Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 405 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МУЗЫКА ТЕРАПИЯҺЫ
һыйпауҙары, музыканың нескә һәм матур ҡылдары кеуек, минең эскә утәләр. Д. Юлтый. Урам мобилизацияланыусылар һәм уларҙы оҙатыусы кешеләр менән шығырым тулы. Бағанаға беркетелгән репродукторҙан музыка яңғырай. Я. Хамматов. Шуныһы ҡыуаныслы, спектаклдәрҙә халыҡ ижады элементтары ярылып ята, йырға, бейеугә, музыкаға милли колорит хас. Ф. Нуриев.
2. Шул сәнғәткә ҡараған әҫәр. □ Музыка (произведение музыкального искусства). Заһир Исмәғилев музыкаһы.
МУЗЫКА ҠОРАЛЫ (Р.: музыкальный инструмент; И.: musical instrument; T.: müzik aleti) и.
Көй сығарыу өсөн ҡулланылған ҡорал. □ Музыкальный инструмент. Ҡыллы музыка ҡоралдары. Тынлы музыка ҡоралдары.
■ Сәғидуллин уҙен музыка ҡоралдары донъяһында курҙе. Ниҙәр генә юҡ ине бында! А. Карнай. Төрлө халыҡтарҙың тынлы музыка ҡоралдары араһында ҡурайҙың уҙенә яҡыныраҡ ҡәрҙәш-ырыуҙары бар: һыбыҙғы, свирель, жалейка, һорнай, флейта, кларнет, борғо, зурна һ. б. Ғ. Хөсәйенов.
МУЗЫКАЛЛЕК (музыкаллеге) (Р: музыкальность; И.: musicality; T.: müzik yeteneği) и.
1. Музыкаға һәләтле (зирәк) булыу сифаты. □ Музыкальность (способность к музыке). Балалағы музыкаллек.
2. Көйлөлөк, моңлолоҡ. □ Музыкальность, мелодичность. Әҫәрҙең музыкаллеге.
■ «Кугәрсен йыры», «Сыйырсыҡ» һымаҡ шиғырҙарҙа ла әллә купме аллитерациялар, һығылмалылыҡ, музыкаллек, тас балаларса һуҙ уйнатыуҙар, балҡып торған рифмалар осрай. Р. Шәкүр. Куп кенә осраҡтарҙа тәржемәләрҙә Пушкин шиғырҙарына ғына хас музыкаллек, нескәлектәр сағылыш тапмай ҡала әле. Ғ. Ҡунафин.
МУЗЫКАЛЬ [рус.] (Р: музыкальный; И.: musical; T.: müzik) с.
1. Музыкаға мөнәсәбәтле. □ Музыкальный (относительно музыки). Музыкаль мәктәп. Музыкаль әҫәр. Музыкаль драма. Музыкаль тәрбиә. ■ Роберт музыкаль әҫәр, ҡурай, халҡыбыҙ, тарихыбыҙ тураһында
урынлы, һәр кешенең куңеленә етерлек, мәғәнәле һуҙҙәр өҫтәп ебәрә. «Юшатыр», 13 март 2012.
2. Музыкаль, моңло, ҡолаҡҡа ятышлы. □ Приятный по звуку, мелодичный. Музыкаль тауыш. ■ Музыкаль оҡшаш өндәрҙән ойошҡан бындай ымлыҡ юлдар, беренсенән, бер фекерҙең (йәки строфаның) тамамланыуын белдереу өсөн ҡулланылһа, икенсенән, башҡарыусы сәсән (йәки һөйләусе-импровизатор) өсөн пауза хеҙмәтен утәй. Р. Сөләймәнов.
3. Музыкаға һәләтле. □ Способный к музыке, тонко понимающий музыку. Музыкаль бала.
МУЗЫКАНТ [рус.] (Р: музыкант; И.: musician; T: müzisyen) и.
Музыка ҡоралында уйнаған кеше.
□ Музыкант. Музыкант һәнәре. ■ Музыканттар дәртле бейеу көйөн уйнай башлау менән [Василий Алексеевич] йәш ҡатындың ҡаршыһына барып баҫты. Я. Хамматов. «Ял иткәндә мин музыкант, стройҙа — командир», — тине Төбәйҙуллин, Шербандың уҙ һуҙен ҡабатлап. Я. Хамматов.
МУЗЫКА ТЕОРИЯҺЫ (Р: теория му зыки; И.: theory of music; T.: müzik teorisi) u.
1. Музыка тураһында тәғлимәт. □ Теория музыки. Музыка теорияһынан имтихан.
2. Музыканың теоретик аспекттарын өйрәнеүсе музыкаль дисциплина комплексының (уҡыу һәм ғилми) дөйөм атамаһы.
□ Теория музыки. Музыка теорияһын өйрәнеу. Музыка теорияһы дисциплинаһы. ■ Сибай ҡалаһында тыуып, әле баш ҡалала йәшәусе Гөлшат Тәйетбаева — бар булмышы менән сәнғәт кешеһе. Өфө сәнғәт училищеһының музыка теорияһы булегенең һуңғы курсында уҡый. «Йәшлек», 14 сентябрь 2010.
МУЗЫКА ТЕРАПИЯҺЫ (Р: музыкаль ная терапия; И.: musical therapy; T.: müzik terapi) и.
Музыка ярҙамында дауалау ысулы.
□ Музыкальная терапия. ■ Музыка терапияһы ваҡытында ирекле рәуештә тәндең өлөшләтә йә тулыһынса йомшарыуы һө
405