Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 479 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘҢЕРӘТЕҮ
♦ Мәңге йәшә! кешене яҡшы эш өсөн хуплағанда әйтелгән теләк һүҙе. □ Живи вечно! ■ Ҡәҙерле Урал атабыҙ, .. халыҡ бәхете өсөн мәцге йәшә! «Урал батыр».
МӘҢГЕГӘ (Р.: навеки; И.: for ever, for good; T.: bengi) р.
Ғүмер буйы, мәңге. □ Навеки, навечно, навсегда. Мәцгегә бергә ҡалыу. ■ 1733 йылдыц яҙында Кесе һәм Урта урҙа ҡаҙаҡ ханлыҡтарын Рәсәйгә ҡушыу ҙағы ҙур хеҙмәттәре өсөн, Алдар илсене императрица Анна Иоановна указы менән нәҫелдәренән нәҫелдәренә кусер тарханлыҡ дәрәжәһенә икенселәй мәцгегә беркеттеләр. Ғ. Хөсәйенов. Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1970 йылдыц 26 июлендә 80-се йәшендә яҡты донъя менән мәцгегә хушлаша. Р. Шәкүр.
♦ Мәңгегә китеү үлеү; яҡты донъянан китеү. □ Умереть. ■ Мәцгегә киткәндә тамаҡтан һыу утмәй, ти. Экспедиция материалдарынан.
МӘҢГЕЛЕК I (мәңгелеге) (Р: вечность; И.: eternity; T.: bengilik) и.
Сикһеҙ дауам иткән ваҡыт; ғүмерлек.
□ Вечность, бессмертие. Бөйөк шағирҙар уҙҙәренец улмәҫ шиғырҙары менән мәц-гелекте яуланы.
МӘҢГЕЛЕК II (Р: вечный; И.: everlasting; T.: bengi) с.
Сикһеҙ дауам иткән; мәңге бар булған.
□ Вечный, бессмертный. Мәцгелекут. Мәц-гелек иҫтәлек. Мәцгелек дан. ■ Бөгөлөп, кукһелләнеп, алыҫҡа, бик алыҫҡа һуҙылған, ҡырағай ҡая таштарын һерәйтеп, мәцгелек йәшел ағастарға биҙәлгән ҡарт Уралдыц тармаҡтары булған. Я. Хамматов. [Яна-рал:] Ошо тоҡомдо [башҡортто] юҡ итергә, һис юғы, куцелдәренә мәцгелек ҡурҡыу һалып ергә һылаштырырға купме көс, ҡан, тир тугелде, ә ул [башҡорт] һаман нисек өтөп ҡарай ҙа нисек боландай сабып йөрөй! Б. Рафиҡов.
♦ Мәңгелек йоҡо үлем. □ Вечный сон. Мәңгелек йоҡоға талыу үлеү. □ Умереть.
МӘҢГЕЛЕККӘ (Р: навечно; И.: for good; T.: bengi) р.
Сикһеҙ ваҡытҡа, ғүмерлеккә. □ Навечно. ■ Ту мер тигәндәй, был ер йөҙөндә кем
йәки нимә иц оҙаҡ йәшәгәне икән? .. Улай тиһәц, «улгән» тау урынында тау ҡалҡмай, ҡороған йылға уҙәнен шыр ҡаплай, оҙаҡ йәшәһәләр ҙә, улар мәцгелеккә китә был донъянан. Н. Мусин.
МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛЕҮ (мәңгеләштер-) ҡ. төш. ҡар. мәңгеләштереү, страд, от мәңгеләштереү. ■ Салауат исеме халҡыбыҙ йөрәгендә мәцгелек урын алды. Салауат образы фольклорҙа, башҡорт, рус һәм башҡа яҙыусыларҙыц әҫәрҙәрендә мәцгеләштерелде. Р. Шәкүр.
МӘҢГЕЛӘШТЕРЕҮ (мәңгеләштер-) (Р: увековечивать; И.: eternalize; T.: bengileştirmek) ҡ.
1. Мәңгелек итеү, мәңге онотолмаҫлыҡ итеү. □ Увековечивать. // Увековечение. Таҡтаташ менән мәцгеләштереу. Батырҙарҙы мәцгеләштереу. ■ [Ҡурай моцда-рында] ҡайғы-һағыш өндәре, яуға саҡырыр оран тауыштарына ялғанып, аҙаҡ ецеу шатлыҡтары, батырҙарҙы данлау, яуҙа баш һалғандарҙы мәцгеләштереу моцдары менән аралаша төҫлө. Ғ. Хөсәйенов. [Шаҡман:] Илемә алып ҡайтһам, был [Бохара илсеһе] мицә дәрәжә генә килтерәсәк бит! Ул минец бөтә эшемде, ҡылығымды яҙып барасаҡ. Улдарым, ейәндәрем өсөн, халҡым өсөн исемемде мәцгеләштереп ҡалдырасаҡ. К. Мәргән.
2. Фотоһүрәттә кәүҙәләндереү; фотоға төшөрөү. □ Фотографировать. ■ Фотограф, рәхәтләнеп, куцеле хушланғансы, баш врачты [Ҡаҙнабаевты] мәцгеләштерҙе. Д. Бүләков.
МӘҢГЕРӘҮ (мәңгерә-) ҡ. диал. ҡар. миңрәүләнеү. Мәцгерәгән бабай, һуғыш ваҡытында куп бисәләр мәцгерәп бөткәйне.
МӘҢГЕШ (Р: шмель; И.: bumblebee; Т.: bombus, tüylü ап) и. зоол. диал. ҡар. иңкеш.
Бал ҡорттары ғаиләһенә ингән йомро йөнтәҫ эре бөжәк. □ Шмель. Мәцгеш ояһы. ■ Бесәнлеккә барғанда, ағас башында ҙур мәцгеш ояһы курҙек. Экспедиция материалдарынан.
МӘҢЕРӘТЕҮ (миңерәт-) (Р: глушить;
И.: club; T.: sersemletmek) ҡ. диал.
Яңғыратыу, шаңҡытыу. □ Глушить. Балыҡ мәцерәтеу.
479