Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 391 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨҮӘХХИТ
МӨТӘРӘҠҠИ [ғәр. (Р.: прогрессивный; И.: progressive; T.: müterakki) с. иҫк.
Алға барған, ҡаҙаныштарға ирешкән; алдынғы. □ Прогрессивный, передовой. Мөтәрәҡҡи уҫеш.
МӨТӘҮКӘ I [рус. мутовка] (Р.: ручной жёрнов; И.: manual millstone; T.: değirmen taşı) и. диал.
Горизонталь ҡуласалы бәләкәй генә һыу тирмәне. □ Ручной жёрнов. Мөтәукә хужаһы. Мөтәукә төҙөу.
МӨТӘҮКӘ II [рус. мутовка] (Р: маленький; И.: small; T.: küçük) с. диал. кусм.
Буйы, кәүҙәһе ҙур булмаған, бәләкәй генә, бик бәләкәй. □ Маленький, хрупкий. Мөтәукә бала. Мөтәукә генә бәрәс.
МӨТӘҮКӘ III (Р: бука; И.: bogyman; Т.: umacı) и. иҫк. миф.
Башҡорт мифологияһында балаларҙы ҡурҡыта торған яман зат; бапаҡ. □ Бука (существо, которым пугают детей). Мо-тәукә менән ҡурҡытыу. ■ Ҡыҙыл буйында Мөтәукә килә тип ҡурҡыталар балаларҙы. Башҡорт мифологияһынан.
МӨТӘҮӘЛЛИ [ғәр. J>] (Р: попечитель; И.: Moslem warden; T.: mütevelli) и. иҫк.
Мәсеттең, мәҙрәсәнең хужалығын алып барыу өсөн һайлап ҡуйылған кеше. □ Попечитель (ведающий делами мечети, медресе и т. д.). Ауыл мөтәуәллийе. ■ Мэхмутте мәсет тирәһендә мөтәуәлли булып йөрөусе ағаһы, берҙән-бер туған заты, ихлас ҡаршыланы, ихлас ҡабул итте. М. Кәрим.
МӨТӘФӘННИН [ғәр. (Р: учёный; И.: erudite; scientist; T.: mütefennin) и. иҫк.
Күп фән белгән ғалим. □ Учёный; эрудит. Мөтәфәннин асышы. ■ Дим буйындағы Шишмәлә - Шаһингәрәй, Ҡазан юлындағы Арыҫланда Хәлиулла мөтәфәннин ине. М. Өмөтбаев.
МӨТӘХӘССИС [ғәр. и—(Р: специалист; И.: specialist; T.: mütehassıs) и. иҫк.
Махсус белемгә эйә булған кеше; белгес. □ Специалист, мастер в каком-л. деле. Яҡшы мөтәхәссис. Мөтәхәссис булыу. ■ Земство .. мөтәхәссис булған кешеләрҙе генә уҙенә хеҙмәт итергә алалыр. М. Ғафури.
МӨТӘШАҒИР [ғәр. (р.; лжепоэт; И.: false poet; T.: müteşair) и. иҫк.
Ялған шағир. □ Лжепоэт; поэт-самозванец. Мөтәшағир яҙмалары. Мөтәшағир ижады. ■ Хәйер, беҙҙец заманда мөташа-ғирҙарҙыц куплегенә аптырамаһаң да булалыр. Картотека фондынан.
МӨТӘӘҪҪИР [ғәр. jİLa] (Р: воодушевлённый; И.: inspired twitterpated; T.: müteessir) с. иҫк.
Ҡемдецдер йәки нимәнеңдер йоғонтоһонда тойғоға бирелгән; тәьҫирләнгән; әҫәрләнгән. □ Воодушевлённый, находящийся под впечатлением чего-л. Мөтәәҫҫир ҡыҙҙар. Мөтәәҫҫир булыу. ■ Еарифтың китеуенә Фәхрислам да мөтәәҫҫир кеуек куренә ине. М. Ғафури.
МӨҮӘҠҠӘТ [ғәр. (Р: ограниченный по времени; И.: limited in time; open-ended; T.: muvakkat) с. иҫк.
Ваҡытлыса ғына булған, оҙаҡҡа иҫәпләнелмәгән; ваҡыт менән сикләнгән. □ Ограниченный по времени, временный; определённый. Мөуәҡҡәт адрес. Мөуәҡҡәт эш. Мөуәҡҡәт осрашыу. Мөуәҡҡәт йәшәу урыны. ■ Хәҙерге әхуәл мөсағәдә ҡылмағанлыҡтан, газетабыҙ был көндән иғтибаран мөуәҡҡәт туҡталып торасаҡ. Т. Йәнәби.
МӨҮӘҠҠӘТӘН [ғәр. (Р: временно; И.: provisionally; T.: muvakkaten) р. иҫк.
Билдәле бер ваҡыт менән сикләнеп. □ Временно, на время. Мөуәҡҡәтән эшләп тороу.
МӨҮӘРРИХ [ғәр. (Р: историк; И.: historian; T.: müverrih) и. иҫк.
Тарих өйрәнеүсе, тарих белгесе; тарихсы. □ Историк, летописец. Мөуәррих дәрес -тәре. Мөуәррих эҙләнеуҙәре. ■ Ҡайһы бер мөуәррихтәр Азияла ҡалған башҡорттар менән Европаға киткән башҡорттар араһын айырмай. М. Һаҙыев.
МӨҮӘХХИТ [ғәр. (Р: единобож-ник; И.: one who believes in one god only; T.: muvahhit) и. иҫк.
Алланы берәү тип ышанған. □ Едино-божник. Мөуәххит фекере. ■ Инсаниәт тормошонда ниндәй хәлдәр булмаған! Ҡупме фәйләсуф, мөжәддиттәр уларға килмәгән! Йәки пәйғәмбәр, мөуәххиттәр нәсихәт бирмәгән. X. Ғәбитов.
391