Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 467 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘКТҮБ
ле ниәттәренән ҡайтмаҫҡа уйлауҙарын аңлағас, ул [Шәрғиә] әҙме-күпме һаҡланып өлгөрҙө. Ә. Хәкимов, һәр хәлдә, .. уны [Аҡ-булаҡ йылғаһын]шундай ҡеуәтле, уҫал, хатта ваҡыты-ваҡыты менән мәкерлелер тип һис тә уйламаҫһың. Р. Солтангәрәев. [Салауат — Иванға:] Пугачты язалағандарын беләм, ләкин императорыбыҙ Петр III, Аллаға шөкөр, иҫән-һау! Мәкерле Кәткәне ҡыуып, законлы тәхетенә ултырыр көнө йыраҡ тугел, иншалла! Б. Рафиҡов.
МӘКЕРЛЕК (мәкерлеге) (Р: коварство; И.: craft; T.: mekirlik) и.
Аҫтыртын эшләнгән яуызлыҡ. □ Коварство. ■ Мәкерлектең тауышы юҡ, мин [лирик герой] уткәрҙем уны һанап. Ул һалдатты аңғармаҫтан яралаған пуля һымаҡ. М. Кәрим. [Усман — Хәкимәгә:] Ниндәй мәкерлек! Ниндәй яуызлыҡ! Бына бөгөнгө йәштәр! Намыҫ юҡ! Оят юҡ! Н. Ғәйетбаев. Мәкерлек барып сыҡмаҫтай булғас, аҫрауҙарынан егеттең итеген урлата ла [Боғрахандың йәш ҡатыны], яңы ғына яуған ҡар өҫтөндә шуның эҙен һалдырттыра. Н. Зарипов. «Ярай, уҙегеҙгә үпкәләрһегеҙ», — тип Ғөбәй тағы бер мәкерлек эшләне. Ул [Ғөбәй] яҙған ялыу нигеҙендә Ғаббасовтың яҙмалары тартып алынды, үҙенә егерме дурт сәғәт эсендә ҡаланан сығып китергә бойороҡ бирелде. Ә. Хәкимов.
МӘКИНӘ [рус. мякина] (Р: мякина; И.: chaff; T.: kesmik) и. диал. ҡар. әүрәү.
1. Иген елгәргәндә төшкән ваҡ ҡый. □ Мякина. Мәкинә ашаған һыйыр.
2. Ашлыҡтың он итеп тартҡанда онталмай ҡалған ҡабығы; көрпә. □ Отруби, высевки. Бер тоҡ мәкинә. Малға мәкинә бутап биреу.
♦ Мәкинә баш тиҙ онотоусан, хәтерһеҙ; һыу мейе. □ Беспамятный, забывчивый. ■ Мәкинә баш, ни эшләп артҡы ҡапҡаны япманың, малдар баҡсаға ингән бит! Экспедиция материалдарынан.
МӘККӘР [ғәр. (Р/ коварный человек; И.: crafty person; T.: mekkar) и. иҫк.
Яуыз ниәтле, аҫтыртын эш эшләгән, мәкерле кеше. □ Коварный человек, хитрец, интриган. Мәккәрҙең ысын йөҙө.
МӘКЛЕ (Р: маковый; И.: poppy seeds added; papaveraceous; T.: gelincikli) с.
Мәк ҡатнаштырылған, мәк һалынған, мәк һибелгән. □ Маковый, с маком. Мәкле икмәк. Мәкле кәнфит. Мәкле булкалар.
МӘКЛӘНЕҮ (мәклән-) (Р: завязываться; И.: set; T.: gelincik oluşmak) ҡ.
Мәктең башы төймәләнеү, тумалыу. □ Завязываться (о плодах мака). // Завязь. Мәкләнеу дәуере. Мәкләнгән саҡ.
МӘКЛӘҮ (мәклә-) (Р: посыпать маком; И.: add poppy seeds; T.: haşhaş tohumu kullanmak) ҡ.
Мәк ҡушыу; мәкле итеү. □ Посыпать, обсыпать маком. Бәлеш өҫтөн мәкләу.
МӘКРУҺ [ғәр. (Р: плохой; И.: evil starveling; T.: mekruh) с. иҫк. ҡар. боҙоҡ.
1. Мораль яҡтан яман, кире сифаттары булған. □ Плохой, дурной, скверный. Мәкруһ эш. Мәкруһ ҡылыҡ. Мәкруһ кеше. Мәкруһ тәртип.
2. дини. Шәриғәт хупламаған, кире ҡаҡҡан. □ Не одобряемый, порицаемый шариатом. Мәкруһ ғибәҙәт. Мәкруһ эш ҡылыу. ■ Мәкруһ эштәр ҡылыуҙы шәриғәт хупламай. Экспедиция материалдарынан.
МӘКРУҺЛЫҠ (мәкруһлығы) (Р: не одобряемое шариатом действие; И.: misdeed; T.: mekruhiyet) и. иҫк. дини.
Шәриғәт хупламаған, кире ҡаҡҡан хәл; гөнаһ. □ Не одобряемое шариатом действие, не по канонам шариата. Мәкруһлыҡ белдереу. Мәкруһлыҡ эшләу. Мәкруһлыҡ ҡылыу.
МӘКТҮБ [ғәр. (Р: письмо; И.: letter; T.: mektup) и. иҫк.
Хат йәки башҡа яҙма мөрәжәғәт. □ Письмо, записка, послание. Асыҡ мәктуб. Мәктуб ебәреу. Мәктубтең асылы. Мәктуб авторы. ■ [Аҡһаҡ Тимер — Әмиргә:] Аталарына [әсирҙәрҙең] минең исемдән мәктуб юлла. Әгәр ҙә тейешле куләмдә ҡәҙимгесә яһаҡ ту-ләп торһалар, Урҙаға йөҙ борһалар, үҙҙәренең ыҙан-йолаларын тотоп, ирекле йәшәрҙәр,
467