МӘҢЕРӘҮ
МӘҢЕРӘҮ (Р.: гнусавый; И.: nasal; Т.: genzek) с. диал.
Танау аша һөйләшкән; тыңҡыш. □ Гнусавый. Мәцерәу тауыш. Мәцерәу танау.
МӘҢКЕ (Р.: мормыль; И.: mosguito grub; T: grammarus) и.
1. Серәкәйҙең ҡыш күл төбөндә була торған ҡып-ҡыҙыл ҡорто (балыҡ тотҡанда ем урынына ҡулланыла). □ Мормыль; мормышка. Мәцке супләу.
2. кусм. Тамсы һымаҡ ҡына итеп ҡармаҡҡа ҡуша, ҡурғаштан ҡойолған ялған ем. □ Мормышка. Мәцке әҙерләу.
МӘҢРӘҮ с. диал. ҡар. миңрәү. Мәцрәу булып ҡалыу.
МӘРАСИМ [ғәр. (Р* обряд; И.: rite; T: merasim) и. иҫк. ҡар. йола.
1. Быуындан быуынға килеп, халыҡ араһында ҡағиҙәгә әйләнеп киткән эш-ҡылыҡ тәртибе; ғөрөф-ғәҙәт. □ Обряд. ■ Йыназа уҡыу, кәфенләу, саҙаҡа биреу кеуек дини мәрасимдарҙыц береһе лә уныц [Сәми-ҙец] ҡәбере өҫтөндә утәлмәне. Д. Юлтый.
2. Бер ваҡиға уңайы менән башҡарылған тантаналы рәсми йола. □ Церемония, обряд, обычай. Мәрасимға йыйылыу. Мәрасим уткәреу. ■ Көньяҡ фронтында булған башҡа ғәскәри частар тарафынан башҡорт ғәскәрен оҙатыу мәрасимы яһала. Ғ. Ибра-Һим-Ҡыпсаҡ.
МӘРГЕ и. диал. ҡар. моҙға. Мәргегә ябыу.
МӘРГӘН I (Р: меткий; И.: well-aimed accurate; T: mergen) с.
Төҙ, оҫта ата торған. □ Меткий. Мәргән атыусы. Мәргән егет. ■ Батырлыҡ өҫтөнә уныц уцған һунарсы, мәргән уҡсы, оҫта ҡурайсы булыуы Алпамышаныц данын арттырҙы ғына, ти. «Алпамыша». [Ядкәр] ошо һайлап алынған егеттәр араһынан иц көслө, иц сая, иц мәргән куренгәндәрен кесеһарайға ебәрмәҫкә, хатта Аҡназар ханға ла кур-һәтмәҫкә, уҙ ҡарамағында ҡалдырырға ҡарар итте. К. Мәргән. • Куп атҡан менән кеше мәргән булмаҫ. Мәҡәл.
МӘРГӘН II (Р: стрелок; И.: shooter; Т: mergen) и.
Төҙ атыусы; оҫта атыусы. □ Стрелок, снайпер. Мәргәндәр ярышы. ■ Мәргәндәрҙе
танырлыҡ хәлебеҙ бар, шул сәбәптән сабыр ҡылып тора алманым. М. Аҡмулла. • Сәсән курке һуҙ булыр, мәргән курке куҙ булыр. Мәҡәл.
МӘРГӘН III (Р: метко; И.: accurately; Т: mergen) р.
Төҙ; тура. □ Метко. Мәргән атыу. ■ [Па-дуров — Перовскийға:] Кокандсыларҙыц йәҙрәләре беҙҙец өсөн әллә ни ҡурҡыныс тугел. Әммә улар мәргән, төҙ ата. Ике йөҙ илле өс аршын самаһы алыҫлыҡтағы кешеләрҙе мылтыҡтан атып ултереуе улар өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, Ваше превосходительство. Я. Хамматов.
МӘРГӘН IV (Р: болезнь лошадей; И.: horse sickness; T: atların hastalığı) и. вет.
1. Тамаҡ аҫты шешеп, танауынан ҡан килтерә торған йоғошло йылҡы ауырыуы. □ Болезнь лошадей. Мәргән йоҡтороу. Көрән бейәнец ҡолонона мәргән булған.
2. Малда, кешелә була торған бик йоғошло яман шеш; түләмә. □ Злокачественная опухоль. Мәргән менән ауырыу.
МӘРГӘНЛЕК (мәргәнлеге) (Р: меткость; И.: marksmanship; Т: mergen olma durumu) и.
Мәргән булыу сифаты. □ Меткость. Бала саҡтан килгән мәргәнлек. ■ Иц йәте-ше уныц мәргәнлектә ярышыу. М. Кәрим. [Карт — егеткә:] Мин уләм инде, бөркөт ҡабаҡлы, йугереклеге һыналған, ҡуш йөрәкле буҙ арғымағымды мәргәнлегец өсөн һицә буләк итәм. Әкиәттән. Әсирлектән ҡасып килгән Кусем дә ҡыуғынсыларҙыц шартын утәп, мәргәнлеген курһәтеуе арҡаһында, имен ҡала. Ә. Сөләймәнов. Илеккә теймә! Уныц бәрәсе баҡырғанын ишетмәйһецме? Мәргәнлегецде һынарға теләһәц, ана, уларға ат, — тип ул [Синцов] утыҙ аршын самаһы алыҫлыҡтағы ҡарт ҡайын ботағына барып ҡунған ике ҡорға курһәтте. Я. Хамматов.
МӘРГӘН ТУП (тубы) (Р: название игры; И.: name of a game; T: bir oyun) и. этн.
Уйын исеме (ике-өс метр бейеклектәге бағана башына туп һыйырлыҡ дуцгәләк ҡағыла; уйнаусылар билдәле аранан туп ырғыта; тубы дуцгәләк утә төшмәгән кеше
480