мөхит
1. Ҡәтғи, тантаналы һүҙ менән нығытылған вәғәҙә; ҡара-ҡаршы әйтелгән ант.
□ Клятва, обещание. Мөхаләфә әйтеу. Бала саҡ мөхаләфәһе.
2. Ике аралағы килешеү. □ Соглашение, союз, договор. Мөхаләфә төҙөу. Мөхаләфә төҙөуселәр. ■ Шәкерттәр төрлөсә ҡуҙғалып ҡараған була. Ҡуҙғалыуҙарынан артыҡ файҙа, мөхаләфәләренән зарар куренмәй. М. Ғафури.
МӨХАЛӘФӘТЛЕ (Р.: имеющий препятствия; И.: with obstruction; T: muhalefetli) c. иҫк.
1. Ҡамасау килтерерҙәй төрлө тотҡарлыҡлы. □ Имеющий препятствия, с препятствиями. Мөхаләфәтле эш. Мөхаләфәтле тормош юлдары.
2. Тап килмәгән, ярашмаған яҡтары булған. □ Противоречивый. Мөхаләфәтле ҡараштар.
МӨХАТ [ғәр. (Р.: ограждённый; И.: fenced obvallate; T: muhat) с. иҫк.
Ҡойма менән әйләндереп алынған, ҡоймаһы булған, кәртәле; ҡоймалы.
□ Ограждённый, огороженный. Мөхат ихата.
МӨХАТ ИТЕҮ (мөхат ит-) (Р: огораживать; И.: fence off; T: çitle çevirmek) ҡ. иҫк.
Кәртәләү, ҡоймалау. □ Огораживать, загораживать. ■ Бина ителде мөхат. С. Яҡшығолов.
МӨХБИР [ғәр. (Р: вестник; И.: messenger; T: muhbir) и. иҫк.
1. Хәбәр биреүсе, хәбәр килтереүсе, хәбәрләшеүсе. □ Вестник. Мөхбирҙе көтөу. Мөхбир хәбәрҙәре. Мөхбир яңылыҡтары.
2. Ваҡытлы матбуғат йәки радиоға яҙышып торған кеше, хәбәрсе; корреспондент. □ Корреспондент. ■ Зәки Вәлиди төшкө аш ашағандан һуц арыҡ кәуҙәле комиссар биреп сыҡҡан «Оренбург мөхбире» газетаһын ҡараштырҙы. А. Таһиров.
МӨХБИР АҒЗА (Р: член-корреспондент; И.: corresponding member; T: üyeliğini yazışarak sürdüren üye) u.
Һайлап ҡуйылған хәбәрсе, хәбәр килтереүсе, хәбәрләшеүсе. □ Член-корреспондент. Фәндәр Академияһының мөхбир ағ
заһы. ■ Әсәһе яғынан олатаһы һәм ҡарт олатаһы билдәле ғалимдар булып, тәугеһе — Петербург Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, икенсеһе — астроном, математик, «Марстағы ел тиҙлеге тураһында» тигән ғилми хеҙмәт авторы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 9,2010.
МӨХИБ [ғәр. ч^] (Р: возлюбленный; И.: enamoured; T: muhib) с. иҫк.
Ҡемделер яратҡан, һөйгән. □ Возлюбленный. Мөхиб кеше. Мөхиб йәр. ■ Дуҫ дуҫыңа, саҡ ҡошондай һағынғанда, мөхиб куреп, хаттар яҙып тормаҡ кәрәк. М. Өмөтбаев.
МӨХИББЕЛ ВАТАН [ғәр. (Р:
патриот; И.: patriot; T: vatansever) и. иҫк.
Тыуған илен ныҡ яратҡан кеше; илһөйәр.
□ Патриот.
МӨХИББЕЛ НӘФЕС [ғәр. ч^] (Р: эгоист; И.: egoist; T: bencil, egoist) и. иҫк.
Үҙен генә яратҡан кеше. □ Эгоист.
МӨХИБ КҮРЕҮ (мөхиб күр ) (Р: счи тать близким кого-л.\ И.: be on friendly terms with; T: dostça davranmak) ҡ. иҫк.
Яҡын (һөйкөмлө) күреү. □ Считать близким кого-л., относиться дружески к кому-л.
МӨХИТ [ғәр. (Р: окружающая среда; И.: surroundings; T: muhit) и.
1. Тәбиғәт шарты, тирә-йүн; урата.
□ Окружающая среда. Беҙҙе уратып алған мөхит. ■ һинең йәшәгән мөхитең башҡорт донъяһы. Ғ. Хөсәйенов. Үҙебеҙ йәшәгән мөхитте һаҡлау — һәр кемдең изге бурысы. «Аманат», № 9, 2010.
2. Кеше йәшәгән социаль-көнкүреш шарт; урата. □ Окружение, среда. Әҙәби мөхит. Эшселәр мөхите. Хәрбиҙәр мөхите. ■ Был хәл ителештең ғәҙәттәге ике төрө бар: береһе — улем, икенсеһе — яраланып, был ҡот осҡос мәхшәр мөхитенән ҡотолоу. Д. Юлтый. Кунегелгән мөхитенән, ғаиләһенән айырылғас, өмөтөн юғалтҡан байғош ине Нурислам. Ә. Хәкимов. Үҙ заманы, уҙ мөхите өсөн куренекле кеше булған, бик куп китаптарҙы, дәреслектәрҙе ятҡа белгән, тәрән фекерле Шәмсетдин Зәки, әҙер
393