МӘҘЕХ
бәғзеләребеҙгә мәҙех ҡағыҙҙары бирелде. Беҙ ҙә уға лайыҡ булдыҡ. М. Өмөтбаев.
МӘҘЕХ II (Р.: интересный; И.: interesting; T.: ilginç) с. диал. ҡар. ҡыҙыҡ.
Көлкө килтергес, мәрәкә. □ Интересный, забавный. Мәҙех хәл-ваҡиға. Мәҙех әҫәр. Мәҙех хәбәр.
МӘҘЕХ ИТЕҮ (мәҙех ит-) ҡ. иҫк. ҡар. мәҙехләү. ■ Ҡараһаҡалды мәҙех итеп яҙған шиғырҙар һәр тарафта уҡыла ине. М. Һаҙыев.
МӘҘЕХЛӘҮ (мәҙехлә-) (Р.: славить; И.: glorify; T.: methetmek) ҡ. иҫк.
Берәй кешене йәки уның хеҙмәтен хуплап шәпкә сығарыу, маҡтау; данлау. □ Славить, восхвалять, воспевать. Тарихи шәхесте мәҙехләу. Алланы мәҙехләу. Ватанды мәҙехләу. Тыуған ерҙе мәҙехләу. И «Урал», «Йәйләу бәйете», «Моңло Өйҙөрәк» ише әҫәрҙәр тәу ҡарамаҡҡа башлыса тыуған яҡ, теге йәки был төбәк йәмен, йәйләу куркен мәҙехләугә ҡоролған поэтик тамаша һымаҡ. Н. Зарипов.
МӘҘИХ [ғәр. (Р-: восхваляющий; И.: chanting praises; T.: medh) с. иҫк.
Маҡтаусы, маҡтап шиғыр яҙыусы.
□ Восхваляющий, воспевающий. Мәҙих шағир.
МӘҘИХЛӘҮ (мәҙихлә-) ҡ. иҫк. ҡар. мәҙехләү. ■ Йәшен ваҡытында тиҙ генә Алланы иҫкә төшөрәһең, иҫтә ҡалған бөтә доғаларҙы уҡып уға һыйынаһың, уның берлегенә, көслөлөгөнә, Мөхәммәттең пәйғәмбәрлегенә иман килтерәһең. Изгеләрҙе мәҙихләргә лә онотмайһың. Шунан көн аяҙып, ҡояш ялтырағас: «Алла ярҙам итте, уның рәхмәте бик киң», — тип уны яңынан бер иҫкә алып ҡуяһың. Һ. Дәүләтшина.
МӘҘКҮР [ғәр. (Р: вышесказанный; И.: abovementioned; T.: mezkur) с. иҫк.
1. Юғарыла әйтелгән, әйтеп үтелгән.
□ Вышесказанный, упомянутый. Мәҙкур ҡағиҙәләр. Мәҙкур уҡыусылар. Мәҙкур хаҡтар. ■ Бәйге, һабантуй кеуек байрамдар яһағанда .. етәкселек итергә, мәҙкур байрамдарҙың тәртипле, матур булып сығыу ына тырышырға кәрәк. Ғ. Хөсәйенов.
2. Билдәле, таныҡлы. □ Известный, популярный. Мәҙкур шәхестәр. Мәҙкур шиғыр.
■ Бу леп алған ерҙәре мәҙкур Ҡазан ҡалаһында кенәгәгә яҙылған. Башҡорт шәжәрәләренән.
МӘҘМҮМ [ғәр. (Р: поруганный; И.: desecrated; profaned T.: mezmum) с. иҫк.
Мыҫҡыл итеп мәсхәрәләнгән, ғәйеп табып кәмһетелгән, хурлап әрләнгән. □ Поруганный, опозоренный, посрамлённый. Мәҙмум уҡыусы. Мәҙмум кеше. Мәҙмум ҡатын. ■ Арыҡ тәнле берәу — мәҙмум, мәҡһур, ите бөтөп, ҡалған тирегә. X. Ғәбитов.
МӘҘРӘСӘ [ғәр. (Р: медресе; И.: madrasah; T.: medrese) и. дини.
Дин әһелдәре, башланғыс мосолман мәктәптәре өсөн уҡытыусылар, шулай уҡ яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәрендә дәүләт аппаратына хеҙмәткәрҙәр әҙерләгән урта һәм юғары белем бирә торған уҡыу йорто. □ Медресе (мусульманская средняя или высшая школа). Мәҙрәсә төҙөу. Мәҙрәсәлә уҡыу. Мәҙрәсә китапханаһы. ■ Сығанаҡтағы иң ҙур, иң данлыҡлы мәҙрәсәнең мөдәррисенә, йәғни шунда уҡытыусы ғалимға, минең хатымдыр. Ә. Хәкимов. [Кинйә] 1735—1736 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе булараҡ тарихта урын алған Юрматы олоҫо уҡымышлыһы Килмәк абыҙ Нурушев мәҙрәсәһендә белем һәм тәрбиә ала. Р. Шәкүр. Сәлимә тәуге иренән ҡалған барлы-юҡлы малын аҙлап урсетеп, тырышып, балаларын тәрбиәләне. Айбулатты ете йәшенә етеуе менән ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға бирҙе. һ. Дәүләтшина.
МӘҘРӘСӘ ЭЙӘҺЕ (Р: дух медресе; И.: aura of madrasah; T.: Medrese İyesi) и. миф.
Башҡорт мифологияһында мәҙрәсә урынлашҡан йорт, бина эйәһе. □ Дух медресе. ■ Һәр мәҙрәсәнең эйәһе була, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
МӘҘХИӘ [ғәр. (Р: ода; И.: ode; Т.: medhiye) и. әҙ.
Маҡтау шиғыры, маҡтау йыры; ода. □ Ода, дифирамб. Мәҙхиә йырлау. Мәҙхиә тыңлау. Мәҙхиә китабы. Мәҙхиә уҡыу.
■ Йыр йәшәу матурлығына, һөйөуҙең мәңгелегенә мәҙхиә булып, өмөттән яҙмаҫҡа өн
456