Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 401 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мөштөк
ялтланы. Ай, ҡиммәтле ебәк туҡымалар, аҫыл таштар, мөшкәт сәтләуектәре, инйел емештәре, анарҙар, биһиҙар. Ғ. Ибраһимов.
МӨШКӘТ II [рус. мускат < лат. mus-catus] (Р.: мускат; И.: muscadine; T.: mus-kat) и.
1. Йөҙөм емешенең бер төрө. □ Мускат. Ал мөшкәт. Аҡ мөшкәт. Сәйгә мөшкәт һалыу.
2. Шул йөҙөмдән эшләнгән шарап.
□ Мускатное вино. Мөшкәт эсеу.
МӨШКӘТ III (Р: специальная посуда в виде лотка; И.: appliance for gathering resin; T.: bir tür kap) и. этн.
Сайыр ағыҙыу өсөн ҡарағайға элеп ҡуйыла торған һауыт. □ Специальная посуда в виде лотка (подвешивается на сосне, лиственнице для подсочки смолы). Сайырҙы мөшкәткә ағыҙыу. ■ Әнуәр ҡарағайҙың итләс тәненә мыйыҡ тарта, уртанан һыҙыҡ уткәрә лә аҫҡы осона мөшкәт ҡаҙап ҡуя. Алтын кеуек һут мөшкәткә ағып төштө.
3. Ураҡсин.
МӨШКӘТ IV (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡатай ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-катай-цев. Мөшкәттәр араһы. Мөшкәттәр epe. Мөшкәт сәсәне.
МӨШКӘТ V и. диал. ҡар. мөшкә 1. Тирмән мөшкәте.
МӨШКӘТ VI (Р: грыжа; И.: hernia; Т.: fıtık) и. диал.
1. Эс итен тишеп, тире араһына бүлтәйеп эсәк сыға торған ауырыу; бүҫер. □ Грыжа. Мөшкәт ҡалҡыу. Мөшкәт сығыу.
2. миф. Баланың эсенә инеп, ауырттырыусы бүҫер ауырыуы эйәһе. □ Дух грыжи, который, попав в ребёнка, вызывает боли в животе. Мөшкәт ҡыуыу. Мөшкәт имләу. ■ Балаға мөшкәт булһа, уны мейескә тығып алалар ине. Башҡорт мифологияһынан.
МӨШКӘТ БАҪЫУ (Р: магический способ лечения грыжи; И.: magical way to treat
hernia; T.: fıtığı büyü le tedavi etme usulü) и. миф.
Бүҫерҙе мейес ҡапҡасы ярҙамында баҫыу юлы менән дауалау ысулы. □ Магический способ лечения грыжи с помощью заслонки печи. доел. Придавливание грыжи. ■ Баланың эсе ауыртһа, әпсен әйтеп, эсенә мөшкәт баҫаһың. Башҡорт мифологияһынан.
МӨШКӘТ ИМЛӘҮ (Р: заговаривание грыжи; И.: spell against hernia; T.: fıtığı büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Бүҫерҙе доға әйтеп имләү ысулы. □ Заговаривание грыжи. И Мөшкәтте имләгәндә уҙенең ҡара доғаһын әйтәләр. Башҡорт мифологияһынан.
МӨШКӘТ ӨТӨҮ (Р: магический способ лечения грыжи; И.: magical way to treat hernia; T.: fıtığı büyü ile tedavi etme usulü) u. миф.
Бүҫерле кешене мейескә тығып дауалау ысулы. □ Магический способ лечения грыжи.
МӨШКӘТ ӘПСЕНЕ (Р: заговор грыжи; И.: charm against hernia; T.: fıtık tedavisinde kullanılan büyü sözleri) и. миф.
Бүҫерле кешене дауалағанда әйтелә торған һүҙҙәр. □ Заговор грыжи. ■ Буҫерле кешене дауалағанда: «Аҡ дарыны ҡурҙым, кәбәгенән айырҙым, мөшкәт менән буҫерҙе һабағынан айырҙым», - тип һамаҡлап мөшкәт әпсене әйтәләр. Башҡорт мифологияһынан.
МӨШРИК (мөшриге) [ғәр. (Р: язычник; И.: pagan; T.: müşrik) и. иҫк.
Ислам динен тотмаған, күп аллаға ышанған кеше; мәжүси. □ Язычник; иноверец. Мөшрик кеше. Мөшрик ҡылығы. ■ [Хәҙрәт:] Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм дә һуғышҡан. Эйе, мөшриктәр менән һуғышҡан. Ғ. Хәйри.
МӨШТИНКӘ с. диал. ҡар. мөштөм. Мөштинкә бала. Мөштинкә кеше. ■ Бер бәләкәй генә, мөштинкә генә кеше осраны. Ш. Насыров.
МӨШТӨК I (мөштөгө) [рус. < нем. Mundsturk] (Р: мундштук; И.: cigarette holder; T.: ağızlık) и.
401