Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 465 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘЙШЕЛДӘК
МӘЙЕТ КҮСЕРЕҮ (Р.: перенос покойника; И.: transfer of a corps; T.: ölüyü taşımak) и. pum.
Мәйетте бер урындан икенсе ергә күсереү тәртибе. □ Перенос покойника.
МӘЙЕТ ҠУЙЫУ (мәйет ҡуй-) (Р.: хоронить; И.: lay to rest; T.: defnetmek) ҡ.рит.
Мәйетте күмеү; ер ҡуйынына тапшырыу □ Хоронить. ■ Мәйетте ҡуйып ҡайталар ҙа өс, ете көнөн уткәрәләр. Экспедиция материалдарынан.
МӘЙЕТ ОҘАТЫУ (Р.: проводы покойника; И.: farewell ceremony; T.: cenaze töreni) и.
Мәйетте күмеү, ер ҡуйынына тапшырыу тәртибе. □ Проводы покойника. ■ Мәйетте оҙатҡанда бөтә ауыл эштән туҡтай, тауыш-тын сығарырға, йырларға, куңел асырға ярамай. Йола фольклорынан.
МӘЙЕТХАНА [ғәр. + фарс. (Р: морг; И.: mortuary; T.: morg) и.рит.
Мәйеттәр ҡуя торған йорт, бүлмә.
□ Морг. Мәйетхана төҙөу. Мәйетханаға илтеу. Мәйетханаһы булған ҡала. Район уҙә-гендә мәйетхана төҙөу. Мәйетхана урыны итеп ҡаланың сит яғын һайланылар.
МӘЙЕТ ҺЫУЫ (Р: вода после обмывания покойника; И.: ablution water; T.: ölünün yıkandığı su) и. миф.
Мәйет йыуған һыу; кемделер, нимәнелер сихырлағанда ҡулланыла торған ҡурҡыныс һыу. □ Вода после обмывания покойника; опасная вода, используемая в порче. ■ Мәйет һыуын туккәс, өҫтөнә тимер һалырға кәрәк, һалмаһаң, ул эйәләнә. Йола фольклорынан.
МӘЙЕШЕҮ (мәйеш-) (Р: склониться; И.: bend; stoop; T.: eğilmek) ҡ. һөйл.
Аҫҡа табан бөгөлөп төшөү; эйелеү.
□ Склониться. Мәйешкән ағастар. Мәйеш-кән бағана. Мәйешә башлау. Мәйешкән кеше. Мәйешеп төшөу.
МӘЙКӘМ (Р: головастик; И.: tadpole; Т.: iribaş) и. зоол. диал. ҡар. сүмесбаш.
Ер-Һыу хайуандары ғаиләһенә ҡараған, йөҙгөс ҡойроҡло тәлмәрйен балаһы. □ Головастик. Мәйкәм балыҡ селбәрәһенә оҡшай.
МӘЙМҮН I [ғәр. (Р: радостный, счастливый; И.: joyful; T.: sevinçli) с. иҫк.
Шат, бәхетле. □ Радостный, счастливый. ■ Төҙәт донъяуиҙарҙы фән өсөн һин, Тәби һин, тутый, мәймун һин, төшөнһәң. М. Өмөтбаев. Бар икән бер ар алда мәймун шәһәр, Хоҙайым шуға дусар итте, тине. «Буҙйегет».
МӘЙМҮН II [ғәр. и. диал. маймыл.
Мәймун рәсеме. Мәймун сығышы. Мәймун булып уйнау.
МӘЙРЕН (Р: рыбья жила; И.: fish tendon; T.: tendon) u.
Балыҡ һеңере. □ Рыбья жила. Мәйрене өҙөлөу.
МӘЙСИР [ғәр. (Р: азартная игра; И.: gambling; T.: kumar oyunu) и. иҫк.
Аҡсаға уйнай торған ҡомарлы уйын.
□ Азартная игра. Мәйсир уйнау.
МӘЙТӘМ (Р: я говорю; И.: say; Т.: diyorum ki) инш. һөйл.
Үҙ һүҙеңде, үҙ фекереңде әйткәндә ҡулланыла. □ Я говорю. ■ Әйтәм дә: ни бары Зарифа арҡаһында Шәнгәрәй байғош атаһыҙ, Зарифа бисура ирһеҙ ҡала яҙҙы. Әллә, мәйтәм, Ихсанбай ҡустым, апайыңдың ҡарғышы төштөмө .. Т. Ғарипова.
МӘЙХАНА [фарс. (р: бар; И.:
saloon; T.: meyhane) и. иҫк.
Иҫерткес эсемлектәр эсә торған йорт.
□ Бар. Мәйхана янында. Мәйханаға инеу. Мәйхана урыны.
♦ Мәйхана килеү диал. ығы-зығы килеү. □ Суетиться. ■ Бала-сағанан башлап ҡарт әбейҙәргә тиклем шаулаша, гөрләй, мәйхана килә. Ш. Шәһәров.
МӘЙХУР [фарс. (Р: пьяница; И.: toper; sot; T.: meyhar) и. иҫк.
Иҫерткес эсемлек эсергә әүәҫ; эскесе. □ Пьяница. Мәйхур ир. Мәйхур кеше. Мәйхур сире.
МӘЙШЕЛДӘК (Р: гибкий; И.: supple; Т.: esnek) с. һөйл.
Бөгөлөп-Һығылып тороусан. □ Гибкий. Мәйшелдәк ҡалай. Мәйшелдәк иҙән. Мәй-шелдәк сыбыҡ. Баҫмалары бигерәк мәйшелдәк, тотоноп сығығыҙ.
465