мәҡәл
МӘҠӘЛ [ғәр. J^] (Р.: пословица; И.: proverb; T.: atasözü) и.
Тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ. □ Пословица. Мәҡәлдәр йыйынтығы. Мәҡәл әйтешеу. Мәҡәлдец мәғәнәһен аңлау.
■ Һәр әйткән һуҙе, һәр һөйләр хәбәре алдынан мотлаҡ берәй әйтем, мәҡәл ҡулланыр ине [инәйем]. М. Ямалетдинов. • Йөҙ курке -һаҡал, һуҙ курке — мәҡәл. Мәҡәл. Ир матур һаҡал менән, һуҙ матур мәҡәл менән. Мәҡәл. Мәҡәл әйткән — юл өйрәткән, әйтем әйткән — куңел йыуатҡан. Мәҡәл.
МӘҠӘЛЛӘШЕҮ (мәҡәлләш-) (Р.: превращаться в пословицу; И.: turn into a proverb; T: atasözü olmak) ҡ.
Мәҡәлгә әйләнеү, мәҡәл хәленә килеү. □ Превращаться в пословицу; становиться пословицей. Һөйләм мәҡәлләшкән. ■ Олатайыңдың һуҙҙәре мәҡәлләшеп тә киткән инде әллә. Экспедиция материалдарынан.
МӘҠӘЛЛӘШТЕРЕҮ (мәҡәлләштер-) ҡ. йөкм. ҡар. мәҡәлләшеү, понуд. от мәҡәлләшеү. ■ Халыҡ йәмғиәттәге синфи буленеш, синфи көрәш хәлдәрен мәҡәлләштергән. Ғ. Амантай.
МӘҠӘЛӘ [ғәр. (Р: статья; И.: article; item; T: makale) и.
Ғилми йәки публицистик стилдә яҙылған һәм газета-журналда, берәй йыйынтыҡта баҫылып сыҡҡан бәләкәй күләмле хәбәр. □ Статья. Ғилми мәҡәлә. Мәҡәлә уҡыу. Мәҡәлә баҫтырыу. Мәҡәләгә таяныу.
■ Ағас материалдарын яңыса киптереу тураһында яҙылған мәҡәлә уға [Әхмәткә] йоҡларға ятҡас та тынғы бирмәне. Р. Ғарипов. Ҡартластың [Арынбаҫаровтың] уҙенә ҡаршы ҡала гәзитендә мәҡәлә сыҡты инде. Д. Бүләков. [Морат] шиғыр ҙа яҙа, мәҡәләлә баҫтыра, тәнҡитләп тә ебәрә. Шул арҡала колхоз председателенән дә, әсәһенән дә әрләнеп бөттө. Р. Солтангәрәев. Бөтә донъя финанс-иҡтисади кризисы тураһында «Ағиҙел» былтырғы март һанында «Баҙар шәуләһе» тип аталған мәҡәләлә бер ни тиклем мәғлумәт килтергәйне. «Ағиҙел», № 2,
2010.
МӘҠӘРДИС ЙЫЛАН (Р: название мифической змеи из заговора; И.: mythic serpent’s name; T: bir mitoloji yılanın ismi) u. миф.
Өшкөргәндә, им-том менән дауалағанда телгә алынған мифик йылан исеме. □ Название мифической змеи из заговора.
МӘЛ I (Р: время; И.: time; T: an) и.
1. Нимәлер өсөн билдәле бер ваҡыт, тейешле ваҡыт. □ Время, пора. Бесән мәле. Еләк мәле. Мәлендә эшләу. Балан бешкән мәл. ■ Тауға ул [Әхмәҙиә] уйындың тап ҡыҙған мәлендә килде. Р. Солтангәрәев. Ошо куренеш аша шағир мәлдең ҡатмарлы ситуацияһын кәуҙәләндерергә ынтылыш яһай. Ғ. Хөсәйенов. Ҡояш һәр иртә, уҙенең нәҡ тәғәйенләнгән мәлендә, бер ук урындан килеп сыға, әйтерһең, ниндәйҙер көс уның алтын мыйыҡтарынан һөйрәй. «Ватандаш», № 5,2007.
2. Көн, тәүлектең нимә менәндер билдәләнгән ваҡыты; саҡ. □ Время. Йоҡларға ятҡан мәл. Уңай мәл. Төшкө аш мәле. ■ Көнсығышта таң атҡан бер мәлдә көнбайышты ялҡын ялманы. М. Кәрим. Әуәлерәк уның [Новиков] менән бер аҙ бәхәсләшеп алырға ярата торған Индрил да һуңғы мәлдә уҙ эсенән генә уйланыусан булып китте, тегенең менән эләгешеп китергә бер теләк тә белдермәй. Д. Юлтый. Ҡояш байыған мәлдә болот араһына инеп янһа, иртәгеһен ук көн ямғырлы булыр, һынамыш.
3. Йылдың тәбиғәттәге үҙгәреш менән билдәләнгән айырым бер осоро; миҙгел. □ Время, пора; сезон. Йәй мәле. Яҙғы бер мәлдә. Яҙғы ташҡындар мәле.
♦ Эҫе мәлдә һуң булмаҫ борон, ваҡытында. □ Своевременно, пока не поздно. ■ [Төлйөҙөмдөң әсәһе:] Харрас баҡшыға ғына барайым да, сихыр булһа, эҫе мәлендә ҡайтарта һалайым. Һ. Дәүләтшина.
МӘЛ II (Р: способ; И.: method; T.: emel) и.
Нимәнелер эшләү, башҡарыу юлы, сара; әмәл. □ Способ, средство, возможность; мера. И Атаҡайым мине йәшләй бирҙең, аҫрарҡай мәлең юҡмы ни? Сеңләүҙән.
МӘЛАИК (мәлаиғы) [ғәр. и. ҡар. мәләк. Мәлаикка оҡшаған. Мәлаиктар ту
470