Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 471 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘЛИКӘТҮТӘЙ
раһында уҡыу. Мәлаиктарҙың барлығына ышаныу. ■ Минең куңелемдә ай-йондоҙҙар, мәлаиктар барыһы йоҡлайҙар. Д. Юлтый.
МӘЛҒҮН I [ғәр. (Р.: проклятый; И.: cursed dad-blamed; T.: melun) с.
Ләғнәт ителгән, ҡәһәрләнгән, нәфрәт уятҡан; ләғин. □ Проклятый, окаянный. Мәлғун йән. Мәлғун кеше. ■ Теге мәлғун көстәр, алтын таждар ҡарағандар фәҡәт уҙ яйын. Д. Юлтый. Салауаттың тоғро дуҫтары мәлғун дошмандарҙы көл яһар. Халыҡ йырынан.
МӘЛҒҮН II [ғәр. (Р: чёрт; И.: devil; T.: melun) и. иҫк. һөйл.
1. миф. Төрлө ҡиәфәткә инә алған мифик зат; ен; шайтан. □ Чёрт, бес, дьявол. Яуыз мәлғун. ■ Ергә аттыҡ беҙ быны [иблисте ] мәхрум итеп, барса шайтандарға баш мәлғун итеп. Ш. Бабич. Сәйфулла мулла уҡына-уҡынала: «У-у, мәлғун!» — тип китабы менән башҡа һуғып-һуғып ала. Шунан һуң башымдың ауыртыуы бөтөп ҡалды. М. Ямалетдинов. Мәлғундең ҡойроғо асалы һәнәк һымаҡ ине. Башҡорт мифологияһынан.
2. миф. Ҡиәмәт көнө алдынан сығасаҡ бер алдаҡсы зат; дәжжәл. □ Дух-искуситель.
3. Әрләгәндә, яманлағанда әйтелә. □ бран Чёрт, чертёнок. ■ Әпҡадир мулла тубығын сәнсеп ултырғас, уға тағы нығыраҡ мышнаған кеуек куренде, «һимерҙе, мәлғун, — тип уйлап алды Шаҡман, — бер аҙ буҫелдерергә кәрәк быны [Әпҡадир мулланы ]». К. Мәргән. Хоҙай язаһын ал, мәлғун! М. Ғиләжев. [Арыҫлан:] Ана, купме ауылдарҙы яндырҙы .. Аҫҡаны-киҫкәне, сафҡа баҫтырып аттырғаны ни саҡлы... Илде ҡанға йөҙҙөрҙө инде, мәлғун [Тәфкилев]. Ғ. Ибраһимов.
МӘЛҒӘНӘТ [ғәр. (Р.: проклятие; И.: bane; T: lanet) и. иҫк.
Ләғнәт итерлек эш-хәл, нәмә. □ Проклятие. Мәлғәнәт эш. Мәлғәнәт хәбәр.
МӘЛҒӘНӘТЛЕ (Р: проклятый; И.: cursed; T: lanetli) с. иҫк.
Ләғнәт алған, ләғнәтләнгән, ҡарғышлы, ҡарғышланған. □ Проклятый. Мәлғәнәт-ле нәҫел. Мэлғәнәтле урын. Мәлғәнәтле кеше. Мәлғәнәтле дошман. Мәлғәнәтле
улем. ■ Ағыуланы ап-аҡ тормошомдо мәлғәнәтле ҡара куңелдәр. X. Ғәбитов.
МӘЛДЕРӘҮ (мәлдерә-) ҡ. диал. ҡар. мәлйерәү. Мәлдерәп китеу. Ауырыуҙан мәл-дерәу.
МӘЛЕК (мәлеге) (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-айлинцев. Мәлек башҡорттары. Мәлектәр тарихы. Мәлектәр йәшәгән төбәк.
МӘЛЕМ (Р: рысь; И.: lynx; T: vaşak) и. зоол. диал. ҡар. һеләүһен.
Бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған һарғылт һоро төҫтәге йыртҡыс йәнлек. □ Рысь. / Рысий (лат. Lynx lynx). Мәлем тиреһе. Мәлем ағас башынан уҙ табышына һикерә.
МӘЛЕС (Р: порода овец; И.: breed of sheep; T.: bir koyun tipi) и. һөйл.
Һарыҡтың киң, яҫы ҡойроҡло бер тоҡомо. □ Порода овец. Мәлес һарыҡ.
МӘЛИКӘ [ғәр. (Р.: царица; И.: empress; T.: melike) и. иҫк.
1. Ҡатын батша. □ Царица. Мәликә һуҙ-ҙәре. Мәликә һарайы. Мәликә ҡарары.
2. Батша ҡатыны; ханбикә. □ Жена хана, ханша. Һылыу мәликә. Мәликә яҙмышы. ■ Ханзаданың өҙөм-йортом һуҙенән олуғ әмиргә шуныһы мәғлум: бөйөк мәликәнең, йәғни беренсе ханбикәнең, алыҫыраҡ тармы-тынан Гөләндәм исемле сибәргә йәшлегендә ғашиҡ булған, имеш, теге шағир. Ә. Хәкимов.
МӘЛИКӘЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Әйле ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-айлинцев. Мәликәйҙәр араһы. Мәликәйҙәр шәжәрәһе.
МӘЛИКӘТҮТӘЙ (Р: божья коровка; И.: ladybird; T.: uğur böceği) и. зоол. диал. ҡар. ҡамҡа.
Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫтәге, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына йомро ҡуңыҙ. □ Божья
471