мөхкәм
нәмәне һөйләп йөрөргә кунекмәгәнлектән, уйға ҡалыбыраҡ ултырҙы. Я. Хамматов.
МӨХКӘМ [ғәр. (Р-: крепкий; И.: strong; T.: muhkem) с. иҫк.
1. Көс тәьҫиренә бирешмәгән, ныҡлы, ныҡ. □ Крепкий, прочный; твёрдый, непреклонный. И Ҡәбер тигән мөхкәм һарай, ишеге юҡ, кереп булмай, эсендәге әруахтарҙың хәлдәрен белеп булмай. Бәйеттән.
2. Аныҡ, дөрөҫ. □ Ясный, правильный. Мөхкәм фекер. Донъяға мөхкәм ҡараш. Мөхкәм ҡарар ҡабул итеу. ■ Әхтәм — хаким, ти, бабына мөхкәм, ти, ул, куңел менән, ләкин бер ҡайҙа маҡталмай ул. Ш. Бабич.
МӨХЛИС [ғәр. (Р.: искренний; И.: sincere; T.: muhlis) с. иҫк.
Саф күңелле, эскерһеҙ, тоғро. □ Искренний, верный. Мөхлис кеше. Мөхлис булыу. Мөхлис ярҙам. ■ Ишанды кумә башлағанда, һәр мөрит, һәр наҙан, һәр мөхлис, тәбәррәк зат шәрифтең тупрағын һибеп, шәрифәткә наил булайыҡ, тип уйланылар, ахырыһы: бер заман ҡар бураны өҫтөнә тупраҡ ямғыры яуа башлағайны. Ш. Бабич.
МӨХӨТҺӨНӨҮ (мөхөтһөн-) ҡ. диал. ҡар. мөрхәтһенеү. Ашты мөхөтһөнөу.
МӨХРИБ [ғәр. (Р.: разрушитель; И.: destroyer; T.: muhrip) и. иҫк.
Ҡыйратыусы, һәләк итеүсе, зыян килтереүсе. □ Разрушитель. Мөхриб ҡоротҡостар. И Гөнаһ ҡылған ҡатилдарға форсат юҡтыр, йыртҡыстарға ут һибәбеҙ, беҙ — ғазраилдыр. Уҡ етмәҫлек мөхрибтәргә юҡ ҡотолоу, ҡылыс илә уҙ ҡанына тонсоҡтороу. Бәйеттән.
МӨХСИН [ғәр. (Р: доброжелательный; И.: benevolent; T.: muhsin) с. иҫк.
Изгелекле, яҡшылыҡ эшләүсе, ярҙамсыл. □ Доброжелательный, добрый, отзывчивый./Доброжелатель. Мөхсин кеше.
МӨХСӨЛ [ғәр. с. диал. ҡар. мохтаж I. Кейемгә мөхсөл булыу. Йәшәу урынына мөхсөл булыу.
МӨХСӨЛЛӨК (мөхсөллөгө) и. диал. ҡар. мохтажлыҡ 1. Мөхсөллөктә йәшәу. ■ Беҙҙең ғумер мөхсөллөк менән утте инде. Экспедиция материалдарынан.
МӨХТАРИҒ [ғәр. (Р-: изобретатель; И.: inventor; T.: mucit) и. иҫк.
Уйлап табыусы, уйлап сығарыусы. □ Изобретатель. Мөхтариғ механизатор. Мөхтариғ ғалимдар.
МӨХТӘБӘР [ғәр. (Р: почитаемый; И.: esteemed well-regarded; T.: muteber) с. иҫк.
1. Халыҡҡа танылған; билдәле, хөрмәтле. □ Почитаемый, уважаемый, почтенный. Мөхтәбәр ҡунаҡ. Мөхтәбәр яҙыусы. И [Алдарбай — Абулхайыр ханға:] Илсенең димсе булыуы ла зарур, мөхтәбәр ханым. Әммә мин тик дөрөҫлөктө генә һөйләргә Алла алдында һуҙ биргәнмен. Н. Мусин. Мө-хәммәтсәлим [Өмөтбаев] төрлө мәжлес кургән вә шул ваҡыттағы мөхтәбәр ғаиләлә уҫкән. Р. Фәхретдинов.
2. Күҙгә алырлыҡ, күрмәлекле. □ Видный. Мөхтәбәр урын.
МӨХТӘЛ I [ғәр. (Р: хитрый; И.: cunning; T.: muhtel, kurnaz) с. иҫк.
Хәйлә менән эш итеүсән; аҫтыртын; мут холоҡло; хәйләкәр. □ Хитрый. Мөхтәл ҡатын. Мөхтәл хеҙмәттәш.
МӨХТӘЛ II [ғәр. (Р: хитрость; И.: cunning; T.: kurnazlık) и. иҫк.
Мутлыҡҡа, алдыҡҡа ҡоролған аҫтыртын эш; алдыҡ, мутлыҡ. □ Хитрость, обман. Мөхтәл ҡороу. Мөхтәлгә эләгеу. Мөхтәл булыу. ■ Бер мөхтәлдәргә төштө ниһәң һис бер генә сыҡмай уңайы. Халыҡ йырынан.
МӨХТӘЛИФ [ғәр. (Р: разный; И.: various; T.: muhtelif) с. иҫк.
1. Бер нисә төрҙә булған, күп төрҙәге, һәр төрлө. □ Разный; разнообразный. Мөх-тәлиф тәҡдимдәр. Мөхтәлиф ҡараштар. Мөхтәлиф ашамлыҡтар.
2. Төрлө ҡарашлы; ҡаршылыҡлы, бәхәсле. □ Противоречивый. Мөхтәлиф ҡараштар. Мөхтәлиф фекерҙәр. Мөхтәлиф мәсьәлә.
МӨХТӘРГЕ и. зоол. ҡар. мүктәрге.
Мөхтәрге ояһы.
МӨХТӘРӘМ [ғәр. (Р: уважаемый; И.: respected, worthful; T.: muhterem) с. иҫк.
Хөрмәт ителә торған; хөрмәтле. □ Уважаемый, почитаемый, почтенный. Мөхтәрәм уҡытыусы. ■ Автор, әлбиттә, был мөх
394