МУЛАЙТЫУ
ҡалаһына яҡын ғына ерҙә, мул һыулы Тиса йылғаһы буйында, һалдаттар уҙ ҡулдары менән әтмәләп алған бәләкәс-бәләкәс өйҙәрҙә урынлашҡан. Ә. Хәкимов. Иртәгеһен: «Ну Корбанғәлегә көмөштөң мулы эләкте. Берәуҙәргә мыҫҡалы әллә ни урынына, быға ботлап-ботлап яуҙы...» — тип бәғзе берәуҙәр әллә көлмәксе иттеләр, әллә көнләштеләр. М. Кәрим. Тәжрибә участкаларында башҡорт гузәле, антоновка, алтын китайка, грушовка сортлы алмағастарынан быйыл айырыуса мул уңыш көтөлә. Ә. Фәтҡуллин. Дөрөҫөн әйткәндә, ауыл куңеленә ятҡайны Барсынбикәнең: мул ғына һыулы, ярҙарында эре-эре тирәктәр уҫеп ултырған йылғаһы бар, ауылдың уҙен иһә бейек-бейек тауҙар уратып алған. Т. Ғарипова. • Аҙыҡ мул ерҙә ауырыу булмаҫ. Әйтем.
2. Бөтә нәмә етеш, иркен; бай. □ Богатый; привольный. Мул тормош. И Аш-рафтан арынғас, Төбәй эште ҡоро тоторға булды. Ныҡлы ышаныуынса, яратам тип өҙөлөп өндәшкән, мул тормош, наҙ вәғәҙә иткән иргә ҡатын-ҡыҙҙың береһе лә ҡаршы тора алмай. Ә. Хәкимов. Дини ҡарашса, һәр кешенең гөнаһы теркәлеп барған ғәмәл дәфтәре, теге донъяла гөнаһлы кешеләрҙең йәнен яфалай торған эҫе урын - тамуҡ һәм гөнаһһыҙ бәндәләрҙең йәне урынлаша торған матур, рәхәт, мул донъя - йәннәт-ожмах шиғыр юлдары менән һурәтләнгән. «Ағиҙел», № 10, 2010. Тормош ҡайнай, тормош гөрләй Әй һыуы буйҙарында. Мул тормош данлап йырлана Әй буйы йырҙарында. Таҡмаҡтан.
3. Киң күңелле; йомарт. □ Щедрый, великодушный. Мул кеше. Мул ҡуллы. ■ «Мул ҡуллы, изге кеше киткәнгә ул шулай, — тине Хашим. — Йәнең йәнәттә булһын, ҡорҙаш-бикә [Рауза]». Т. Ғарипова. • Кемдең эше куп — шуның ҡулы мул. Әйтем.
4. Иркен; киң (кейем тураһында). □ Большой, свободный, широкий (об одежде). Мул кулдэк. ■ Бугәсәу батша бар, тиҙәр, буҫтау бишмәттәре мул тиҙәр. Халыҡ йырынан.
МУЛ II (Р.: обильно; И.: profusely; Т: bol)
1. Артығы менән, күп; □ Обильно, в изобилии, много. ■ [Ҡунаҡтар] ҡыҫтатмай ашанылар ризыҡты, итен дә мул ғына һоғондолар, тоҙлоғон да туҫтаҡ-туҫтаҡ бушаттылар. К. Мәргән. Гузәлиә менән артыҡ бәхәсләшмәй Вафил Васильевич, уның уҙ һуҙен бирмәҫен дә, аҡсаны мул тапҡанын да белә, хаталанмаҫына ышанып бөткән. Н. Мусин. Йылдың-йылы мул итеп ашлана килгән, тәрбиә кургән сәсеулектәрҙең игене тәуге көҙгә ук ҡотороп уңды. Ә. Хәкимов. • Инәһеҙ ҡорт бал йыймаҫ; бал йыйһа ла, мул йыймаҫ. Әйтем.
2. Иркен, бай, етеш. □ Привольно, богато, в достатке. Мул йәшәу. Мул ашау. Мул уртлау. Мул тотоноу. ■ Нисә әйтһәң дә, ит ашап, мул торған кеше һары елек инде. Т. Хәйбуллин.
3. Иркен итеп; киң итеп (кейем тураһында). □ Свободно, широко. Кулдэк мул тегелгән. ■ Башына ябынған шау биҙәк зәңгәр кешмир яулығы, төрлө ебәк таҫмалар баҫып, билдән бөрөп, мул итеп тегелгән һары сатин кулдәге, уҡалы ҡыҙыл бәрхәт камзулы менән ул [Таиба] хәҙер хужа ҡатынға тугел, ә ҡунаҡ ҡоҙағыйға оҡшап уҡ тора. 3. Биишева. • Бер тиренән тун да тек, мул да тек. Әйтем.
МУЛ III [рус. < лат. mulus ^ҡатнаш’] (Р.: мул; И.: mule; T: katır) и. зоол.
Бейә менән ата ишәктән булған ҡатнаш тоҡом хайуан; ҡасыр. □ Мул (лат. Mulus}. Мул ҡарау. Мул аҫрау. Мул һурәте.
МУЛА (Р: мавзолей; И.: mausoleum; Т: türbe) и. иҫк. ҡар. кәшәнә.
Өҫтөнә таштан көмбәҙ ҡуйылған ҡәбер. □ Мавзолей, гробница. ■ Буҙйегет-тең һөйәген мең Зәйтунгә бирмәҫмен. Үлгән йәрем мулаһын алтынлы өйгә бирмәҫмен. Ундай йәрҙе тапһаң да, һис тә ҡабул курмәҫ-мен. «Буҙйегет».
МУЛАЙТЫУ (мулайт-) (Р: делать обильным; И.: make lavish; T: çoğaltmak) ҡ.
1. Күбәйтеү, ишәйтеү. □ Делать обильным, богатым, увеличивать, умножать. Байлыҡты мулайтыу. ■ һуғыш йылдарында байтаҡ ҡына һалдаттарҙы уҙенә юҡ хаҡҡа
411