МӘЖБҮР
баҫмаға яҙылыу хаҡы ла, башҡа сәбәптәр ҙә ҡамасау була алмай. «Ағиҙел», № 9, 2009.
3. Билдәле тәрбиә күнекмәһе, тәрбиәлелек. □ Воспитанность. Мәҙәниәткә өйрә-теу. ■ Белмәйем, ҡайһы берәуҙәрҙә әле һаман да мәҙәниәт етешмәй инде. М. Тажи.
МӘҘӘНИӘТЛЕ (Р.: культурный; И.: cultural; cultured; T: medeni) с.
Аң-белемгә, алдынғы тәрбиәгә эйә; культуралы. □ Культурный, цивилизованный. Мәҙәниәтле кеше. Мәҙәниәтле булыу. ■ Ашраф уҙ ғаиләһенең хәҙерге хәлен ҡотолғоһоҙ ҡаза, ваҡытлы ғына уңайһыҙлыҡ тип иҫәпләнеме, мәҙәниәтле, инсафлы кешеләргә хас тыйнаҡлыҡҡа барҙымы, бынан аҙаҡ зарланманы, комиссарҙың зитына теймәне. Ә. Хәкимов. Ботә ғумерен хәрби хеҙмәткә бағышлап та, фән һәм әҙәбиәт менән ныҡ ҡыҙыҡһынған башҡорт кантоны башлығы Ишмохәммәт [Әмәтбаев] уҙ заманы өсөн юғары мәҙәниәтле, зыялы кешеләрҙең береһе ине. Я. Хамматов. Туған халҡын мотлаҡ мәҙәниәтле итеп курергә тырышыу, тормошта гел генә ана шул бөйөк идея менән янып йәшәу Аҡмулланың ғәжәп тәрән фекерле, аҫыл поэтикалы шиғырҙар яҙыуға килтергән. Р. Шәкүр.
МӘҘӘНИӘТЛЕЛЕК (мәҙәниәтлелеге) (Р: цивилизованность; И.: refinement; civility; T: medenilik) и.
Аң-белемгә, алдынғы тәрбиәгә эйә булғанлыҡ; культуралылыҡ. □ Цивилизованность. Кешеләрҙең мәҙәниәтлелеге. Мәҙәни-әтлелек курһәткесе.
МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРЕ (Р: культработник; И.: cultural worker; person in charge of cultural and educational activities; T: kültür emekçisi) и.
Мәҙәниәт әлкәһендә эшләүсе кеше. □ Культработник. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең яуаплылығы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ултырышы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә йөкмәтеу.
МӘҘӘНИӘТҺЕҘ (Р: некультурный; И.: uncultured; T: medeniyetsiz) с. кит.
Аң-белеме, тәрбиәһе түбән. □ Некультурный, нецивилизованный. Мәҙәниәтһеҙ кеше. Мәҙәниәтһеҙ халыҡ. ■ [Зөмрәттең]
кесе йәштән ҡанына һеңгәне шул: Урҙа — бөтә донъяға хужа, башҡорттар — Шәй-бән йортоноң сураһы, мәҙәниәтһеҙ ҡырағай халыҡ. Тимәк, яһаҡ-һалым туләргә, нуғай турәләре ни бойорһа, шуны эшләргә тейештәр. Ә. Хәкимов.
МӘҘӘТ [ғәр. -vlû] (р.; помощь; И.: help; Т: destek) и. иҫк.
Матди йәки рухи йәһәттән күтәреү рәүешендә күргән сара, булышлыҡ; ярҙам. □ Помощь, поддержка. Мәҙәт һорау. Мәҙәт курһәтеу. Мәҙәт биреу. Мәҙәткә мохтаж булыу. Ашығыс мәҙәт. ■ Хоҙайым мәҙәт бирһен аяҡтарға, бер маҡсатҡа талпынған ҡанаттарға. Ш. Бабич. Көрәшсене ҡотлап, ауылдаштары һөрән һала, мәҙәт биреп тора. Р Солтангәрәев.
МӘҘӘТКӘР [ғәр. + фарс. j^] и. иҫк. ҡар. мәҙәтсе.
МӘҘӘТСЕ (Р: помощник; И.: helper; Т.: destekçi) и. иҫк.
Эштә, тормошта ярҙам иткән кеше, булышыусы. □ Помощник, пособник. Мәҙәтсе итеп алыу. Мәҙәтсе булыу. ■ Улар дин һәм донъя эштәребеҙгә мәҙәтселәр. «Ба-тыршаның хаты».
МӘЖАЛ [ғәр. d^] (Р: сила; И.: strength; T.: mecal) и. иҫк.
Эш йәки хәрәкәт башҡара алыу мөмкинлеге, һәләте; ҡеүәт, түҙемлек; көс. □ Сила, мощь; терпимость. Мәжал өҫтәу. Мәжал бөтөу. Мәжал етеу. Мәжал кереу. Бөтә мә-жалды һалыу. ■ Был тартыштан Йукәнең китте хәле, барып һыуға төшөп, алды мәжалы. М. Өмөтбаев. Курҡыныс хәл. Барын баян итергә юҡмәжалым. С. Яҡшығолов.
МӘЖ БУЛЫУ (мәж бул-) (Р: получать удовольствие; И.: enjoy; T.: zevk almak) ҡ.
Нимәгәлер мулығып рәхәтләнеү, кинәнеү; мас булыу. □ Получать удовольствие, наслаждаться. ■ Куп кеше йыйылды. Балдар эсеп, мәж булып, шатлыҡтар ҡылып, бер нисә һуҙ һөйләштеләр. «Батыршаның хаты».
МӘЖБҮР [ғәр. (Р: обязанный; И.: obliged; bound; T.: mecbur) с.
459