Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 406 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МУЙНАҠ
ҙөмтәһендә балаларҙы рәхәт тыныслыҡ торошо сорнап ала. Интернет селтәренән.
МУЙНАҠ (муйнағы) (Р.: белошейка; И.: white necked; T.: boynu beyaz) и.
1. Муйынында аҡ төҫ булған, аҡ муйынлы эт. □ Белошейка. Муйнаҡ иркәләнә.
2. кусм. Кешене мыҫҡыллағанда әйтелә. □ Пёс. Муйнаҡҡа әйләнеу. • Өс көн ҡунаҡ, өс көндән һуң - муйнаҡ. Әйтем.
МУЙТ (Р: ставка; И.: kitty; T.: miza) и. һөйл.
1. Отошло уйында һалына торған аҡса йәки нәмә. □ Ставка в азартной игре. Муйт һалыу.
2. Отошло уйындың бер бүлеме. □ Период в азартной игре. Бер муйт уйнау.
МУЙЫЛ (Р: черёмуха; И.: bird cherry; T.: idris) и. бот.
1. Гөлйемеш сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, аҡ сәскәле, ваҡ ҡына ҡара емешле ағас. □ Черёмуха./Черёмуховый (лат. Prunus padus). Муйыл ағасы. Муйыл сәскәһе. Муйылға урмәләу. ■ Байгилде ҡоймаға һырылып уҫкән муйыл ҡыуаҡлығы тәңгәленә етте лә ағас араһына боҫто. Д. Бүләков. Ағиҙелкәйҙәрҙең яр буйында һандуғастар һайрай муйылда. Халыҡ йырынан. Рәйес салғыһын бик тәпсирләп тапаны, кәйләне, баҡса артындағы ҡыуаҡлыҡтан йәш кенә муйыл ағасы киҫеп алып салғыһына бөгәзе бәйләне. Ф. Иҫәнғолов. Тыуғанмын мин, сәскә атҡас муйыл, сейә асҡас алһыу бөрөһөн, кук кугәрсен куҙе һипкәс нурын, ер йәшелгә бөткәс төрөнөп. Р. Хисаметдинова.
2. Шул ағастың емеше. □ Черёмуха (плоды). / Черёмуховый. Кипкән муйыл. Муйыл бәлеше. Муйыл йыйыу. Муйыл уңыу. ■ Танауға кипкән ҡурай еләге япрағы, утә ныҡ бешеп балланған муйыл, ҡыҙарып-буҙарып ултырған миләш еҫе килеп бәрелә. Н. Мусин. Бына тиҙҙән ҡуянтубыҡ сығыр, йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, көпшә шытыр, унан муйыл, ҡарағат, ҡымыҙлыҡ етешер, улар бөтөугә бөрлөгән, балан өлгөрөр. 3. Биишева.
3. миф. Башҡорт мифологияһында байлыҡ, муллыҡ, уңыш символы. □ Черёмуха (символ изобилия, плодовитости). Муйыл
ырымы. ■ Муйыл куп булһа, ашлыҡ уңыр. һынамыш.
МУЙЫЛ БАРҠЫЛДАҒЫ (Р: дрозд;
И.: thrush; T.: karatavuk) и. зоол.
Турғайҙар ғаиләһенә ҡараған, сыбар буҙ төҫтәге урман ҡошо; барҡылдаҡ. □ Дрозд (лат. Turdus merula). Муйыл барҡылдағы ояһы.
МУЙЫЛЛЫ (Р: черёмуховый; И.: bird cherry; T: idrisli) с.
1. Муйыл күп үҫкән, муйыл ағасы күп булған. □ Черёмуховый. Муйыллы урын. Муйыллы әрәмәлек. ■ Малдан башҡа ла ашанты куп шул уларға [айыуҙарға] был яҡта: ҡурай еләге, муйыллы әрәмәлектәр, миләш, балан, айыу көпшәһе, әлморон урман тулы. Н. Мусин.
2. Муйыл (2) ҡушылған, муйыл ҡушып әҙерләнгән. □ Черёмуховый. Муйыллы май. Муйыллы бөйөрөк. ■ Факиһа, оло һикегә ашъяулыҡ йәйеп, сәй ултыртты, сәй янына майлы ҡоймаҡ, бал, муйыллы май ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев. Ана бит хатта сейәле, еләкле, муйыллы майҙары бар әле уның [Фәузиәнең]. Т. Гарипова.
МУЙЫЛЛЫҠ (муйыллығы) (Р: черёмушник; И.: bird cherry growth; T: idris ağaçları yetişen yer) u.
Муйыл күп үҫкән, муйыл ағасы күп булған урын. □ Черёмушник. Муйыллыҡҡа барыу. Муйыллыҡта муйыл тиреу. ■ Ҡана буйҡайҙары муйыллыҡ, ҡарап ҡына тугел туйырлыҡ. Халыҡ йырынан. Аҡ сәпсек әллә уның [Мәусиләнең] ниәтен һиҙеп алдымы, әллә башҡа сәбәптәнме, ҡуйы өйкөм муйыллыҡ тәңгәлендә ҡапыл пырылдап осоп китте. Д. Бүләков.
МУЙЫЛМАЙ (Р: молотая черёмуха, смешанная со сливочным маслом; И.: sort of national butter; T: tereyağ ile idris unundan hazırlanan yemek türü) и. кул. диал.
Майҙа баҫылған муйыл оно. □ Молотая черёмуха, смешанная со сливочным маслом. Муйылмай әҙерләу. Өҫтәлгә муйылмай ҡуйыу.
МУЙЫН I (Р: шея; И.: neck; T.: boyun) и.
406