Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 472 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мәлих
коровка (лат. Coccinellidae). ■ Ҡамҡаны беҙҙә мәликәтутәй тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
МӘЛИХ [ғәр. (Р.: миловидный; И.: goodly; T.: melih) с. иҫк. ҡар. яғымлы.
Кешегә алсаҡ, йомшаҡ һүҙле, мөләйем, һөйкөмлө. □ Миловидный, обаятельный, нежный. Мәлих бала. Мәлих ҡыҙ. Мәлих: булыу.
МӘЛЙЕРӘТЕҮ (мәлйерәт-) ҡ. йөкм. ҡар. мәлйерәү, понуд. от мәлйерәү. Ығы-зығы мәлйерәтеп бөткән. Ауырыу мәлйерәткән.
МӘЛЙЕРӘҮ (мәлйерә-) (Р: дряхлеть; И.: decrepitate; T.: kağşamak) ҡ.
1. Ауырыуҙан йәки башҡа сәбәптән көс-хәл бөтөп, быуын һыҙланып ҡалыу; хәлһеҙләнеү, бәлйерәү. □ Дряхлеть, ослабевать. // Дряхление. Ҡапыл мәлйерәу. ■ Вәлетдин мәлйерәп бөткән өләсәһе Ғизелниса ҡарсыҡ менән икәу генә тора. М. Кәрим. Янғындан һуц улар [Илмырҙа менән Хөсәйен], һыуға төшөп мәлйерәгән тауыҡ кеуек, хәлһеҙләнеп, меҫкенләнеп, кушегеп, бәләкәйләнеп киттеләр. Б. Дим. [Садрислам ағай:] Ҡупме генә ваҡыт утте — бая кукрәкте ярып сығырҙай булып сәнскән йөрәгем уҙ ояһына инеп ултырҙы, башыма төйөп тултырылған ҡурғаш та, иреп, ҡайҙалыр юғалды, мәлйерәгән быуындарыма яцынан хәл керҙе. Р Солтангәрәев.
2. кусм. Ихтыяр көсөн юғалтып ҡаушап ҡалыу; ебеп төшөү. □ Раскисать, размякать. // Раскисание. Ауырлыҡ алдында мәлйерәу. Егеттең мәлйерәуе. ■ [Иҫәкәй — Мырҙағолға:] Яуҙағы ҡурҡыу белмәҫ ирме һин, әллә мәлйерәп төшкән бисәме?! Н. Мусин.
МӘЛЙЕҮ (мәлйе-) ҡ. диал. ҡар. мәлйерәү. ■ [Зифа — Мостафаға:] Улай икән. Һин генә ҡалдың тағы! Ҡыу атыңды тиҙерәк, нимә мәлйеп төштөң! К. Мәргән.
МӘЛКЕҮ (мәлке-) ҡ. диал. ҡар. мәлйерәү 2.
МӘЛЛЕ I (Р: своевременный; И.: timely; T.: vakitli) с.
1. Тейешле ваҡытҡа, форсатҡа ярашлы булған; ваҡытлы. □ Своевременный. Мәлле эш.
2. диал. Кәрәк булған, кәрәге булған; кәрәкле. □ Нужный, надобный, необходимый. Мәлле нәмә. Мәлле кейем. ■ Йыуатырға мәлле һуҙ тапмайынса [Торомтай — бисәһенә]: «Ярар, бисәкәй, һин ултырып тор инде», - тине лә, туҙа башлаған ҡырма буркен батырыбыраҡ кейеп, еңел атлап тышҡа сыҡты. Н. Мусин.
МӘЛЛЕ II (Р: сильный; И.: mighty; Т: güçlü) с. диал.
Ниҙелер башҡарырлыҡ көсө, хәле булған. □ Сильный. Мәлле саҡ. • Сәмле кеше, мәлле кеше. Әйтем.
МӘЛЛЕ III (Р: своевременно; И.: to the point; T: vakitli) р. диал.
Ваҡытлы, урынлы. □ Своевременно, кстати. Бик мәлле килеу. И Бынау ямғыр бик мәлле булды әле, хәҙер китә инде игендәр ку-тәрелеп. Экспедиция материалдарынан.
МӘЛЛӘ (Р: грубое, толстое сукно; И.: coarse; cloth; T: çuha) и. һөйл.
Тула һымағыраҡ ҡалын ҡаты йөн туҡыма. □ Грубое, толстое сукно. / Суконный. Ҡалын мәллә. Мәллә бишмәт. ■ Өҫтөнә ҡара мәлләнән тегелгән бөрмә билле сәкмән кейгән һимеҙ битле хужа куренде. Н. Ҡәрип.
МӘЛФУФ [ғәр. (Р; завёрнутый; И.: enveloped; T: melfuf) с. иҫк.
Ниҙеңдер төрөлгән булыуы, ураулы, уралған. □ Завёрнутый, обёрнутый. Мәл-фуф бурәнә. Мәлфуф эш-ҡоралы. Мәлфуф ағас. ■ Ағыр улмыштыр уға торҡ мәҡлуғ, әсирәткә алубән ҡаты мәлфуф. С. Яҡшығолов.
МӘЛҺЕҘ I (Р.: несвоевременный; И.: untimely; T: vakitsiz) с.
Ваҡытҡа ярашһыҙ; ваҡытһыҙ. □ Несвоевременный. Мәлһеҙ йомош. Мәлһеҙ табын. ■ Йәшә тормош! Беҙҙең илдә мәлһеҙ улем тамыры киҫелә. Б. Бикбай.
МӘЛҺЕҘ II (Р.: слабый; И.: weak; Т: güçsüz) с. диал.
Нимәлер башҡарырлыҡ көсө, хәле булмаған. □ Слабый, бессильный. ■ Баҡсала йөрөп туйғас, мәлһеҙ булып арығас, ҡунаҡтар өйгә ҡайта. 3. Биишева. • Ир мәлһеҙ булмаҫ, егет ерһеҙ булмаҫ. Әйтем.
472