Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 473 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘМЕЛДӘК
МӘЛҺЕҘ III (Р.: некстати; И.: inopportunely; T.: vakitsiz)/?.
Ваҡытһыҙ, урынһыҙ. □ Некстати, не вовремя, несвоевременно. Мәлһеҙ йөрөу. Мәлһеҙ ҡайтыу. Мәлһеҙ килеп сығыу. ■ Ул [Миңлеғәле] мәлһеҙ йөрөуе өсөн ғәфу утенде лә колхоз председателе куҙҙәренә текләп ҡараны. Я. Хамматов. Һуғыш, һуғыш... Беҙ уҫтергән гөлдәр тейешме ни мәлһеҙ һулырға? Р. Бикбаев.
МӘЛӘК (мәләге) [ғәр. (Р: ангел; И.: angel; T.: melek) и. иҫк. ҡар. фәрештә.
Алланың хеҙмәтсеһе; мәлаик. □ Ангел. Мәләк кеуек. Ғишыҡ мәләктәре. Мәләк доғаһы. ■ Бер мәләк тә ҡаҡмаһын зекри ҡанатын өн менән. Д. Юлтый. Бында булһа кубәләктәр, уңдалыр барлыҡ мәләк. Ш. Бабич.
МӘЛӘКҮТ [ғәр. (Р: царство; И.: kingdom; empire; T.: melekut) и. иҫк.
1. Дәүләт, батшалыҡ. □ Царство; владычество. Мәләкутте тарҡатыу. Мәләкут хакимиәте.
2. дини, миф. Рухтар, фәрештәләр донъяһы. □ Загробный мир. Мәләкут тураһында китап. Мәләкут хаҡында һөйләшеу. Мәләкутте төштә куреу. ■ «Мәләкуткә ышанаһыңмы һуң у ҙең, миңә аңлатҡан булаһың?» — тип һорарға булды Айзилә дуҫынан. «Йәшлек», 24 ноябрь 2011.
МӘЛӘКӘ [ғәр. (Р: мастерство; И.: mastery; T.: meleke) и. иҫк.
Эш барышында үҙләштерелгән оҫталыҡ; тәжрибә. □ Мастерство, умение, опыт; способность. Мәләкә хасил итеу. Мәләкәһеҙ булыу. Мәләкә туплау.
МӘЛӘКӘҪ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡаңлы ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-канглин-цев. Мәләкәҫтәр араһы. Мәләкәҫтәр тарихы. Мәләкәҫтәр биләмәһе.
МӘЛӘҮ (Р: лопаточка; И.: spatula; Т.: küçük kürek) и. иҫк.
Үлән тамырын ҡаҙып ала торған үткер осло таяҡ. □ Лопаточка (для выкапывания корней трав). Осло мәләу. Мәләу менән эшләу. Олатайымдың мәләуе. ■ Яҙ булдымы, һис кенә өйҙә торғо килмәй. .. Ташҡын менән йылғаға инеп ҡалған балыҡтарҙы ҡыуалап, екән төбөнән тәмлекәй ашап, мәләу менән әмзә ҡаҙып, мыж килеп сығаһың. Д. Юлтый. Мәләу тотоп тауҙан йыуа ҡаҙҙым, улән тамырҙары кимерҙем. Б. Вәлит. Кәләп, һаба, мәләу, ҡуржын, ҡороҡ, кирәш кеуек элекке хужалыҡ, көнкуреш ҡорамалдары исемдәре хәҙер тарихҡа кускән. Есемдәрен дә музейҙа курергә мөмкин. Ғ. Хөсәйенов.
МӘЛӘҮЛӘҮ (мәләүлә-) (Р: копать лопаточкой; И.: dig with a spatula; T.: kürek ile kazımak) ҡ.
Мәләү менән соҡоу. □ Копать лопаточкой. Ҡуянтубығы мәләуләу. Һарына мәләу-ләу. Ерҙе мәләуләу. Үлән тамырын мәләуләгән малайҙар.
МӘЛӘШӘҮ и. диал. иҫк. ҡар. мәләү.
МӘМАТ [ғәр. (р.; смерть; И.: death; T.: memat) и. иҫк. ҡар. әжәл.
Үлем, үле хәл. □ Смерть, гибель, кончина. Мәмат сәғәте. Мәмат ҡайғыһы. Мәмат менән осрашыу. ■ Шулай итеп уҙ-ара талаш берлән милләттең мәматына янашабыҙ. М. Татлыбаев.
МӘМБӘТ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Мәмбәт башҡорттары. Мәмбәттәр тарихы. Мәмбәт ырыуы сәсәне.
МӘМДУХ [ғәр. (Р: почётный; И.: honorary; T: memduh) с. иҫк.
Дан ҡаҙанған, атаҡлы, маҡтауға лайыҡ. □ Почётный, хвалимый, достойный похвалы. Мәмдух кеше. Мәмдух булыу.
МӘМЕЛДӘК (Р: болтливый; И.: talkative; T: geveze) с. һөйл.
Күп һөйләүсән; ләпелдәк. □ Болтливый. / Болтун. Мәмелдәк килен. Мәмелдәк артист.
Ш