МУЙЫН ИМЛӘҮ
МУЙЫН ИМЛӘҮ (муйын имлә-) (Р.: заговаривание шеи; И.: kind of magical healing; T.: boyun ağrısını büyü ile tedavi etme) и. миф.
Муйын ауырыуын өшкөрөүҙең магик ысулы. □ Заговаривание шеи (магический способ лечения болезней шеи). ■ Муйын ауырыуын кире һанап имләйҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
МУЙЫН ҠАЙЫШЫ (Р.: шейный остеохондроз; И.: jugular osteochondrosis; T.: boyun osteokondrozu) и. диал.
Умыртҡа һөйәгенең муйын (елкә) өлөшө остеохондрозы. □ Шейный остеохондроз, болезнь шеи. ■ Муйын ҡайышы булһа, муйынға сей тиренән ҡайыш һалалар һәм ошо әпсенде әйтәләр: «Атай — баш, инәй — муйын; атай — ҡул, инәй — ҡултыҡ. Уң яҡты баҫам, һул яҡты асам, ете һөйәккә бер елем, бер елемгә — биш тамыр. Бер һыйпайым, ике һыйпайым, өс һыйпайым, дурт һыйпайым, биш һыйпайым, иткә, һөйәккә — ҡайыш!» Башҡорт мифологияһынан.
МУЙЫНЖАҠАг/. этн. диал. ҡар. яға.
МУЙЫНЛЫ (Р.: имеющий шею; И.: having a neck; T.: boyunlu) c.
Муйыны булған. □ Имеющий шею, с шейкой. Нәҙек муйынлы. Ҡыҫҡа муйынлы. Муйынлы ҡомған. Оҙон муйынлы көршәк.
МУЙЫНСА I (Р: женское украшение, надеваемое на шею; И.: Bashkir necklace; T.: göğüslük süs) и. этн.
1. Тәңкәләр, мунсаҡтар, сулпылар менән биҙәкләп эшләнгән, муйынға тағыла торған ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе. □ Женское украшение, надеваемое на шею; ожерелье. ■ Иц бәхетле, иң ҡотло, иң абруйлы ғумерҙең ошо бөртөк-бөртөк төймәләрен бер епкә теҙеп ҡараһаң, барыбер гел ынйы-мәрйендән йәки алтын-көмөштән генә торған ҡиммәтле матур муйынса килеп сыҡмаҫ ине. М. Кәрим. [Гөльямал] тушенә тушелдерек менән муйынса, ҡолағына алҡа таҡҡан. Я. Хамматов. Ынйы муйынсам ҡойоға төштө, ебәк бауы һуҙыла төштө. Йомаҡ. • Яҡшы кеше — муйынса ҡашы, яман кеше — мунса ташы. Әйтем.
2. диал. ҡар. муйынсаҡ 1. ■ Мырҙағәле этенең муйынсаһынан тотҡан көйө бәләкәй ҡапҡаһын яртылаш ҡына асты. 3. Ураҡсин.
МУЙЫНСА II (Р: зауженное место какого-л. органа, переходящее из одной части в другую; И.: balkhead; colluni; T: boyna benzer kısım) и. анат.
Ниндәйҙер тән ағзаһының бер өлөшөнән икенсе өлөшөнә күскән тарыраҡ урыны. □ Зауженное место какого-л. органа, переходящее из одной части в другую. Теш муйынсаһы.
МУЙЫНСА III (Р: ворот; И.: neckband; T: yaka) и.
Кейемдең муйын тирәләй уратып торған өлөшө; яға. □ Ворот, воротник. Селтәр муйынса. Алынмалы муйынса.
МУЙЫНСАҠ (муйынсағы) (Р: ошейник; И.: dog-collar; T: tasma) и.
1. Йорттағы эттең йәки башҡа хайуандың муйынына таға торған бау. □ Ошейник. Ҡыҙыл муйынсаҡ. Муйынсаҡ бәйләу. Муйынсағынан эләктереу. ■ Ҡатаға ҡыл муйынсаҡ менән быҙау бәйләп ҡуйылған. Ж. Кейекбаев. • Бер угеҙгә бер генә муйынсаҡ етер. Әйтем.
2. диал. ҡар. мунсаҡ. ■ Ҡуҙ теймәһен тип, башҡорт ҡыҙҙары муйынсаҡ таҡҡандар. Башҡорт мифологияһынан.
3. Өс ҡат тәңкәләр тегелгән муйын биҙәүесе.
МУЙЫНСАҠЛАУ (муйынсаҡла-) (Р: надевать ошейник; И.: put on a collar; widdy; T.: tasma takmak) ҡ.
Муйынсаҡ (1) һалыу. □ Надевать ошейник, привязывать за ошейник. Быҙауҙы муйынсаҡлау. Этте муйынсаҡлау. И Аҙашып йөрөгән атты ҡороҡлап тотоу - башҡорт балаһына быҙау муйынсаҡлау менән бер, — тип аяҡ терәне Ғөбәй. Ә. Хәкимов.
МУЙЫН ТӨЙӨНӨ (Р: кадык; И.: Adam's apple; T.: adem elması) и. диал. ҡар. күмәгәй.
I. Ирҙәр үңәсендәге сурайып торған кимерсәк. □ Кадык. Һалҡын тейһә, муйын төйөнө ауырта, тауыш быуыла.
408