МӨҺАЖИР
мил Яҡшыгилде улы Яйыкбаев журнал эше өсөн йәне-тәне менән бирелгән мөхәррир ине. «Аманат», № 9, 2005.
МӨХӘРРИРИӘТ [ғәр. (Р.: ред-
коллегия; И.: editorial board; T.: yazı işleri kurulu) u.
Мөхәррирҙәр составы; мөхәррирҙәр ҡоро. □ Редколлегия. Мөхәрририәт йыйылышы.
МӨХӘРРИРЛЕК (мөхәррирлеге) (Р: должность редактора; И.: editor’s office; editorship; T.: muharrirlik) и.
Мөхәррир вазифаһы. □ Должность редактора. Мөхәррирлек урынында булыу. Мөхәррирлеккә кеше эҙләу. ■ 1870 йылда М. Биксурин мөхәррирлегендә башҡорт һәм татар йырҙары йыйынтығы донъя курә. Р. Шәкүр.
МӨХӘРРӘМ [ғәр. (Р: мухаррам; И.: Muharram; T.: Muharrem) и. иҫк.
Ай календарының беренсе айы. □ Мухаррам (название первого месяца мусульманского лунного года). Мөхәррәм айы. ■ Мәҙкур илсе һәйәте Хорезм мәмләкәтенән киләрәк, Болғар шәһәренә килеп кереуҙәре һижрә илә 310 сәнәнец ун икенсе мөхәррәм айы йәкшәмбе көн милади илә 922 сәнә евро-паларса майҙың ун икенсе көнөндә башҡорт сәхрәләренең йәннәт кеби (кеуек) гузәл вә йәп-йәшел бер ваҡытында утеп китмештер. Р. Фәхретдинов.
МӨҺАБӘТ [ғәр. (Р: величественный; И.: majestic; T.: heybetli) с.
1. Тышҡы күренеше менән ҙур һәм күркәм. □ Величественный, величавый. Мөһабәт тауҙар. Мөһабәт йорттар. ■ Тәбиғәтеңдең гузәллеген маҡтар инем, тирә-йунеңдә өҫкә емерелергә торған мөһабәт тау армыттары ла, януар-кейеккә төйәк булырҙай ҡуйы ҡарурмандар ҙа юҡ. Ә. Хәкимов. Гузәл Ағиҙел, «аҡ ҡалпаҡ» кеуек ятҡан кулдәр, «ыласын уйнар яҫы болондар», мөһабәт ағаслыҡтар уның өсөн ниндәйҙер абстракт матурлыҡ сығанағы, һоҡланыу предметы ғына тугел, ә туған халҡы йәшәгән изге төйәк, уның эшмәкәрлек һәм йәшәу сығанағы ла. М. Өмөтбаев. Ырғыҙҙың көнсығыштан көньяҡҡа һуҙылып ятҡан оҙон
буйы мөһабәт Байсура тауының итәгенән сылтырап ҡына сығып башланып китә лә, Баланлы йәйләуенә урап һуғылып, артабан тәгәрәй. Һ. Дәүләтшина.
2. Ҙур, күркәм ҡиәфәтле; олпатлы. □ Солидный, статный, величавый. Мөһабәт кәу-ҙә. ■ Ул арала ишек төбөндә ҙур мыйыҡлы, мөһабәт кеше беҙҙе руссалап ҡаршыланы. Д. Юлтый.
МӨҺАБӘТЛЕ с. ҡар. мөһабәт. Мөһабәтле тауҙар. И Ҡыш көндәрендә уның өҫтөнә, битләуенә өйөлгән ҡарҙарҙың, яҙ башланыу менән иреп һыуға әйләнгәнлектәренән, тау битендә тоталҡа булмау сәбәпле, сабышып-сабышып тубән тәгәрәуҙәре, яҙ, йәй, көҙ буйы яуған ямғыр, боҙлауыҡ, борсаҡтарҙың да шул уҡ юлдар менән тубән ашҡыныуҙа-ры, мөһабәтле тауҙың битләуен етмеш йәшлек әбейҙәр бите кеуек итеп сирыштырып бөтөргән. Ғ. Дәүләтшин.
МӨҺАБӘТЛЕК (мөһабәтлеге) (Р: величие; И.: grandeur; T: azamet) и.
Мөһабәт булыу сифаты. □ Величие, величественность; статность, солидность, величавость (о человеке). Мөһабәтлек яулау. Мөһабәтлек йоғонтоһо. ■ Һәр береһенән [портреттарҙан] — париклы сәстәре, һаҡал-мыйыҡлы етди йөҙҙәре, орденлы, миҙаллы хәрби мундирҙары, уҡалы-суҡлы погондары менән — мөһабәтлек, һауалылыҡ һирпелеп торған һымаҡ. М. Өмөтбаев. Салауат Юлаевтың киң яурынлы фигураһынан ниндәйҙер мөһабәтлек һәм һөйкөмлөлөк һиҙелеп тора ине. С. Галин.
МӨҺАЖИМ [ғәр. (Р: наступающий; И.: attacking; conducting an attack; T: muhacim) и. иҫк.
Нимәнеңдер именлегенә зыян килтереүсе, һөжүм итеүсе. □ Наступающий, нападающий, атакующий, налётчик, агрессор. Мөһажим булыу.
МӨҺАЖИР [ғәр. (Р: пришелец; И.: incomer; T.: muhacir) и. иҫк. ҡар. килмешәк.
Ситтән күсеп килгән кеше. □ Пришелец, эмигрант. Мөһажир халыҡ. Мөһажир яҙмышы. И Башҡорттар яңынан хәл йыйғанға хәтле ситтән мөмкин тиклем куберәк
397