мәҙәксән
Ҡыҙыҡ һүҙ һөйләүгә, мәрәкәләп көлдөрөүгә әүәҫ; мәрәкәсел. □ Затейный. Мәҙәксел кеше.
МӘҘӘКСӘН с. диал. ҡар. мәҙәксел.
Мәҙәксән егеттәр.
МӘҘӘЛЛӘТ [ғәр. *Ы] (Р.: позор; И.: shame; T.: mezellet) и. иҫк.
Кәмһетелгән, мыҫҡыл ителгән хәл; түбәнлек; хурлыҡ. □ Позор, срам, низость. Мәҙәлләт куреу. Мәҙәлләттә уткән тормош. ■ Фәҡир меҫкенгә пәруа юҡ, мәҙәлләт берлә зар әйләр. Р. Фәхретдинов.
МӘҘӘНИ [ғәр. (Р: культурный; И.: cultural; cultured; T.: medeni) с. кит.
1. Аң-белемгә һәм мәҙәниәткә мөнәсәбәтле. □ Культурный; цивилизованный. Мәҙәни бәйләнеш. Мәҙәни эш. ■ Етәр шул пәрҙәләр, шәлдәр, сапандар ҡаплау йөҙгә. Тотоп ирек әләмдәрен, баҫығыҙ мәҙәни эҙгә. Д. Юлтый. Бөгөнгө шоу, тамаша программаларына килгәндә, улар, ғәҙәттә, йә тематик йөкмәткеле, йә берәй мәҙәни сараға бәйле булыу менән айырылып баһалана ала. «Ватандаш», № 4, 2007.
2. Аң-белеме һәм дөйөм үҫеш кимәле юғары. □ Культурный, цивилизованный, образованный, просвещённый. Мәҙәни ил. Мәҙәни тормош. Мәҙәни айырмалылыҡ. ■ Мәҙәни булған милләттәр уҙа бара, наҙан милләт туҙан кеуек туҙа бара. М. Ғафури. Әгәр ҙә беҙ, ошо «Мосолмандар иттифағы» курһәткәнсә, уҙ-ара аңлашып берләшһәк, бик ҙур реформалар яһап, мәҙәни тормошҡа кусәсәкбеҙ. һ. Дәүләтшина.
3. Аң-белеме һәм тәрбиә кимәле юғары (кешегә ҡарата). □ Культурный. Мәҙәни кеше. ■ Беҙгә яңы кешеләр — уткер, эш һө-йөусән, мәҙәни хеҙмәт батырҙары кәрәк. И. Насыри. Алдымда артыҡ мәҙәни ҡыҙ ултыра. Туштә алтын брошка, бармаҡтарҙа брильянтлы йөҙөктәр, ҡулда ебәк яулыҡ менән веер. Д. Юлтый.
МӘҘӘНИ-КӨНКҮРЕШ (Р: культурнобытовой; И.: culture and welfare; T.: kültür ve yaşam) с. кит.
Мәҙәниәткә һәм көнкүрешкә мөнәсәбәтле. □ Культурно-бытовой. Мәҙәни-көнку-реш кургәҙмә.
МӘҘӘНИЛЕК (мәҙәнилеге) (Р: цивилизованность; И.: refinement; civility; T.: medenilik) и.
Аң-белемгә һәм мәҙәниәткә мөнәсәбәте булған хәл. □ Цивилизованность, просвещённость. Кешеләрҙең мәҙәнилеге. Мәҙәнилек нигеҙҙәре. Мәҙәнилек билдәһе.
МӘҘӘНИЛӘШЕҮ (мәҙәниләш-) (Р: ста новиться культурным; И.: become cultured; T.: medenileşmek) ҡ.
Мәҙәниәткә эйә булыу, мәҙәни булыу.
□ Становиться культурным, цивилизованным. // Цивилизация. Мәҙәниләшеу процесы. Мәҙәниләшеу осоро. ■ Мәҙәниләшеу юлында һеҙ куңелегеҙ менән дә, көн итмешегеҙ менән дә хәлле туғандарығыҙға яҡынлашырһығыҙ, уларҙы ҡыуып етерһегеҙ. Ф. Иҫәнғолов.
МӘҘӘНИЛӘШТЕРЕҮ (мәҙәниләштер-) ҡ. кит. йөкм. ҡар. мәҙәниләшеү, понуд. от мәҙәниләшеү. Район уҙәктәрен мәҙәниләш-тереу.
МӘҘӘНИӘТ [ғәр. (Р: культура; И.: culture; T.: medeniyet) и.
1. Кешелек йәмғиәтенең матди һәм рухи ҡаҙаныштары. □ Культура, цивилизация. Милли мәҙәниәт. Рухи мәҙәниәт. ■ Йолалар уртаҡлығы, ҡан ҡәрҙәшлек тойғолары менән бер рәттән, сәнғәткә һөйөу, мәҙәниәткә булған ихтирам берләштергән халыҡ вәкилдәренең дәртле сығыштары бейеу сәнғәтенә рух, ҡеуәт өҫтәне. «Йәшлек», 22 декабрь
2009. Ислам мәҙәниәте тарихы психологтар, телселәр, әҙәбиәтселәр, философтар, социаль тарихсылар, башҡа ғалимдар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тикшеренеу объекты булып тора. Р. Байымов. Мәҙәниәт министры Салауат Әминев, Өфөнән фатир бирәм тигәс, министр урынбаҫары вазифаһын башҡарырға риза булдым. Н. Ғәйетбаев. Ауылдарҙа әҙәмсә шарттар, эш урындары, мәҙәниәт усаҡтары, иман индерер өсөн мәсеттәр һәм башҡа стимулдар булдырыу фарыз. Ф. Ғәлимов.
2. Аң-белем кимәле, уҡымышлылыҡ.
□ Образованность. ■ Әҙәбиәтебеҙ менән ҡыҙыҡһынған, уны уҡып барған һәм ошонан оло кинәнес, илһам, рухи аҙыҡ ала белгән, һәр хәлдә, юғары мәҙәниәткә ынтылған кешегә
458