Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 461 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘЖНҮН
тарафҡа ҡышты ташлап мәжбурән, ҡайттым шәһәрҙән. Ш. Бабич.
МӘЖЕҮ (мәже-) (Р.: вянуть; И.: wither; T.: solmak) ҡ. диал. ҡар. быжыу.
1. Йылыла оҙаҡ ятҡандан йомшарып бөршәйеү. □ Вянуть. Баҙҙа кишер мәжегән.
2. кусм. Булдыҡһыҙланыу, ебеү; мәмәйләнеү. □ Становиться мямлей. Егеттең мәжеуе. Юрамал мәжеу.
МӘЖИТ [ғәр. (Р: славный; И.: famous; T.: mecit) с. иҫк. ҡар. данлы.
Эш-ҡылығы йәки башҡа берәй сифаты менән дан алған, шәпкә сыҡҡан, маҡтаулы. □ Славный, почётный. / Слава. Мәжит булыу. Мәжит ҡылыҡ. Мәжит кеше.
МӘЖ КИЛЕҮ (мәж кил-) (Р: суетиться; И.: fuss; T.: koşuşmak) ҡ. һөйл.
Күмәкләшеп бер урында буталыу, ҡайнау. □ Суетиться, копошиться. ■ Унда ла һөттәрен сепараттарҙан уткәргән бисәләр һауыт-һабаларҙы йыуыштырып мәж килә. һ. Дәүләтшина. Ҡәһәр һуҡҡан фашистар бәхетебеҙгә аяҡ салмаһа, бер-бер артлы һөйөнөстәребеҙҙе таба-таба, мәж килеп, гөрләшеп йәшәр инек әле. 3. Толомғужин. Казачий халыҡ менән бергә мәж киләһең; инде ҡырғыҙҙар менән бәрелештәр ҙә булып ҡуя шикелле. 3. Ураҡсин.
МӘЖЛЕС I [ғәр. (Р: званый обед; И.: dinner party; T.: meclis) и.
1. Ҡунаҡ булышыу өсөн йыйылған йыйын; табын. □ Званый обед, ужин, пир. Аш мәжлесе. Ҡымыҙ мәжлесе. Туй мәжлесе. ■ Шулай итеп, Вахит ҡайтыу хөрмәтенә яһалған Ҡөрьән уҡытыу мәжлесе көткән кеуек куңелле сыҡманы. М. Ғафури. Мәжлес һурелмәне. Тағы ла көн кискә һарҡты. Я. Хамматов. Иҫәнбәт яҙмаһында Иҙеукәй Ыласын йырынан һуң, «ҡапыл ырғып тора ла, бер аяғын тупһаға, икенсе аяғын Буҙтолпарҙың өҙәңгеһенә баҫып: «Хуш булығыҙ!» - тип, мәжлес менән хушлаша. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Китап ҡына уҡыған кешеләр әйтә, мәжлестәрҙә йырлау мөбах, тип. Халыҡ йырынан. • Аштың тәме тоҙ менән, мәжлес йәме һуҙ менән. Мәҡәл.
2. иҫк. Рәсми ултырыш, йыйылыш.
□ Собрание. Кәңәш мәжлесе. Ҡабул итеу мәжлесе.
МӘЖЛЕС II [ғәр. иДә-Д (Р: меджлис; И.: Majlis; T.: Meclis) и.
Иранда, Төркиәлә парламент, закондар сығарыу палатаһы. □ Меджлис (законодательный орган, парламент в Иране, Турции).
МӘЖЛҮБ [ғәр. (Р: привлечённый; И.: involved; attracted; T.: meclûb) с. иҫк.
Йәлеп ителгән, тартылған. □ Привлечённый к чему-л.', вовлечённый во что-л. Мәжлуб кеше. Мәжлуб булыу. ■ Һиңә бит мәжлубминең куңелем, куҙем. М. Ғафури.
МӘЖМҮҒӘ [ғәр. (Р: сборник; И.: collection; T.: mecmua) и. иҫк.
Әҙәби йәки башҡа төрлө әҫәрҙәр йыйынтығы. □ Сборник, альманах, свод. Шиғырҙар мәжмуғәһе. Бойороҡтар мәжмуғәһе. Ҡанундар мәжмуғәһе. ■ [Әхмәтзәки Вәли-диҙең] Истанбулға килгәнсе, Германияла саҡта яҙған «Китабы дедем Корҡот хаҡында» тигән куләмле мәҡәләһе Төркиәт мәжмуғәһенең беренсе томына урынлаштырыла. Р. Шәкүр. Йәштән йыйған бер быуаҙ мәжмуғәм бар, уның да бәғзе ере ҡаҡыр-маҡыр. М. Аҡмулла.
МӘЖМӘҒ [ғәр. (Р: место для собрания; И.: place for gatherings; T.: mecma) u. иҫк.
Йыйыла торған урын. □ Место для собрания. Мәжмәғкә барыу. Мәжмәғтә булыу. ■ Имам-хатиб ҡорбан салырға мәжмәғ урынын ҡасандан инде әҙерләгәйне. Экспедиция материалдарынан.
МӘЖНҮН [ғәр. (Р: смирный человек; И.: meek; T.: mecnun) и.
1. Булдыҡһыҙ, йүнһеҙ, ебегән кеше.
□ Смирный, безропотный, беспомощный, слабый, бессильный человек. / Смирный, безропотный, слабый. Мәжнун егет. ■ [Кәрим:] Белмәйем, был мәжнундән эш сығырмы икән? X. Ибраһимов. [Әбубәкер:] Ниңә ҡарға кеуек ауыҙыңды асып ҡаттың! Әйҙә, тиҙәр бит һиңә, мәжнун! Р. Ғабдрахманов. Сараһыҙлыҡ уны [Мәҙинәне] һындырырмы, бахыр, мәжнун бер йән итерме, әллә сара
461