Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 460 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘЖБҮР БУЛЫУ
Сараһыҙҙан, ирекһеҙҙән нимәлер эшләргә тейешле булған. □ Обязанный; принуждённый, вынужденный (делать что-л.).
МӘЖБҮР БУЛЫУ (мәжбүр бул-) (Р.: быть вынужденным; И.: be forced to; T: mecbur olmak) ҡ.
Сараһыҙҙан, ирекһеҙҙән нимәлер эшләргә тейеш булыу □ Быть вынужденным. ■ Улы менән баш килене һөйләшкәнде тауыш-тынһыҙ ғына тыңлап ултырған оло ғаилә башлығы Ишҡужа имам түҙмәне, ейәнен яҡлашырға мәжбүр булды. Я. Хамматов. Өс көн үткәс, немецтар ҡамауҙы йырып сығырға ынтылып ҡараны. Ә аҙағы шул: биш-алтыһы ятып ҡалды, бүтәндәре сигенергә, эре-эре таштарҙан өйөлгән тәбиғи нығытма артына ҡабат боҫорға мәжбүр булды. Ә. Хәкимов.
МӘЖБҮРИ I [ғәр. (Р: обязательный; И.: mandatory; T.: mecburi) с.
Үтәлеше һис һүҙһеҙ тейешле, мотлаҡ булған. □ Обязательный, непременный. Килеү мәжбүри. Мәжбүри ҡарар. Мәжбүри айырылыу. Мәжбүри ҡанун. ■ Уларҙың шатлыҡтары бөтә халыҡтың шатлыҡтары булырға тейеш. Был мәжбүри ҡанун булып ҡуйылған. М. Ғафури. Башҡортостан Республикаһы — донъяуи дәүләт. Бер ниндәй дин дә дәүләт дине йәки мәжбүри дин тип билдәләнә алмай. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһынан.
МӘЖБҮРИ II [ғәр. i(Р: вынужденно; И.: forcedly; T.: mecburen) £>.
Үтәлеше һис һүҙһеҙ тейеш, мотлаҡ. □ Вынужденно; насильно, принудительно. И Улар [Галина менән Сәғидуллин] күптәнге таныштар, тик һуңғы ваҡытта мәжбүри айырылып торғандар ҙа, һөйләшеп һүҙҙәре һис бөтмәҫлек йыйылған һымаҡ булды. А. Карнай. Карнавал — ул шаярыу һәм күңел асыу. Шуға ла костюмдарҙың бөтә яҡлап шартына еткерелеүе мәжбүри түгел. «Йәншишмә», 16 декабрь 2008.
МӘЖБҮРИЛЕК (мәжбүрилеге) (Р: вынужденность; И.: obligatiotines; T.: mecburiyet) и.
Мәжбүри булған хәл; ирекһеҙлек, сараһыҙлыҡ. □ Вынужденность, необходи
мость. Әҙәби телде белеү мәжбүрилеге. Мәжбүрилек менән эшләп йөрөү.
МӘЖБҮР ИТЕҮ (мәжбүр ит-) (Р: при нуждать; И.: force; constrain; T.: mecbur etmek) ҡ.
Сараһыҙлап, ирекһеҙләп ниҙер ҡылды-рыу, эшләтеү. □ Принуждать, вынуждать, заставлять, обязывать. И Моратовтың бер сифаты бар: ғәҙәти һөйләшеү мәлендәме, йыйылыштамы, кешелә фекер ҡуҙғата, уны уйланырға мәжбүр итә белә. Н. Мусин. Эйе, ысынлап уҡ серле халыҡ шул: күҙеңде баҡтырып алдай, талай, ә шулай ҙа ниндәйҙер ғиллә менән үҙен хөрмәт итергә мәжбүр итә [сиған]. М. Ямалетдинов. Полковникты, Александр Матросов биографияһы менән ҡыҙыҡһынып, уның рус егете түгел, ә башҡорт булыуын тоҫмаллау һәм эҙәрмәнлек эше менән шөғөлләнгәне өсөн хәрби хеҙмәттән китергә мәжбүр итәләр. «Ватандаш», № 5, 2007.
МӘЖБҮР ИТЕҮСЕ (Р: тот, кто принуждает; И.: one who coerces; T: mecbur eden kimse) и.
Ирекһеҙләп ниҙер ҡылдырыусы, эшләтеүсе. □ Тот, кто принуждает, принуждающий, заставляющий. ■ Закир ағаһының башын өйләндереүсе, уны, яуыз төлкө Хөс-нөлхаҡҡа эйәреп, ҡайҙалыр сығып китергә мәжбүр итеүсе, тип иҫәпләп, яратмай ул [Гөлйыһан] уны [Байрасты]: «Йә, кем өсөн башын һалды бит ир-егет?!» - тип йәне көйә. 3. Биишева. Эх, иҫенә төшкән һайын ҡыҙарырға мәжбүр итеүсе тағы бер күңел ҡайтарғыс вазифаһы бар икән әле Шами-ловтың! Ә. Хәкимов.
МӘЖБҮРИӘТ [ғәр. и. иҫк. ҡар. мәжбүрилек. ■ Гәли, Шәмси, Вәхит үҙҙәрен мәжбүриэт аҫтына алып: «Ярай улайһа, уҡымабыҙ!» — тинеләр, ләкин һәр береһе уйға күмелде. Ғ. Хәйри.
МӘЖБҮРӘН [ғәр. (Р: поневоле; И.: against one’s will; T: mecburen) 72. иҫк.
Башҡаса мөмкин булмағандан (ниҙер ҡылыу), ирекһеҙ рәүештә; сараһыҙҙан. □ Поневоле, принудительно, вынужденно. Мәжбүрән ҡыланыу. Мәжбүрән ҡайтыу. Мәжбүрән эшләү. ■ Мартты башлап, арт
460