МӘМЕЛДӘҮ
МӘМЕЛДӘҮ (мәмелдә-) (Р.: трещать; И.: rattle (away); T.: makara gibi konuşmak) ҡ. һөйл.
Күп итеп өҙлөкһөҙ һөйләү; ләпелдәү. □ Трещать, тараторить. Мәмелдәп яуап биреу. Мәмелдәп ацлатыу. Мәмелдәп һөйләшкән бала. ■ Ғәбделминов һуҙҙәрен һуҙып, туҡтауһыҙ мәмелдәй, тамашасыларҙа меҫкен тәьҫире ҡалдыра. Р. Ниғмәти. [Емеш -уҡытыусы тураһында:] Эй, татлы тел! Бесәй балаһы шикелле мәмелдәп торғансы, ололарса ғына һөйләш! 3. Биишева.
МӘМЕРЕК (мәмереге) и. диал. ҡар. мәмерйә. Мәмереккә барыу. Мәмеректе өйрәнеу.
МӘМЕРЕК ЭЙӘҺЕ и. диал. ҡар. мәмерйә эйәһе.
МӘМЕРЙӘ [ғәр. j^] (Р: пещера; И.: cave; T: mağara) и.
1. Ер аҫтында барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡ; тау тишеге. □ Пещера. / Пещерный. Мәмерйә кешеһе. Мәмерйә фаунаһы. Мәмерйә һыртланы. ■ [Вася — Ҡарағолға:] Йә, Ҡарағол ағай, бынан сыҡҡас та, шул мәмерйә буйына ҡарай ынтылабыҙ инде. Д. Юлтый. Ингәнем бар Шулгән мәмерйәгә, иҫкә алып ата-бабам рухын, тәңкә ырғытҡайным кул төбөнә. Г. Ҡотоева. Башҡортостандың мул һыулы талғын йылғалары, таҙа һәм саф кулдәре, бейек тауҙары, уҙенә ылыҡтырып торған ҡаялары, ҡуйы урмандары һәм серле мәмерйәләре — барыһы ла камиллыҡҡа тулы. « В атан д аш », № 8,2010.
2. миф. Түбәнге, аҫҡы донъя менән бәйле ер ҡыуышлығы. □ Пещера (в башкирской мифологии связана с потусторонним миром).
МӘМЕРЙӘ АУЫҘЫ (Р: вход в пещеру; И.: cavern passage; T: mağara ağzı) и.
1. Мәмерйәгә инә торған урын. □ Вход в пещеру. Мәмерйә ауыҙына килеп сығыу.
2. миф. Түбәнге, аҫҡы донъя менән урта донъя яҡынлашҡан урын. □ По представлениям башкир, место сближения нижнего и среднего миров.
МӘМЕРЙӘ КЕШЕҺЕ (Р: пещерник; И.: cave-dweller; T: münzevi) и. иҫк.
Мәмерйәлә йәшәгән кеше. □ Пещерник, отшельник; троглодит. Мәмерйә кешеһенә оҡшау.
МӘМЕРЙӘ ФАУНАҺЫ (Р: пещерная фауна; И.: cave fauna; T: mağara faunası) и.
Мәмерйәлә йәшәүсе йән эйәләре. □ Пещерная фауна. Мәмерйә фаунаһын өйрәнеу.
МӘМЕРЙӘ ҺЫРТЛАНЫ (Р: гиена пещерная; И.: cave hyena; T: mağara sırtlanı) и.
Нәҫеле ҡороған һыртлан. □ Гиена пещерная (лат. Crocuta, Crocuta spelae). Мәмерйә һыртланының кәуҙәһенә man булыу.
МӘМЕРЙӘ ЭЙӘҺЕ (Р: дух пещеры; И.: cave ghost; T: Mağara îyesi) и. миф.
Мәмерйәлә йәшәүсе мифик зат; мәмерйә хужаһы. □ Дух пещеры, встречающийся людям в облике птицы, лисы, змеи, лошади. И Мәмерйә эйәһе төлкө ҡиәфәтендә куренде. Башҡорт мифологияһынан.
МӘМЕРӘҮ (мәмерә-) ҡ. диал. ҡар. иҙелеү (еләк-емешкә ҡарата).
МӘМЕШ (Р: бестолковый; И.: clueless; Т: salak) с. һөйл.
Булдыҡһыҙ, ебегән; мәмәй. □ Бестолковый, нерешительный, мягкотелый./Мямля. Мәмеш кеше.
МӘМЕШЛӘНЕҮ (мәмешлән-) (Р: мямлить; И.: mumble; T: salaklaşmak) ҡ. һөйл.
Мәмеш булыу, мәмәйләнеү. □ Мямлить, становиться мямлей. Мәмешләнеп тороу. Мәмешләнеп торған ир-егет. ■ Хәҙерге заманда мәмешләнеп йәшәу килешмәй. Экспедиция материалдарынан.
МӘМЕШӘК (мәмешәге) (Р: боярышник; И.: hawthorn; T: akdiken) и. бот. диал. ҡар. энәлек.
Ҡыҙыл йәки һары емешле, эре энәле ҡыуаҡ ағас. □ Боярышник (лат. Crataegus). Мәмешәк йыйыу. Мәмешәк һөйәге. Беҙҙең йорт артында мәмешәк уҫә.
МӘМЛҮК (мәмлүге) [ғәр. (Р:
мамлюк; И.: Mameluke; T: memlûk) и. тар.
Мысыр солтандарының ҡол ителгән төрки халыҡтарҙан һәм ҡайһы бер Кавказ халыҡтарынан төҙөгән һайланма ғәс-кәрендәге яугир. □ Мамлюк, мамелюк. Ҡөслө мәмлук. Йәш мәмлук. Мәмлук булыу. ■ Тарихтың төрлө ел-дауылдары башҡорт
474