МУҠСАЛЫ БӘШМӘК
2. миф. Әҙәм һәм һауа менән бәйле миф-лаштырылған тән ағзаһы. □ Кадык (мифологизированная часть тела).
МУЙЫНТЫҠ (муйынтығы) и. анат. ҡар. муйынса. Бот һөйәге муйынтығы. Аналыҡ муйынтығы.
МУЙЫРЫЛЫУ (муйырыл-) ҡ. диал.
1. төш. ҡар. муйырыу. страд, от муйы-рыу. Муйырылып төшөу.
2. кусм. Ныҡ хәлһеҙләнеү. □ Ослабевать, терять силы, становиться слабосильным. ■ Ҡол биләгән бер батша, берәу килә иҫәптә: Сыңғыҙ булды атағыҙ, муйырылыу курмәне, дурт-биш быуат эсендә Син сигенән — Алманға, Алтайҙан Уралтауға, яуын асып, ҡул һуҙҙы. Ҡобайырҙан. Муйырылған нөгәрен [юрматылар] ҡабат туплай алманы. «Мәргән менән Маянһылыу». Данлы көсөц муйырылғас, ҡара көсөңә ҡалдың. Халыҡ йырынан.
♦ Муйырылып ҡарау йөрәккә инерҙәй булып, өмөтләнеп, тилмереп ҡарау мәғәнәһендә. □ Смотреть умоляюще. ■ Хәлһеҙ хайуан, меҫкен, муйырылып, хужаһына боролоп ҡараған. Ауыр һулап, хужа ул хайуандың дегәнәкле ялын тараған. Ҡ. Даян.
МУЙЫРЫУ (муйыр-) (Р.: откалывать; И.: chip off; T.: koparmak) ҡ. диал.
Умырыу; өҙөү, йолҡоу. □ Откалывать, отламывать, отрывать. Муйырып алыу. ■ Йәш булһаң да яуында, Үмәр ҡашҡа булатын муйыра тартып һин алғас, байман китәр илдән тип, Иҙел буйын яғалап, һәлә-уек, Нөгөш араһын уҙенә аймаҡ яһаған тора бейҙе курерһең, ҡул тамырын тартырһың. Н. Зарипов.
МУ ЙЫУ (муйы-) (Р.: унывать; И.: lose heart; T.: hüzünlenmek) ҡ. диал. ҡар. бойоғоу.
Бойоҡ булыу, бойоҡҡа әйләнеү. □ Унывать, впадать в уныние. // Уныние. Муйып йөрөу. Муйыуы бөтөп ҡалды. Муйып ҡына ҡайтып китеу.
МУКОРОЗ [рус. < лат. mucorsis] (Р: мукороз; И.: mucormycosis; T.: mukormikoz) и. мед.
Үңәҙ бәшмәктәре тыуҙырған бәшмәк ауырыуҙарының дөйөм исеме. □ Мукороз (лат. Mucorosis). Мукороз ауырыуынан дауаланыу.
МУҠАЙЛАУ (муҡайла-) ҡ. диал. ҡар. имгәкләү. Бала иҙәндә муҡайлап йөрөй.
МУҠСА и. диал. ҡар. моҡсай. ■ [Таңһылыу — Фәнисәгә:] Ҡарәле, аҡса муҡсаһын юғалтҡан кешеләй ҡыланасы. Р. Камалов. • Берәу аҡса таба, берәу муҡса тегә. Мәҡәл.
МУҠСАЙ и. диал. ҡар. тоҡсай. ■ Бисә-сәсә, итәктәрен ҡыҫтырып, Ҡөмөш Тамсының кейем-һалымы, ҡәйнә-ҡайныларға тигән бирнәләре төйнәлгән ауыр тоҡсай-муҡсайҙарҙы йөк аттары янына ташый. Ә. Хәкимов. [Шәһиҙә әбей] ултырған мендәренең бер ситенә ҡыҫтырылған муҡсайын сығарып ҡутарҙы, һ. Дәүләтшина. Урман ҡырҡыусылар, ҡар өҫтөнә ут яғып, һыу ҡайнаттылар, муҡсайҙарында килгән туң икмәкте йылытып, сусҡа майҙары менән туйынып алғас, ҡараңғы төшкәнсе йәнә ағас йыҡтылар. 3. Ураҡсин.
♦ Муҡсайыңды киң тот һөйл. мыҫҡ. мөмкинселекте иҫәпкә алмай, ҙурға ымһынған кешегә ҡарата әйтелә. □ соотв. Держи карман шире.
МУҠСАЛЫ (Р: сумчатый; И.: marsupial; T.: keseli) с. физиол.
Балаһын ҡорһаҡ аҫтында йөрөткән (хайуандарға ҡарата). □ Сумчатый. Муҡсалы һыуһар. Муҡсалы буре.
МУҠСАЛЫ БҮРЕ (Р: волк сумчатый; И.: Tasmanian wolf; T: Tasmanya kaplanı) и. зоол.
Тасманияла йәшәгән муҡсалы йыртҡыс йәнлек. □ Волк сумчатый (лат. Thyla-cinus cynocephalus). И Австралия ғалимдары ябай сысҡандың эмбрионына ер йөҙөнән юғалған муҡсалы буренең ДНҠ-һын кусереп ултыртҡан. Тәжрибә муҡсалы бу-рене ҡайтанан тергеҙеу маҡсаты менән башҡарылған һәм уңышлы килеп сыҡҡан.
В. Хәбиров.
МУҠСАЛЫ БӘШМӘК (бәшмәге) (Р: гриб сумчатый; И.: sac fungi; T: Asklı mantar) и. бот.
409