Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 407 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МУЙЫНДАМА
1. Башты кәүҙәгә тоташтырған тән өлөшө. □ Шея. / Шейный. ■ Мәхмут .. өҫтөнә төлкө толоп, башына ҡаракул һымаҡ бурек, муйынына ҙур аҡ шарф урап, яҡшы ғына ҡунаҡ санаһында килеп төштө. М. Ғафури. Арынбаҫаров ҡатынының инде аҡ бөртөктәре куренгән йомшаҡ ҡуңыр сәстәренән һыйпаны, айырым бөҙрәләрҙең аҡ ҡына нәфис муйынына тейер-теймәҫ дерелдәп-бейеп тороуына һоҡланып ҡарап торҙо. Д. Бүләков. Моғайын, .. сабанлығы арҡаһында һыртынан сыбыртҡы китмәгән ат наҙлап муйынын һыйпауҙан ошолай ҡойолоп төшәлер. М. Ямалетдинов. • Ир — баш, ҡатын — муйын. Әйтем.
2. кусм. Һауыт-Һабаның ауыҙы менән ҡорһағы араһындағы нәҙек өлөшө. □ Гөрлө, горлышко (бутылки, кувшина и т. п). Ҡомған муйыны.
3. миф. Тәндең мифлаштырылған өлөшө. □ Шея (мифологизированная часть тела). ■ Муйын ауыртһа, ата ҡаҙ янына барып сәләм биргәндәр. Башҡорт мифологияһынан. Бөтә муйын ауырыуҙары магик юл менән дауалана. Экспедиция материалдарынан.
♦ Дөйә муйынынан кәкре ҡар. дөйә. Китте баш, ҡалды муйын һерәйеп шаяр. «баш юғалды» тигән мәғәнәлә әйтелә. □ шутл. Пропала голова (т. е. всё пропало). Муйынға аҫылыныу {йәки ташланыу) йәбешеү, тағылыу. □ Вешаться (или кидаться, бросаться) на шею кому. ■ Ул [Фатима] up-ат муйынына аҫылынып бара торған шаталаҡ бисә тугел ине. Б. Бикбай. Муйынға ҡамыт кейеү 1) үҙеңә ауыр эш алыу, ҡарамаҡҡа алыу. □ Взяться за тяжёлую работу; 2) әйләнеп, ғаилә мәшәҡәттәренә сумыу. □ Жениться. Муйынға тағылған таш булыу кемгәлер кәрәкмәгән бурыс, кеше булып йөкмәтелеү, көсләп тағылыу. □ Быть кому-л. обузой (бременем, в тягость). Муйындан батыу {йәки сумыу) нимәгәлер ныҡ күмелеү. □ Окунуться с головой во что. Муйындан бурысҡа батыу. Муйындан бысраҡҡа батыу. Муйындан эшкә сумыу. Муйындан һығыу ай-байға ҡуймай, көсләшеү. □ Навязывать что, настаивать на чём. Муйынды киҫеү {йәки һындырыу)
сараһыҙ итеү, йонсотоу. □ Изнурить, изводить. ■ Уйнар ҙа инем, көлөр ҙә инем, фәҡирлеккәй киҫә муйынды. Халыҡ йырынан. Бер хужалыҡ планын утәй, ә икенсеһе утәй алмай. Бына ошо урында куптәр муйын һындыра инде. Д. Бүләков. Муйыны аҫҡа килгере! әрл. ҡарғағанда әйтелә. □ Чтоб ему провалиться! Муйынына ҡамыт теймәгән ауыр эш күреп, донъя хәсрәтен татып өлгөрмәгән. □ Не испытавший тяготы жизни. Муйынын бороу үлтереү. □ Свернуть шею. Муйыныңды өҙөр(мөн) әрл. ҡурҡытҡанда, янағанда әйтелә. □ бран. Шею оторву. Үҙе(м) муйын, үҙе(м) баш донъяға «бер үҙе(м) хужа» тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Сам себе хозяин. Эш муйындан эш бик күп. □ Работы очень много, по горло. ■ [Һабрау — Айсыуаҡҡа:] Иҫән ҡалып, уҙ иркебеҙҙә йәшәй башлаһаҡ, эш муйындан буласаҡ. Ә. Хәкимов.
МУЙЫН II (Р.: перешеек; И.: isthmus; Т.: berzah) и. геогр.
Ҡоро ер өлөштәрен тоташтырып торған тар ғына ер һыҙаты. □ Перешеек.
МУЙЫН АУЫРЫУЫ (Р: туберкулёз шейных желез; И.: tuberculosis of jugular glands; T: boyun bezi tüberkülozu) и.
1. Туберкулёз микобактерияһы (Кох таяҡсаһы) тыуҙырған, кешенең муйын биҙҙәрен зарарлаған дауамлы инфекция ауырыуы; муйын туберкулёзы. □ Туберкулёз шейных желез. Муйын ауырыуын дауалау. Муйын ауырыуынан интегеу.
2. миф. Баҡа ярҙамында сихырлауҙан барлыҡҡа килгән ауырыу, баҡа сире; баҡа яңаҡ. □ Туберкулёз шейных желёз (по поверьям, болезнь связана с порчей с помощью жабы).
МУЙЫНДАМА (Р: обязательство; И.: obligation; T: görev) и. иҫк. диал. ҡар. йөкләмә 1.
Эш буйынса үҙ әҫтәңә алған йәки йөкмәтелгән бурыс. □ Обязательство; задание, поручение. Муйындама ҡабул итеу. ■ [Билал:] Договорҙы ҡабул итергә, комсомолдарҙан уҙ өҫтәренә алған муйындамаларын утәп сығыуҙы һорарға кәрәк. М. Тажи.
407