мөшкөллөк
В Ирҙәре йә улдары фронтта башын һалған ғаиләләрҙең хәле айырыуса мөшкөл. Ә. Хәкимов. Ысынлап та, уның хәле мөшкөл дә баһа. 3. Биишева. Ситтән берәйһе килеп кенә ярҙамлашмаһа [шофёрға], эш мөшкөл тигән һуҙ ине. Р. Солтангәрәев. Ат ғумеркәйенец һуңғы мөшкөл аяныс хәле йөрәгемде өтөп утте. Ғ. Хөсәйенов. Якуптың хәле мөшкөлөрәк булһа ла, сая иптәшенә һоҡланмай булдыра алманы ул. М. Кәрим.
МӨШКӨЛЛӨК (мөшкөллөгө) (Р.: труд ность; И.: awkward situation; T.: müşkülat) и.
Башҡарыу еңеп сығыу өсөн ҙур көс, тырышлыҡ талап иткән эш, хәл һ. б.; мөшкөл хәл. □ Трудность, затруднительность. Мөшкөллөккә төшөу. Мөшкөллөктә йәшәу. ■ Ләкин был хәл оҙаҡҡа барманы, егет ҡазаға тарыны. Хәйер, ҡаза тип, ниндәй генә мөшкөллөккә төшмәһен, яҙмыш ҡу шыу ын һыҡтаныуһыҙ ҡабул итте ул. Ә. Хәкимов.
МӨШКӨЛЛӘНЕҮ (мөшкөллән-) (Р: делаться трудным; И.: get difficult; T: müşkülleşmek) ҡ.
Насарға, мөшкөлгә әйләнеү; ауырлашыу, хөртәйеү. □ Делаться трудным, затруднительным; ухудшаться. Эш мөшкөлләнде. ■ Хәле мөшкөлләнеуен Бейеш уҙе лә яҡшы аңлай ине. Я. Хамматов. Мәликәнең ике-өс саҡрым барыр-бармаҫтан хәле мөшкөлләнде. Т. Ғарипова. Ил ғауамының тормош хәле мөшкөлләнеуҙең сигенән утеп китте, әммә баяғы ил етәксеһе уҙенең вәғәҙәһе тураһында — ләм-мим. М. Ямалетдинов. Бер аҙҙан хәлдәр мөшкөлләнә төштө, аҡса етмәй башланы. Картотека фондынан.
МӨШКӨЛЛӘШЕҮ (мөшкөлләш) ҡ. ҡар. мөшкөлләнеү. Хәлдәр мөшкөлләште.
МӨШКӨНСӨЛӨК (мөшкөнсөлөгө) (Р: бедность; И.: poverty; T: yoksulluk) и. диал.
Ауыр тормош, мохтажлыҡ; фәҡирлек. □ Бедность, нищета. Мөшкөнсөлөк баҫыу. Мөшкөнсөлөктә йәшәу. Мөшкөнсөлөк менән көн куреу.
МӨШКӘ (Р: лоток; И.: hawker’s stand; T: değirmen oluğu) и.
1. Тирмән ташына ашлыҡ ҡоя торған киң ауыҙлы төбө тишек йәшник. □ Лоток (мельничный). Тирмән мөшкәһе. ■ [Азамат — Басариевҡа:] Бына ҡул тирмәне, — тине Азамат. — Ошонда услап ашлыҡ һалаһың да өйләндерәһең. Бынау ере инде мөшкә була. Р. Солтангәрәев. Теләһә ҡайҙа йөрөнө-йөрөнө лә, өшөй башлағас, ҡаршылағы тирмән мөшкәһенә инеп ятты [Мифтахетдин]. Я. Хамматов.
2. Аттың башына элеп, һоло ашата торған тоҡсай. □ Мешок, предназначенный для кормления лошади овсом. Мөшкә килтереу.
3. һөйл. Бөртөклө һәм киҫәкле нәмә һала торған үҙе бушатыл мал ы һауыт. □ Бункер. Комбайн мөшкәһе. Елгәргес мөшкәһе.
4. диал. ҡар. морондоҡ. Мөшкә кейҙереу. Мөшкә һалыу.
МӨШКӘЙЕҮ (мөшкәй ) (Р: печалиться; И.: sadden; T: kederlenmek) ҡ. диал.
Күңелһеҙләнеү, рух төшөү. □ Печалиться, падать духом. Ишеткән хәбәрҙән мөш-кәйеу.
МӨШКӘЛӘНДЕРЕҮ (мөшкәләндер-) (Р: выпятить; И.: pucker one’s lips; T: kabartmak) ҡ. диал. ҡар. бүлтәйтеү.
Ослоға әйләндереү, осло итеү; ослайтыу. □ Выпятить. Иренде мөшкәләндереп йөрөу. ■ [Ҡыҙ] аҫҡы иренен мөшкәләндереп өҫкә өрә. Ҡ. Ибәтуллин.
МӨШКӘНДӘҮ (мөшкәндә-) (Р: горбиться; И.: stoop; T.: kamburlaştırmak) ҡ. диал.
Арҡаны, билде яҙмай, бөкрө хәлдә тотоу; бөкрәнләү. □ Горбиться, сутулиться. Мөшкәндәп йөрөу. Ҡарт биле ауыртһа ла, мөшкәндәп йөрөгән була.
МӨШКӘТ I [рус. мускатник] (Р: мускатник; И.: common nutmeg; Т.: hint cevizi) и. бот.
1. Ябыҡ орлоҡлолар ғаиләһенә ҡараған хуш еҫле сәтләүек бирә торған йылы яҡ ағасы. □ Мускатник, мускатное дерево (лат. Myristica). Мөшкәт ағасы. Мөшкәт япрағы.
2. Шул ағастың сәтләүеге. □ Мускатный орех. Мөшкәт сәтләуеге. ■ Йөрәге ярһыны Кирилловтың, куҙҙәрендә сатҡылар
400