МӘЙШЕЛДӘҮ
МӘЙШЕЛДӘҮ (мәйшелдә-) (Р. :сгибаться, гнуться; И.: bend; flex; T.: bükülmek) ҡ.
Бөгөлөп-Һығылып тороу. □ Сгибаться, гнуться. Таяҡ мәйшелдәп тора. ■ Оҙон арбаның үрәсәһе ауыр йөк тейәгәндә мәйшелдәп бара. Экспедиция материалдарынан.
МӘЙШӘЙЕҮ (мәйшәй-) ҡ. диал. ҡар. йәмшәйеү.
МӘК (мәге) (Р: мак; И.: poppy; T.: gelincik) и. бот.
1. Йомро ҡуҙағы эсендә ваҡ ҡына ҡара орлоғо булған матур эре сәскәле үҫемлек. □ Мак. / Маковый (лат. Papaver). Мәк орлоғо. Мәк сәскәһе. Мәк башы. Мәк плантацияһы. Әфйун мәге. ■ Бөтә яланды ҡып-ҡыҙыл мәк ҡаплап алған. М. Кәрим. Хәлһеҙләнеп, һунә-һунә китә, тац ҡояшы төҫлө ҡыҙыл мәктәр. М. Ғәли. Ер оҙаҡламай йәшеллеккә, ҡырағай мәк, ләлә сәскәһенә ку-меләсәк. Ә. Хәкимов.
2. Шул үҫемлектең орлоғо. □ Мак. / Маковый. Мәк майы. Мәк ашау.
МӘКАН [ғәр. (Р: место; И.: place (of an event); T.: mekan) и. иҫк.
1. Берәй нәмәнең, хәл-ваҡиғаның урыны. □ Место, местопребывание. ■ Ул мә-канда шул ҡәҙәр булды сорур, ул сорурға бәлки лайыҡтыр ғорур. М. Өмөтбаев.
2. Йәшәгән урын; төйәк. □ Местожительство. ■ Мәканым минец ятҡан — аты зиндан, һәр төрлө әҙәме бар яфа ҡылған. М. Аҡмулла.
3. кусм. Кешенең тотҡан урыны, дәрәжәһе. □ Должность. Мәкан яулау. Мәканы — баш мөхәррир. Мәканлы булыу.
МӘКАН БУЛЫУ (мәкан бул-) (Р: устраиваться; И.: get fixed up; T.: mekan almak) ҡ. иҫк.
Hu менәндер шөғөлләнеү өсөн бер урынға инеү; урынлашыу. □ Устраиваться.
МӘКАН ИТЕҮ (мәкан ит-) (Р: занимать место; И.: occupy; T.: mekan almak) ҡ. иҫк.
Урын алыу, биләү. □ Занимать место. ■ һаҡмар, Эйек, Әйҙәрҙе — атам барын мәкан иткән. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
МӘКАН ТОТОУ (мәкан тот-) ҡ. иҫк.
■ Ошо ергә мин яңы тоттом мәкан, ҡалды күктә — фирҙәуестә төп ватан! Ш. Бабич.
МӘКАНӘТ [ғәр. 4^] и. иҫк. ҡар. мәкан 1,2. ■ Мәсем хан — мосолман хан, төрки заты, .. Ағиҙелдең буйы булған мәканәте. «Бабсаҡ менән Күсәк».
МӘКЕ (Р: прорубь; И.: ice-hole; Т.: oyuk) и.
һыу алыу, мал эсереү өсөн боҙға уйылған тишек. □ Прорубь. Мәке уйыу. Мәке ауыҙы. Мәкегә һыуға барыу. ■ Әле яңы ғына өй-ҡура йунәтеп, мәке тирәһенән уҙмаған Ҡара Йомағол, әлбиттә, беҙҙең [Кендектәрҙең] һалҡын һыуыбыҙҙы ла уртлағаны юҡ. М. Кәрим. Уйылып төшкән боҙ ситенә тырнаҡтарын батырып, ул [зәңгәр кейем кейгән ҡатын-ҡыҙ заты] мәкенән сығырға тырыша, ләкин һәр берендә ҡулы тайып китеп, башы менән һыу төбөнә сумып сыға. Д. Юлтый. Боҙ битендә кәмәгә оҡшатып уйылған мәке төҫлө тулы һорғолт куҙҙәре [Таңһылыуҙың] оҙонсай гөлйемешкә тартым аҡһыл йөҙөнә һөйкөмлөлөк өҫтөнә һөйкөмлөлөк өҫтәй. Р. Камалов.
МӘКЕБАШ (Р: исток; И.: source; egress; T.: pınar) и. диал. ҡар. сығанак II.
Шишмә башы; шишмәнең сыҡҡан урыны. □ Исток. Мәкебашта осрашыу. Мәке-баш урыны.
МӘКЕР [ғәр. (Р: коварство; И.: perfidy; craft; T.: mekir) и.
Аҫтыртын эшләнгән яуызлыҡ, яуыз ниәтле аҫтыртын эш. □ Коварство; хитрость, лукавство. / Коварный; хитрый, лукавый. Мәкер ҡороу. Мәкер ҡылыу. Мәкер уйлау. ■ Яуға сапҡан батырға ҡалҡан булған Уралтау, мәкер килмешәктәрҙең йәнен ҡыйған Уралтау. А. Игебаев.
МӘКЕРЛЕ (Р: коварный; И.: perfidious; T.: mekirli) с.
Аҫтыртын уҫал, аҫтыртын яуыз. □ Коварный; хитрый, лукавый. Мәкерле хәйлә. Мәкерле план. Мәкерле дошман. Мәкерле уй. Мәкерле һуғыш. ■ Теге бер туған ике зобаныйҙың [Бикмырҙаның һыналған ағалы-энеле ике дуҫы] эште ҡоро тоторға, мәкер
466