МӘЙЕЛ
аҙан әйтә. ■ Ана алда, дуртенсе рәттә, мәзин улы Фазлый менән Абдулла байҙыц малайы уҙ-ара аҡрын ғына һөйләшәләр ҙә, яндарында ултырған Хөсәйендең ҡолағына ниҙер шыбырлап, бисәләр ултырған яҡҡа ҡарап, мыҫҡыл итеп ауыҙҙарын ҡыйшатып көләләр. Һ. Дәүләтшина. Вахит был тауышты [«смирно» тигән команданы]мәзин-дәрҙең йыназа намаҙы уҡығанда әйтә торған тәҡбирҙәренә лә, ураҡ урғанда бик ҡаты йәшенләп кук кукрәгән тауышҡа ла оҡшатырға белмәне. М. Ғафури. Йондоҙҙар — кук йөҙөн биҙәу өсөн Аллаһы Тәғәлә ихтыяры менән элеп ҡуйылған шәм-сыраҡтар улар, тип аңлата мәзин. Ә. Хәкимов.
МӘЗМУН [ғәр. (Р.: смысл; И.:
meaning; T.: mezmun) и. иҫк.
Төп фекерҙең ҡыҫҡаса бирелеше, һүҙҙең, атаманың эске йөкмәткеһе, эстәлеге. □ Смысл. Тәрән мәзмун. Мәзмунен курмәу. Мәзмунен һөйләу. ■ Ш. Фидаи нәҫер һәм нәҙем мәзмунында төрлө әҙәби парсалар яҙа ла, миңә кереп уҡып курһәтә ине. М. Ғафури.
МӘЗҺӘР БУЛЫУ (мәзһәр бул-) (Р.: становиться общеизвестным; И.: become very common; T: faş olmak) ҡ. иҫк.
Асылыу, фаш ителеү. □ Становиться общеизвестным. // Проявление, обнаружение. ■ Ғәйебенә куҙ һалма, дуҫтың ғисмәте мәнзур имәс. Ғәйебе заһир булһа булһын, ғәйебе мәзһәр булмаһын. М. Аҡмулла.
МӘЗӘ [фарс. û>| (Р: удовольствие; И.: pleasure; T: meze) и. иҫк.
1. Рәхәтлек тойғоһо; кинәнес, тәм. □ Удовольствие, наслаждение; вкус. Мәзә алыу. Мәзә тойоу. Мәзә табыу. Мәзәһе юҡ. Мәзә татыу. ■ Был донъянан мәзә табып йәшәр кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
2. Көлкөлө ваҡ хикәйә. □ Небольшая смешная история, анекдот. Мәзә һөйләу. Мәзә яҙыу. Мәзә авторы.
МӘЙ [фарс. (Р: хмельное; И.: nappy; T: mey) и. һөйл.
Иҫерткес эсемлек; араҡы. □ Хмельное. Мәй эсеу. Мәй зарары. Мәй һауыты. ■ [Зифа:] Сәй эсербеҙ. Сәй янына мәйе лә табылыр. К. Мәргән. [Әсҡәттең атаһы — әсәһенә:]
Мәйең бармы ҡунаҡтарға? Экспедиция материалдарынан.
МӘЙДАН и. диал. ҡар. һабантуй.
МӘЙДАНӘ и. ҡар. майҙан 1. Мәйданәлә осрашыу. Мәйданә куләме. Мәйданә урыны. ■ Камаләтле бер ир ҡана, сығар сараһы мәйданә. М. Өмөтбаев.
МӘЙДӘТ [фарс. (Р: мелкий; И.: little, small; T: ufak) с.
Күләме, дәүмәле үтә бәләкәй булған; бик ваҡ. □ Мелкий; маленький. Мәйдәт хәрефтәр. Мәйдәт муйынсаҡ. ■ Әллә ҡара алтындай ялтыраусы мәйдәт толомдарың өсөнмө, ҡайнай ине йөрәгемдә һеҙгә булған дуҫлыҡ, иптәшлек. Ә. Шакиров.
МӘЙЕҘ I (Р: изюм; И.: raisins; T: üzüm) и. һөйл.
Кипкән йөҙөм. □ Изюм. Мәйеҙ ашау. Мәйеҙ һатыу. ■ Фатима апайҙың кеҫәһенә һәр саҡ мәйеҙ һалып йөрөтә торған ғәҙәте бар. Экспедиция материалдарынан. Бар, ҡыҙым, магазинға барып әҙ генә мәйеҙ алып кил әле, — тип йомош ҡушты Сәбилә инәй ейәнсәренә. «Һаҡмар», 12 март 2012.
МӘЙЕҘ II и. диал. мәйел I, 1. Мәйеҙ белдереу. Мәйеҙе бар. Мәйеҙ буйынса. ■ Мәйеҙе нисек бит, ҡаршы булып булмай. Экспедиция материалдарынан.
МӘЙЕЛ I [ғәр. (Р: влечение; И.: inclination; T.: meyil) и.
1. Күңел ятышы, күңел ынтылышы; ҡыҙыҡһыныу, теләк. □ Влечение, склонность. Мәйелгә хас. ■ Марат уҡырға уҙ мәйеле менән кергәндәй ине. Ә. Хәкимов.
2. Кешегә нимәнелер ихтыяр ҡуйғанда әйтелә. □ Желание, стремление, воля. Мәйелең менән. Үҙ мәйелең менән. Үҙ мәйеле, көсләшмәйек. ■ Ҡайҙа осһа, ҡайһы ағасҡа ҡунһа, уҙ иркендә, уҙ мәйелендә. Ә. Хәкимов. [Фәузиә — Шәнгәрәйгә:] Булһасы... Уның уҙ тормошо, уҙ мәйеле... Т. Ғарипова.
3. Нимәлер эшләү, булдыра алыу, ижад итеү ҡеүәһе; һәләт. □ Склонность, предрасположенность к чему. Спорт мәйеле. Мәйеле булыу. Мәйеле булған кеше.
МӘЙЕЛ II [ғәр. J^] (Р: склонный; И.: inclined to; T.: meyil) с.
463