мәктәп
аманаттар ҡайтарылыр. Ә. Хәкимов. Бер аҙ өйҙә ултырғас, ҡатынының да өйҙә юҡлығын форсат белеп, дурт-биш йылдан бирле ҡутарылмаған, ҡулын да тейҙермәгән нәмәләре араһында һаҡланған бер мәктубте алып уҡый башланы [Ғәли]. М. Ғафури.
МӘКТӘП (мәктәбе) [ғәр. (Р.: школа; И.: school; T.: okul) и.
1. Йәш быуынға дөйөм белем һәм тәрбиә бирә торған уҡыу йорто һәм шул уҡыу йорто урынлашҡан бина. □ Школа. / Школьный. Башланғыс мәктәп. Урта мәктәп. Ҡиске мәктәп. Интернатлы мәктәп. Мәктәп уҡыусылары. Мәктәп ихатаһы. Мәктәптә уҡыу. Мәктәпкә йөрөу. ■ Урта мәктәпте тамамлағансы, өс йыл буйы улар [Линара менән Рафиҡ] шулай хат алышып торҙо. Л. Якшыбаева. [Йыйылышта ҡатнашыусылар — министр урынбаҫарына:] Ҡалала балаларҙы мәктәпкә, йәслегә урынлаштырыу, уҙебеҙгә эш табыу, пропискаға инеу, башҡа мәсьәләләр тыуасаҡ. Ә. Әминев. Улар [Аркаш менән Мотой] Ишәй менән Ҡушай һымаҡ — мәктәптә лә, ауылда ла гел бергә. Д. Шәрәфетдинов. Тау башында аҡ мәктәп, беҙ [уҡыусылар] барырбыҙ кумәкләп. М. Кәрим.
2. Махсус белем бирә торған уҡыу йорто. □ Специальная школа. Музыка мәктәбе. Спорт мәктәбе. Һөнәрселәр мәктәбе. Дини мәктәп. Художестволы мәктәптә уҡыу.
3. Ниндәйҙер эш барышында тупланған тәжрибә, алынған белем; күнекмә. □ Школа (жизненный опыт). Тормош мәктәбе. Тәжрибә туплау мәктәбе. ■ Әрме хеҙмәте йәштәрҙе хәрби һәм сәйәси яҡтан әҙерләуҙең иң яҡшы мәктәбе булып тора. «Йәшлек», 14 октябрь 2011.
4. Әҙәбиәт, сәнғәт, фән, ижтимағи-сәйәси фекерләү өлкәһендәге йүнәлеш, ағым. □ Школа (направление в науке, искусстве, литературе, политике). Тарихсыларҙың яңы мәктәбе. Башҡорт тел ғилемендәге Ж. Ғ. Ҡейекбаев мәктәбе.
МӘКТӘПДАР [ғәр. + фарс. jh] (Р: директор школы; И.: headmaster; T.: okul müdürü) и. иҫк.
Мәктәп тотҡан кеше, мәктәп хужаһы.
□ Директор школы. Мәктәпдар булмәһе. Мәктәпдар вазифаһы. Мәктәпдар булып эшләу. Мәктәпдарҙың эш урыны.
МӘКТӘПКӘСӘ (Р: дошкольный; И.: preschool; T.: okuldan önceki) с.
Уҡырға төшкәнгә тиклем. □ Дошкольный. Мәктәпкәсә йәштәге балалар. Мәктәпкәсә йәштәге дәуер. Мәктәпкәсә йәштәге баланың фекер йөрөтөуе. ■ Балаларҙың төп тормош ғәҙәттәре мәктәпкәсә йәштә тәрбиәләнә. Интернет селтәренән. Әсәһенең куңелен китмәҫ өсөн педагогия училищеһының мәктәпкәсә белем биреу буле-ген тамамлап, балалар баҡсаһында ла эшләп ҡарай [Лира Нафиҡова]. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010.
МӘКТӘПТӘШ (Р: школьный товарищ; И.: school mate; T.: okuldaş) и.
Бер мәктәптә уҡыусылар, класташтар, һабаҡташтар. □ Школьный товарищ, одноклассник. Мәктәптәштәр менән осрашыу. Мәктәптәштәр хәтирәһе.
МӘКТӘР и. бот. ҡар. мәк һымаҡтар. Мәктәргә ҡараған уҫемлектәр.
МӘКҮШТӘҮ (мәкүштә-) (Р: ослабевать; И.: weaken; T.: halsiz düşmek) ҡ. диал. ҡар. киңгәү.
Ныҡ йонсоп, хәлһеҙләнеү, киҫелеү.
□ Ослабевать, обессиливать, изнемогать. Аслыҡтан мәкуштәу. Бала сирләп мәкуш-тәгән. Ауыр эш мәкуштәтә. Ауыр эштән мәкуштәу. Ауырыуҙан мәкуштәп китеу.
МӘК ҺЫМАҠТАР (Р: семейство маковых; И.: poppy family; T: gelincikgiller) и. бот.
Мәк, һөйәл үләне һ. б. кеүек ике өлөшлө үҫемлектәр ғаиләһе; мәктәр. □ Семейство маковых, маковые (лат. Papaveraceae). Мәк һымаҡтар сәскәһе.
МӘКӘ (Р: бедренец; И.: pimpernel; Т.: anason) и. бот.
Аҡ сәскәле, бейеклеге 15 сантиметрға еткән, туғай-яландарҙа, юл буйҙарында, урман ситтәрендә үҫкән күп йыллыҡ үҫемлек; кәзә һаҡалы. □ Бедренец (лат. Pim-pinella). ■ Мәкә тамырынан әҙерләнгән ҡайнатманы тын алыу юлдарының брон-
468