасип көрәшселәр. ■ Ваҡ бурыс йәмғиәттәренән файҙа куреуҙең самаһы халыҡтың аңы менән мөтанасиптыр. М. Ғафури.
МӨТИН (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Йәнәй ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени еней.
МӨТЛИ (Р: совсем; И.: totally; Т.: tamamen) р. диал. ҡар. бөтөнләй.
Тулы көйө, бөтөнләйе менән; тотош. □ Совсем; совершенно. Мотли биреу. Мөт-ли файҙаланыу.
МӨТӨР (Р: корноухий; И.: crop-eared; T: kulağı kesilmiş) с. диал.
Китек ҡолаҡлы; ҡолағы китек. □ Корноухий. Мөтөр ҡолаҡ.
МӨТӨРЛӘНЕҮ (мөтөрлән-) (Р: стать корноухим; И.: become crop-eared; T: kulağı kesilmiş olmak) ҡ. диал.
1. Мөтөргә әйләнеү, мөтөр булыу (ҡолаҡҡа ҡарата). □ Стать корноухим. Мөтөрләнеп ҡалыу.
2. диал. ҡар. мөнтәлеү. ■ һыу буйы туғайҙарында һеҙ унда-бында мөтөрләнеп ҡалған тупаҡ өйәнкеләрҙе, ҡарамаларҙы курәһегеҙ. Тол ҡатындарҙың яҙмышын хәтерләтә улар. X. Назаров.
МӨТӨРӨЙ (Р: слезящиеся (глаза)-, И.: watery eyes; T: yaşlı (göz) с. диал.
Йәшләнеп торған (куҙҙәр). □ Слезящиеся (глаза). Мөтөрөй куҙҙәр. ■ Мөтөрөй куҙҙәремде кутәреп ҡарарға бер ҙә ҡыйыу
лығым етмәне. Экспедиция материалдарынан.
МӨТРӨЙ с. диал. ҡар. мөтөр. Мөтрөй ҡолон. Мөтрөй ҡолаҡ.
МӨТРӘҮ (мөтрә-) ҡ. диал. ҡар. мөнтәү. Ағас баштарын мөтрәу.
МӨТТАЛИҒ [ғәр. (Р: осведомлённый; И.: knowledgeable; T: muttali) с. иҫк.
Берәй эш йәки ваҡиға тураһында мәғлүмәтле; хәбәрҙар. □ Осведомлённый. Мөтталиғ кешеләр. Мөтталиғ булыу. ■ Бер кем дә минең эске серҙәремә мөтталиғ тугел. М. Ғафури.
МӨТТӨ р. диал. ҡар. бөтөнләй. Мөттө белмәй. Мөттө биреу. Мөттө файҙаланыу. Мөттө буш һуҙҙәр һөйләу.
МӨТӘҒӘДДИД [ғәр. (Р: разный; И.: various; T: müteaddid) с. иҫк.
Бер нисә төрҙә булған, күп төрҙәге; төрлө. □ Разный. Мөтәғәддид китаптар. Мөтәғәддид әйберҙәр. Мөтәғәддид ашамлыҡтар. ■ Мөтәғәддид нөсхәләрҙе бергә килтереп ҡараным. М. Ғафури.
МӨТӘҒӘЛЛИМ [ғәр. (Р: обучающийся; И.: student; learner; T: mütealim) и. иҫк.
Кемдәндер белем алып, өйрәнеп, уның эшен дауам иткән кеше, уҡыусы; мәҙрәсә уҡыусыһы, шәкерт. □ Обучающийся, ученик; шакирд. Мөтәғәллим тормошо. Мөтә-ғәллим булыу.
МӨТӘҒӘССИБ [ғәр. (Р: увлечённый; И.: carried away(with); T.: mutaassıb) с. иҫк.
Нимәгәлер бөтә күңелен биргән; мауы-ғыусан. □ Увлечённый, фанатичный; отдающий всю свою душу чему. Мөтәғәссиб тәрбиәсе. И Хәй бушлыҡтан сығыу менән ул ошо көндәрҙәге уҙгәрештәрҙе ярамаған итеп, дингә ҡаршы итеп курһәтеу эшендә бер мөтәғәссибруханиҙан ҡалышмай торған булды. М. Ғафури.
МӨТӘРЖИМ [ғәр. (Р: переводчик; И.: interpreter; T.: mütercim) и. иҫк.
Тәржемә итеүсе; тәржемәсе, тылмас. □ Переводчик. Төрөк теленән мөтәржим. Мөтәржимдәр эшмәкәрлеге. Мөтәржим булып эшләу.
390