МӨХӘББӘТҺЕҘ
алдашыуҙы йәне һөймәгән Миңлеғәле уҙ ғәҙәтенә хыянат итмәне, төшөнкө тауыш менән бышылданы: «Һин һәйбәт, һылыу... Ләкин...» Я. Хамматов. Сәлимәнең йөрәге, юҡ, йөрәге генә тугел, бөтә тәне мөхәббәт утында янды. 3. Биишева. • Мөхәббәт уты тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр. Әйтем.
МӨХӘББӘТҺЕҘ (Р.: несимпатичный; И.: unsympathetic; T.: sevimsiz) с.
1. Күңелгә ятышһыҙ; һөйкөмһөҙ. □ Несимпатичный, неприятный. Мөхәббәтһеҙ кеше. ■ Мөхәббәтһеҙ кеше — иң бәхетһеҙ; ул ҡот осҡос мыжыҡ, ҡаяулы. X. Назар.
2. һөйл. һәләтһеҙ, йүнһеҙ, эшкинмәгән. □ Негодный. Кит, мөхәббәтһеҙ әҙәм!
МӨХӘЛ [ғәр. (Р.: невозможный; И.: impossible; T.: muhal) с. иҫк.
Эш-хәлдең үтәлеү мөмкинлеге булмаған. □ Невозможный. Мөхәл эш. Мөхәл уте-нес. ■ [Хәҙрәт:] Мулла Мәхмут, һин мөғ-тәзиләләр килтергән дәлилде килтерәһең, Аллаға һис бер мөхәл эш юҡ, — тине. М. Ғафури.
МӨХӘЛӘФӘ [ғәр. (р.: оппозиция; И.: opposition; T.: muhalefet etmek) и. иҫк.
Ниндәйҙер хәлгә, күренешкә, эш-хәлгә ҡаршы булыу хәле, ҡаршылыҡ. □ Оппозиция, противоречие. ■ Шәкерттәр төрлөсә ҡуҙғалып ҡараған була. Ҡуҙғалыуҙарынан артыҡ файҙа, мөхәләфәләренән зарар курен-мәй. М. Ғафури.
МӨХӘЛӘФӘ ИТЕҮ (мөхәләфә ит-) (Р: оппонировать; И.: contradict; T.: muhalefet etmek) ҡ. иҫк.
Ҡаршы сығыу, ҡаршы булыу. □ Оппонировать, противоречить. И Үҙенең нөфузе йөрөгәнерәк мәҙрәсәләрҙә уҙенең теләгән нәмәләрен уҡыттырмаҡсы була, шуға мө-хәләфә иткән кешеләргә ысын мәғәнәһе менән дошман була ине [Хәбибулла Ихсанов]. М. Ғафури.
МӨХӘМӘДЙӘР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название од
ного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Мөхәмәдйәр батыры. Мөхәмәдйәрҙәр шәжәрәһе.
МӨХӘММӘҘИ [ғәр. (Р: мусульманин; И.: Moslem; T.: müslüman) и. иҫк.
Ислам динен тотҡан кеше; мосолман. □ Мусульманин. Мөхәммәҙи инсан. ■ Динен ташламаған мөхәммәҙиҙәргә өҫтәмә яһаҡ һалалар. «Батыршаның хаты».
МӨХӘММӘҘИӘ [ғәр. (Р: Му-
хаммадия; И.: religious book in verse; T.: Muhammediye) и. иҫк.
Шиғыр менән яҙылған боронғо дини китап. □ Мухаммадия (религиозная книга, написанная в стихотворной форме). Мөхәммәҙиә китабы. ■ Шиғырҙарҙы зиләй-лук .., мөхәммәҙиә көйҙәре, яхуд, башҡа еңелерәк көйҙәр менән йырларға мөмкин. М. Фәйзи.
МӨХӘММӘС [ғәр. (Р: пятиугольник; И.: pentagan; T.: muhammes) и. иҫк.
1. мат. Биш мөйөштән торған геометрик фигура; бишмөйөш. □ Пятиугольник. Мөхәммәс төшөрөу.
2. әҙ. Биш юллы шиғыр. □ Пятистрофное стихотворение. Мөхәммәс яҙыу. Мө-хәммәстәр ижад итеусе. ■ Көнсығыш әҙәбиәтендә, атап әйткәндә, ғәрәп илдәре һәм төрки телле халыҡтар поэзияһында, бәйет дастан, ғәзәл, мөхәммәс кеуек жанрҙарҙың барыһын да хеҙмәтләндерә. К. Әхмәтйәнов.
МӨХӘРРИР [ғәр. (Р: редактор; И.: editor; word-processor; T.: redaktör) и.
1. Тексты ҡарап, төҙәтмәләр индергән кеше. □ Редактор. Баш мөхәррир. Биҙәлеш мөхәррире. Техник мөхәррир. ■ Үткән көн мәшаһир мөхәррирҙәренән һанри юғарылағы мәктубте беҙгә курһәтеп, ошо рәуештә һуҙ башланы. М. Ғафури.
2. һөйл. Баҫманы (китапты, газетаны, журналды һ. б.) донъяға сығарған ойошманың етәксеһе, йөкмәткеһен раҫлаусы кеше. □ Редактор. Мөхәррир мәҡәләһе. Мөхәррир булыу. ■ Ҙур мәҙрәсәнең уҡытыусылары, куп һанда тарала торған газеталарҙың мөхәррирҙәре, номер хужалары, китапсылар, тиреселәр — барыһы ла бергәләшеп «мосолман шураһы» төҙөнөләр. А. Таһиров. Ка
396