мәмәк
ир-егеттәрен тыуған яҡтарынан айырып, ҡайҙалыр Мысыр яҡтарында XIV быуаттарҙа мәмлуктәр итеп, араларынан ҡай-һыларын әмирҙәр, әҙиптәр итеп кутәр-гән саҡтарҙа ла, исем-тахаллустарҙа башҡортлоҡтарын һаҡлағандар: Насретдин әл-Башҡорди, Санжар әл-Башҡорди. Ғ. Хөсәйенов. Мысырҙың төрки мәмлуктәр араһынан сыҡҡан хөкөмдарҙары уларҙы [шағирҙарҙы, ғалимдарҙы, ҡайһы бер ғәскәр башлыҡтарын] ҡолас йәйеп ҡабул иткән икән. Ә. Хәкимов.
МӘМЛӘКӘТ [ғәр. (Р-: страна; И.: country; T.: memleket) и. иҫк.
Дәүләт, ил. □ Страна, государство. / Государственный. Ҙур мәмләкәт. Мәмләкәт кешеһе. Үҙ мәмләкәтеңде яратыу. ■ Еңеу туйын иткән мәмләкәт, илгә кире ҡайтҡан бәрәкәт. М. Кәрим. [Тевкелев:] Рәсәй иле — олуғ дәуләт, бөйөк мәмләкәт. Ғ. Хөсәйенов. «Кәмһенмә! Һинең [хандың] куҙең дә, зиһенең дә уткер булыу арҡаһында мәмләкәтебеҙ таш ҡая кеуек ныҡ тора, бөйөк хан», — тип уны тынысландырыу яғын ҡайғыртты Аҡъял. Ә. Хәкимов.
МӘМ-МӘМ (Р.: пища; И.: food; T.: yemek) и. бал.
Аҙыҡ, ашамлыҡ. □ Пища, еда. Мәм-мәм бешереу. Мәм-мәм биреу. ■ Ишек тө-бөндәрәк бер койкала нимәлер тегенеп ултырған, туҙған сәсле, ябыҡ ҡына ҡатын, асылып торған кукрәген кулдәк яғаһы менән япҡылап: «Илама, балаҡайым... Мәм-мәм...» - тиһә лә, йәш бала һаман өҙөлөп-өҙөлөп илау ын дауам итте. А. Карнай.
МӘМНУҒ [ғәр. (Р.: запрещённый; И.: forbidden; T.: memnû) с. иҫк.
Ярамай тип иҫәпләнгән, ярамаған, ғәҙәткә һыймаған; хупланмаған, тыйылған. □ Запрещённый, запретный. Мәмнуғ булыу. ■ Мәржәниҙе еңеп сығыу һеҙгә мәмнуғ. М. Аҡмулла. Ошо көнгә саҡлы ҡаҙаҡ халҡына рәсми һурәттә мәҙрәсә һалмаҡ мәмнуғ ине, инде ихтыярлыҡ бирелде. М. Ғафури.
МӘМНҮН [ғәр. (Р: признательный; И.: grateful; T.: memnun) с. иҫк.
Ниндәйҙер һүҙгә, тәҡдимгә, шартҡа ыңғай булған; ҡәнәғәт. □ Признательный, благодарный, довольный. Мәмнун бала.
МӘМНҮНИӘТ [ғәр. (Р: признательность; И.: gratitude; T.: memnuniyet) и. иҫк.
Ниндәйҙер һүҙгә, тәҡдимгә, шартҡа ҡарата ыңғай ҡараш, ҡәнәғәтлек, ризалыҡ тойғоһо. □ Признательность, благодарность. Мәмнуниәт менән. ■ Мулла бик ҙур мәм-нуниәт менән саҡырған ергә барырға булды. Картотека фондынан.
МӘМТӘКӘ и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Мәмтәкә сәскәһе.
МӘМӘЙ I (Р: сладости; И.: sweets; Т.: tatlılar) и. бал.
Тәмле аҙыҡ, тәмлекәс. □ Сладости, сладкое (в детской речи). Мәмәй бешереу. Мәмәй ашау. Мәмәй һорау. ■ Мәмәй бирҙем, тәтәй бирҙем, арҡаһынан тотоп һөйҙөм. К. Кинйәбулатова.
МӘМӘЙ II (Р: мямля; И.: milk-sop; Т: salak) и.
Булдыҡһыҙ; йомшаҡ, ебегән кеше.
□ Мямля. Мәмәй кеше.
♦ Мәмәй ауыҙ һөйл. артыҡ йомшаҡ, үтә лә булдыҡһыҙ кешегә ҡарата асыу менән әйтелә. □ Мямля. ■ Беҙ генә ул, мәмәй ауыҙҙар, уҙ хаҡыбыҙҙы уҙебеҙ яулай алмайбыҙ. И. Ғиззәтуллин. Һин дә, Рамазан, ти [Шәриф], бер мәмәй ауыҙ булдың. Нисәмә йыл буйы йөрөп, бер ҡыҙың да юҡ. Н. Мусин. Хәйер, тиҙ тиһәң дә, бының өсөн көрәшергә, уҙеңдең мәмәй ауыҙ тугеллегеңде иҫбат итергә кәрәк ине [Маратҡа]. Ә. Хәкимов.
МӘМӘЙЛӘНЕҮ (мәмәйлән-) (Р: мямлить; И.: mumble; T: salaklaşmak) ҡ.
Булдыҡһыҙлыҡ, йомшаҡлыҡ күрһәтеү.
□ Мямлить, становиться мямлей, проявлять мягкотелость. Мәмәйләнеп тороу. Мәмәйләнеп йөрөу.
МӘМӘК (мәмәге) (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-табын-
475