Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 395 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨХӘББӘТ УТЫ
тәрәм ханымдың татлы серемен булдерергә баҙнат итмәҫ ине, ләкин ниңә уның йоҡоһо уяулыҡтан файҙаланмаҫҡа? Ә. Хәкимов. Мулла Баһадиршаһ хәҙрәт ише мөхтәрәм әһелдең уҙе, һәр һуҙе ук урнәк вә һиммәт. Ғ. Хөсәйенов.
МӨХТӘСИБ [ғәр. (Р.: мухтасиб; И.: overseer; T.: muhtesib) и. иҫк.
Шәриғәттең дөрөҫ үтәлешен ҡарап тороусы; күҙәтсе. □ Мухтасиб (человек, наблюдающий за исполнением предписываемых шариатом религиозных правил и обрядов). Мөхтәсиб булыу. Белекле мөхтәсиб.
■ 12 декабрҙә Аҡман ауылында комсомол ойошмаһын туҙҙырыусы, халыҡтан отряд йыйып беҙгә ҡаршы сығыусы төбәк мөхтәсибе һибәтулла мулла Аллабирҙин ҡулға алынды. И. Насыри.
МӨХӘБ [ғәр. (Р.: сладостный; И.: sweet; T.: tatlı) с. иҫк.
Күңелгә ләззәт биргән; рәхәт. □ Сладостный, благодатный, приятный, блаженный. Мөхәб тойғо. ■ Йыр йырлауҡайҙары мөхәб икән, йыр ҡәҙерен белеп йырлаһаң. Халыҡ йырынан.
МӨХӘББӘТ [ғәр. (Р: любовь; И.: love; T.: muhabbet) и.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер булған яратыу тойғоһо; һөйөү. □ Любовь, сердечная привязанность./Любовный. Мөхәббәт уты. Мөхәббәт хисе. ■ [Аҫылбай — Васяға:] Минең Римам ҡала. Һин ҡайтҡас, уны минең өсөн ҡосаҡлап уп. Минең Римаға булған һуңғы аталыҡ мөхәббәтен, һуңғы һөйөуемде шулай итеп утә. Н. Ҡәрип. • Матурлыҡ туйҙа кәрәк, мөхәббәт көн дә кәрәк. Әйтем. Мөхәббәттең куҙе һуҡыр. Әйтем.
2. Ике енес кешеләре араһындағы яратыу хисе; ғишыҡ. □ Любовь между людьми противоположного пола. Саф мөхәббәт. Ысын мөхәббәт. Мөхәббәт йылыһы.
■ Уңышһыҙ мөхәббәт менән зарығып ут-кән йәшлекте ҡыҙғанып иҫкә алмаҫлыҡ та тугел шул!.. 3. Биишева. [Оло инәһе — Кесе инәһенә:] Мөхәббәт яҙыҡ тугел. Мөхәббәтһеҙ уйнаш яҙыҡ. .. Мөхәббәт бөтәһен дә аҡлата, ярлыҡата. М. Кәрим. [Нәзмиә — Зәкигә:] һеҙ инде башҡа бер
кемде лә ярата алмаясаҡһығыҙ!.. Беҙгә мөхәббәтһеҙ йәшәу ауыр булыр. Хоҙайым, бөтә ғумереңде мөхәббәтһеҙ нисек уткәр-мәк кәрәк?! Н. Асанбаев.
3. Берәй нәмә менән мауығыу йәки ҡыҙыҡһыныу тойғоһо; нимәгәлер ҡарата булған эске ынтылыш. □ Склонность, пристрастие к чему-н. Сәнғәткә булған мөхәббәт. Театрға булған мөхәббәт.
♦ Мөхәббәт өсмөйөшө өс кеше араһындағы романтик мөнәсәбәт төрө. □ Любовный треугольник. ■ «Ку ҙыйкурпәс менән Маянһылыу» эпосында төп сюжет һыҙығын хасил итеуҙә биш персонаж — егет менән ҡыҙ, уларҙың ата-әсәһе һәм мөхәббәт өсмөйөшө тыуыуына сәбәпсе булған Колтортаҙ ҡатнаша. Ә. Сөләймәнов.
МӨХӘББӘТ ДӨҒАҺЫ (Р: приворот; И.: a love spell; T.: aşk büyüsü) и. миф.
Кемделер үҙенә ҡаратыу, әүрәтеү, башын әйләндереү, арбау өсөн доға. □ Приворот. ■ Мөхәббәт доғаһы яҙып эсерһәң, һөйгәнең һиңә килә. Башҡорт мифологияһынан.
МӨХӘББӘТЛЕ (Р: симпатичный; И.: amiable; cute; T.: sevimli) с.
Күңелгә яҡын; һөйкөмлө. □ Симпатичный, приятный. Мөхәббәтле кеше. ■ Алтынлы, көмөшлө көҙ. Кояш алыҫта булһа ла, — мөхәббәтле, һөйкөмлө куҙҙәрен тултырып, һоҡланып ҡараған яҡын дуҫ кеше кеуек ҡарай. С. Ҡудаш. Имеш, был шишмә [Кәләшкуҙе шишмәһе] һыуы саф, нурланып тора. Уның һыуын эскән кеше мөхәббәтле була. Д. Бүләков. [Азамат:] Бәлки, мөхәббәтле көндәр килер, тик купме ғумер ҡорғаҡһып утеп киткән. Р. Солтангәрәев.
МӨХӘББӘТ УТЫ (Р: пламя любви; И.: flame of affection; T.: aşk ateşi) и. кусм.
Мөхәббәт көсө, мөхәббәт ялҡыны. □ Пламя любви. ■ Бынан аҙаҡ ике ай буйы осрашманы егет менән ҡыҙ [Котлобаев менән Таңһылыу]. Әлбиттә, дөрләп тоҡанған мөхәббәт уты һунмәне, тик ни ҡыуаныс унан? Ә. Хәкимов. Эскерһеҙ, тәуәккәл, саф, намыҫлы, мөхәббәт уты йөрәгенә ҡабыныуҙан ахыр сиккә еткән ҡыҙҙы [Ләйләне] ихлас куңелдән йәлләһә лә, тапҡыр һуҙле,
395