Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 462 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘЖРУХ
һыҙлыҡтың уҙенән дә саяраҡ, ҡеуәтлерәк көскә әйләнерме? Т. Ғарипова.
2. Мөхәббәттән алйыған. □ Одержимый любовью, обезумевший от любви. Мәжнун йәндәр. И Бер ҡарауҙа ир-атты әсир яһап, мәжнун итер ҡатындар куп ине беҙҙә [ауылда ], ә бындайы әле юҡ ине. Исеме лә бығаса ҡолаҡ ишетмәгән исем бит — Аҡйондоҙ. М. Кәрим.
МӘЖРУХ [ғәр. cjjH (Р.: раненый; И.: wounded; T.: mecruh) с. иҫк.
1. Тәне йәки эске бер ағзаһы ҡырҡылған, зыянланған; яралы, йәрәхәтле. □ Раненый. Мәжрух кеше. Мәжрух батыр. Мәжрух һалдат. ■ Унда-Һанда мәжрух яугирҙар-ҙың ыңғырашып ҡу йыу ын, бала-сағаның төшәнеп һөйләнеуен, эттәрҙең теләр-теләмәҫ лауылдап алыуын иҫәпләмәһәң, был урында эркелешеп төнәгән кус барлығын белерлек тә тугел. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Кемдер тарафынан рәнйетелгән, йәбер, ғазап кисергән. □ Раненый. Мәжрух йөрәк. ■ Куңелдәр шатланырлыҡ нәмә юҡ, тик йәшле куҙҙәр бар. Йыраҡта ҡан .. Яҡында гел шулай мәжрух куңелдәр бар. М. Ғафури.
МӘЖҮС [ғәр. о-*»*] (Р: язычник; И.: pagan; T: mecus) и.
Мәжүсилек динендәге кеше. □ Язычник. Мәжус кеше.Мәжус булыу.
МӘЖҮСИ I [ғәр. (Р: языческий; И.: pagan; heathenish; T: mecusi) с.
Мәжүсилек диненә бәйләнешле. □ Языческий. Мәжуси ғәҙәттәр. Мәжуси халыҡтар. Мәжуси аллалар. ■ Әлмисаҡтағы мәжуси замандарҙың уҙе шомло, уҙе йән әу-рәткес тылсымлы шаңдауы һирпелгәндәй ине ҡарсыҡтың иңрәуле һуҙенән. Ә. Хәкимов.
МӘЖҮСИ II [ғәр. (Р: язычник; И.: pagan; Т: mecusi) и.
Мәжүсилек динен тотоусы кеше. □ Язычник. Мәжусиҙәрҙең ышаныуы. ■ Ислам dw ненә тиклем башҡорттар мәжуси булғандар. Ә. Хәкимов. Ағастарға сепрәктәр элеп, ҡорбан салып, ғибәҙәттәр ҡылып уткәрелә торған .. байрам мәжусиҙәрҙә Зәт-Әнуәт тип атала икән. Башҡортса дини календарҙан.
МӘЖҮСИЛЕК (мәжүсилеге) (Р: язычество; И.: heathendom; T: mecusilik) и.
Христиан, буддизм, ислам диндәренән айырмалы рәүештә күп аллалы (ай, көн, ут, һынташ һ. б. кеүек нәмәләрҙе Алла тип таныған) боронғо диндәрҙең дөйөм атамаһы. □ Язычество. ■ Мәжусилек дине. Мәжусилек осоро. ■ [Шәйхелислам — Сәйфөлмөлөккә:] Мәғлум ки, бынау Урал илендәге ҡайһы бер ырыуҙар әлегәсә мәжусилектән ҡотолоп бөтә алмай. Ә. Хәкимов. Башҡорт халыҡ ижадында йола поэзияһы, .. асылда, халыҡтың боронғо мәжусилек ҡараштарының сағылышы булып тора. С. Галин. Им-том итеуҙәге комплекслылыҡ мә-жусилекҡә ҡанбаба, Тәңре рухына инаныуҙың исламдан ингән мотивтар менән, төрлө магик сараларҙың халыҡ медицинаһы элементтары менән, ритмик телмәрҙең ритмик хәрәкәт менән берҙәм ҡулланылышында ла куҙәтелә. Ә. Сөләймәнов.
МӘЖҺҮЛ [ғәр. (Р: неопределённый; И.: unknown; amorphic; T: meçhul) с. иҫк.
Асыҡланмаған, аныҡ түгел, асыҡ, билдәле булмаған. □ Неопределённый, неизвестный. Мәжһул киләсәк. Хәҡиҡәте мәжһул. Мәжһул сәбәп.
МӘЖӘЛЛӘ [ғәр. (Р: журнал; И.: journal; T: mecelle) и. иҫк.
Китап һымаҡ итеп сығарылған ваҡытлы баҫма; журнал. □ Журнал. Ҡулъяҙма мә-жәллә. Айлыҡ мәжәллә. Шәкерттәр сығарған мәжәллә. ■ Ғәйшә абыстайҙың тәрб иәһе вә тон-көн улан ижтиһады сәбәбендән Ғәббәс мулла һәр бер яңы вә иҫке рисәләләрҙе, рус, төрки, ғәрәби йәриҙә вә мәжәлләрҙе уҡымаға һәм дә бөйөк бер ихлас вә хирес илә уҡымаға башланы. Р. Фәхретдинов.
МӘЗ КИЛЕҮ (мәз кил-) ҡ. ҡар. мас булыу. Ҡунаҡтар мәз килделәр.
МӘЗАХ и. ҡар. мәҙәк I. Мәзах һөйләу.
МӘЗИН [ғәр. сАН (Р: муэдзин; И.: muezzin; T: müezzin) и. дини.
Мәсеттә аҙан әйтеүсе; аҙансы. □ Муэдзин (служитель при мечети, призывающий мусульман на молитву), азанчи. Йәш мәзин. Мәзин тауышы. Мәзин саҡырыуы. Мәзин
462