МӘҘӘКСЕЛ
дәп яңғырай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7,
2010. Боронғо бөйөк шағирҙар Алишер Навои менән Ғумәр Хәйәм дә, Низами менән Хафиз да иц гузәл шиғырҙарын шарапҡа арнап, уның ҡөҙрәтенә мәҙхиә уҡығандар. Н. Асанбаев. «Һундарға ҡаршы походта» мәҙхиәһе «Шицзин» исемле йырҙар һәм мәҙхиәләр китабында уҙ сағылышын тапҡан. М. Ямалетдинов.
МӘҘХИӘСЕ (Р.: восхваляющий; И.: chanting praises; T.: medhiye yazan kimse) u. кит.
Маҡтау шиғыры яҙыусы. □ Восхваляющий, воспевающий. Мәҙхиәсе шағир. Мәҙхиәсе булыу. Мәҙхиәсе китабы. ■ Революцияның хеҙмәтсән масса тарафынан яһалғанын һәм азатлыҡҡа әле яңы юл ярыла башлағанын һиҙенеп алған Сәйфи Ҡудаш мәҙхиәсе генә булып ҡала алмай. Ғ. Хөсәйенов.
МӘҘҺӘП (мәҙһәбе) [ғәр. (Р.: учение; И.: teaching; T.: mezheb) и. иҫк.
1. Ғилемдәге ҡараш, фекерҙәге йүнәлеш. □ Учение, доктрина. Мәҙһәп буйынса. Мәҙһәп тыуҙырыу.
2. дини. Дин тәғлимәтендәге үҙенә бер төрлө ағым. □ Религиозная секта. Сөнни мәҙһәп. Абу Хәнифә мәҙһәбе. ■ Юғары төркөмгә — рөшди синыфтарына ингән һабағында ислам фәлсәфәһе хаҡында кинәнеп һөйләне, иман, инаныс, мәҙһәптәр тураһындағы фекерҙәрен әнбиәләр тарихы, хәҙистәр буйынса ғибрәтле хәл-ваҡиғалар менән нығыта барҙы. Ғ. Хөсәйенов. Сәйф Сарай әңгәмә барышында әйтелгән фекерҙәрҙе, яҙып алып, бергә туплай, шулар нигеҙендә, дәуләт ойошмаларына, мәсет имамдарына, ҡазыйҙарға, мәҙһәп шәйехтәренә таратыласаҡ фәтуәнең тәуге нөсхәһен әҙерләй. Ә. Хәкимов.
МӘҘӘК I (мәҙәге) [ғәр. (Р- шутка; И.: joke; T.: meze) и.
Көлкө килтергес эш-хәл, ҡыҙыҡлы күренеш; мәрәкә. □ Шутка, забава, потеха; анекдот. Мәҙәк һөйләу. Мәҙәк өсөн. ■ [Йәш Алла:] Мин уйынсаҡ, шат куңелле егет, етмеш төрлө мәҙәк кенә беләм. М. Кәрим. [Егет:] Һеҙҙе ҡотлайым, ҡыҙҙар! — Уның тауышы ла уҙе шикелле ҡеуәтле. Әлбиттә,
ошо һындағы кешенән бисәләрҙеке шикелле сыйылдаҡ тауыш сыҡһа, уның бар мөһабәтлеге бер мәҙәккә әуерелер ҙә ҡалыр ине, моғайын. Р. Солтангәрәев.
МӘҘӘК II [ғәр. с'>] (Р: забавный; И.: jocose; T.: meze) с.
1. Көлдөргәс, ҡыҙыҡ; мәрәкә. □ Забавный, потешный. Мәҙәк һуҙ. Мәҙәк хәл. Мәҙәк йырҙар.
2. Ҡылығы, ҡыланышы ғәжәп. □ Чудной, странный. Мәҙәк кеше.
МӘҘӘК III [ғәр. с1>] (Р: чудно; И.: strangely; T.: eğlenceli bir şekilde) р.
Ғәжәп, мәрәкә. □ Чудно, странно; ради шутки, смеха. Мәҙәк ҡыланыу. И Хәмит алға сығып ултырҙы. Балтаһының йөҙөн тубәтәйе менән ҡапланы. Сәстәре тырпайып ҡалды. Ул был хәлендә бик мәҙәк, утә бер ҡатлы куренә ине. Д. Бүләков. Ең һыҙғанып уҙем ҡорған донъям һиңә мәҙәк кенә куренәлер. Г. Ҡотоева.
МӘҘӘКЛӘҮ (мәҙәклә-) (Р: подшучивать; И.: chaf play tricks; T.: alay etmek) ҡ.
1. Мәҙәк һүҙ һөйләү; мәрәкәләү. □ Подшучивать над кем. Мәҙәкләп ебәреу.
■ [Ҡотлобай] бейеп йөрөй, уҙе мәҙәкләй. М. Тажи.
2. Көлкөгә алып һөйләү; мәрәкәләү. □ Подшучивать над кем. Ҡешене мәҙәкләу. Бер-береңде мәҙәкләу. ■ Төртмә телле был Нурия. Ирен дә мәҙәкләп алырға онотманы: «Ғаффан Тәкбирович, һин уҙеңдең был ҡиәфәтең менән тап булған кешеләрҙең ҡотон осороп ҡуйыуың бар». Н. Мусин. Ирҙәрең ары торһон. Был ҡыҙҙы юҡҡа мәҙәкләп йөрөткән булалар, куптәргә Рая булырға кәрәк әле. Р. Солтангәрәев.
МӘҘӘКЛӘШЕҮ (мәҙәкләш-) ҡ. урт. ҡар. мәҙәкләү, взаимн. от мәҙәкләү. Мәҙәкләшеп ултырыу.
МӘҘӘКСЕ (Р: шутник; И.: joker; Т: şakacı) и. һөйл.
Ҡыҙыҡ һүҙ оҫтаһы; мәрәкәсе. □ Шутник, балагур. Мәҙәксе егет. Мәҙәксе һуҙҙәре.
■ [Зевс:] Әй, мәҙәксе, етте! Аңлашылды. М. Кәрим.
МӘҘӘКСЕЛ (Р: затейный; И.: prone to joking; T: şakacı) c.
457
i