МӨҺАЖӘМӘ
мөһажир кусереу саралары курелә башланы. Ғ. Фәхретдинов.
МӨҺАЖӘМӘ [ғәр. (Р.: обоюдная атака; И.: mutual attack; T.: muhaceme) и. иҫк.
Хәрби көстәрҙең алға хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн дошманға ҡаршы йүнәлтелгән һуғыш, ҡара-ҡаршы һөжүм. □ Атака, нападение, налёт. Мөһажәмә итеу.
МӨҺИМ [ғәр. (Р: имеющий важное значение; И.: momentous; T.: mühim) c.
1. Ҙур әһәмиәткә эйә; әһәмиәтле.
□ Имеющий важное значение, значительный. Мөһим бурыс. Мөһим мәсьәлә. ■ Тубылғы буйына килеп еткәнсе, көн кисләй. Хәҙер иц мөһиме — ваҡыт отоу. Д. Шәрәфетдинов. Иң мөһиме, Басариевҡа кресло бушай — начальник киттеме, ғәҙәттә, урынына баш инженерҙы ҡуялар. Р. Солтангәрәев.
2. Ғорурлыҡ билдәһенә эйә; олпатлы.
□ Величавый. Мөһим ҡиәфәт.
МӨҺИМЛЕК (мөһимлеге) (Р: важность; И.: importance; T.: ehemmiyet) и.
Мөһим булыу сифаты. □ Важность. Мәсьәлә мөһимлеге. Эштең мөһимлеге. ■ Һәр кем беҙҙең алда торған һынауҙарҙың мөһимлеген аңлай. Экспедиция материалдарынан.
МӨҺЛИК [ғәр. (Р: губительный; И.: pernicious; T.: mühlik) с. иҫк.
һәләкәт килтерерлек; һәләкәтле, үлемесле. □ Губительный, катастрофичный. Мөһлик осрашыу. Мөһлик яу. ■ Курмәй-һегеҙме, алда мөһлик баҙҙар, һеҙ ауырға саҡ-саҡ тораһығыҙ! Д. Юлтый.
МӨҺЛӘТ [ғәр. (Р: отсрочка; И.: delay; T.: mühlet) и. иҫк.
Берәй сәбәп менән кисектерелгән билдәле ваҡыт; кисектереүгә бирелгән рөхсәт.
□ Отсрочка. Мөһләт һорау. Мөһләт биреу. ■ Сенат контораһы Мәскәуҙәге ҡорал кибеттәренән бындай ҡылыстар таба алманы вә етештереп биреу өсөн бер ай мөһләт һораны. М. Һаҙыев.
МӨҺӨР [фарс, ли] и. иҫк.
1. ҡар. мисәт. Мөһөр һаҡлаусы. ■ Шәхси ҡағыҙҙарының артҡы битенә КГБ вәкиле «Хәбәрһеҙ юғалды» тигән яҙыуҙы һыҙғылап,
мөһөр һуға. 3. Ураҡсин. [Гера:] Мин етенсе! Ләкин һуңғыһының, бынан алып никах ҡаҡшамаҫлыҡ изге мөһөр менән беркетелә. М. Кәрим.
2. этн. Кейемгә сигеп эшләнгән түңәрәк биҙәк. □ Форма узора вышивки (в виде маленького круга в женских костюмах). Мөһөрләп сигеу.
3. этн. Ҡайыш, сбруйҙы биҙәр өсөн ҡуйылған йомро-йомро көмөш ҡалай. □ Маленькие круглые серебряные пластинки для украшения ремней сбруи. Мөһөр менән биҙәу.
О Ҡара мөһөр (йәки хурлыҡ мөһөрө) ҡар. ҡара I. ■ Донъя куләмендә йөҙҙәренә хәсистәр ҡара мөһөр баҫты уҙҙәре. Б. Вәлит.
МӨҺӨР БАҪЫУ (мөһөр баҫ-) (Р.: ставить печать; И.: seat; T.: mühür basmak) ҡ.
1. Мисәт һалыу. □ Ставить печать.
2. кусм. Кемдеңдер һүҙен, берәй эш-хәлде раҫлау. □ Ставить печать; удостоверить. И Улар [дошман һалдаттары] ғәмһеҙ ҡиәфәттә тәкәбберлек сиктән ашҡан. Ләкин, курәм, йөҙҙәренә әжәл уҙе мөһөр баҫҡан. М. Кәрим.
МӨҺӨРДАР [ғәр. + фарс. (Р.: секретарь; И.: secretary; T.: mühürdar) и. иҫк.
Идараның мөһөр һаҡлап, мөһөр баҫа торған кешеһе. □ Секретарь. Мөһөрдар вазифаһы.
МӨҺӨРЛӨ (Р: удостоверенный печатью; И.: authenticated by a seal; T.: mühürlü) с. иҫк.
1. Мөһөр (1) баҫылған. □ Удостоверенный печатью. Мөһөрлө ҡағыҙ. ■ [Прокопий Прокопьевич Кисель:] Кағыҙҙа бит «атлы артиллерия» тип яҙылған. Ана, бөтәгеҙ ҙә уҡып ҡарағыҙ. Мөһөрө лә бар. Мөһөрлө яҙыуҙа хата китмәҫ. М. Кәрим. Төрмәләрҙең ишеге мөһөрлө, тәҙрәләре уның тимерле. Халыҡ йырынан. [Ахун — Батыршаға:] Хуш, һинеңсә булһын. Висәләне мөһөрлө мәктуб илә һуңыраҡ ебәрербеҙ. Ғ. Хөсәйенов.
2. Мөһөр (2) менән биҙәлгән. □ Разукрашенный вышивкой в виде маленького круга или маленькими круглыми серебря
398