ЛАПШАЙЫУ
ЛАПИДАР ИЖЕК (Р.: лапидарный слог; И.: short syllable; T.: kısa hece) и. лингв.
Ҡыҫҡа ижек. □ Лапидарный слог. Лапи-дар ижеккә баҫым төшмәй.
ЛАПИДАРЛЫҠ (лапидарлығы) и. лингв, ҡар. ҡыҫҡалыҡ 4. Стилдең лапидарлығы.
ЛАПИДАР СТИЛЬ (Р.: лапидарный стиль; И.: terse style; T.: veciz üslûp) и. лингв.
Ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп әйтелгән стиль төрө. □ Лапидарный стиль. ■ Ла-пидар стиль боронғо Рим яҙмаларында асыҡ сағылыш тапҡан. Интернет селтәренән.
ЛАПҠЫТЫУ (лапҡыт-) ҡ. диал. ҡар. лапылдатыу. Лапҡытып йөрөү.
Л АП-Л АП оҡш. ҡар. лап-лоп. Лап-лап баҫып йөрөү. Лап-лап итеү. ■ Ҡойроғо ялт-йолт итә йәшен кеүек. Ҡулдары лап-лап итә ыласын кеүек. Ш. Бабич. Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, кейеҙ ҡаплап, һөңгө һаплап. Йомаҡ.
ЛАП-ЛОП (Р: топ-топ; И.: pit-a-pat; Т.: lap lup) оҡш.
1. Аяҡты ауыр итеп ергә баҫып атлағанда йәки йүгергәндә сыҡҡан тауышты белдерә. □ Подражание грузному топоту ног: топ-топ. Лап-лоп баҫып йүгереү. Лап-лоп атлап килеп инеү. ■ Ярһыуҙан хатта ҙур, яҫы эйәге ҡалтырана башлағайны Заһитовтың, лап-лоп атлап сығып китте лә ҡабат килеп инде. Н. Мусин. Болдорҙа ғына төнгө һаҡсының лап-лоп тапаныу ы ишетелә. Ә. Хәкимов.
2. Берәй әйбер ергә төшкәндә һ. б. осраҡтарҙа барлыҡҡа килгән тауышты белдерә. □ Подражание шлёпанью: шлёп-шлёп. Лап-лоп итеп барып тошөү.
ЛАПРАЙТЫУ (лапрайт-) ҡ. йөкм. ҡар. лапрайыу 1. понуд. от лапрайыу 1. Ағас япраҡтарын лапрайтҡан.
ЛАПРАЙЫУ (лапрай-, лапрая) (Р: разрастаться (о растениях)', И.: luxuriate; Т.: dallanıp büyümek) ҡ.
1. Тарбайып күтәрелеү, йәйелеү. □ Разрастаться (о растениях), становиться раскидистым. Ағас лапрайып үҫеп киткән.
2. күсм. һөйл. Йыуанайыу, арҡырыға йәйелеү, лапшайыу. □ Расплыться, располнеть, толстеть. Лапрайып китеү.
ЛАПТА [рус.] (Р: лапта; И.: lapta, Russian ball game; T: lapta (bir top oyunu) и. ҡар. сәпәмә.
Ҡаҡма туп уйыны. □ Лапта. Лапта уйнау. Лапта таяғы. ■ Ҡар бөтөнләй иреп, ҡара ер асылғас, ҡыҙыу туп уйындары: лапта, соҡор туп, сәкән һуғыу мәле етә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2010.
ЛАПТЫРЛАҠ (лаптырлағы) (Р: приспособление для намотки пряжи на мотовило; И.: reeling appliance; T.: bir alet) и.
Тырпысаға еп урай торған ҡулайлама.
□ Приспособление для намотки пряжи на мотовило.
ЛАПТЫРЛАТЫУ (лаптырлат-) ҡ. төш. ҡар. лаптырлау, страд, от лаптырлау. Лаптырлатып ҙур итек кейеп алған.
ЛАПТЫРЛАУ (лаптырла-) (Р: шлёпать;
И.: slap; shuffle; Т: lap lap yürümek) ҡ.
Ҙур аяҡ кейемен кейеп йөрөгәндә, берәр нәмә елгә елпелдәгән осраҡта үҙенә бер төрлө ауаздар барлыҡҡа килтереү.
□ Шлёпать. Лаптырлап барыу. Бысраҡтан лаптырлап йөрөү. Лаптырлап атлап үтеп китте.
ЛАПТЫРЛАШЫУ (лаптырлаш-) ҡ. урт. ҡар. лаптырлау, взаимн. от лаптырлау. Лаптырлашып йөрөйҙәр.
ЛАПТЫР-ЛОПТОР (Р: шлёп-шлёп; И.: flip-flop!; Т: lap lup) оҡш.
Ҙур аяҡ кейемен һөйрәп атлағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку шагов в большой обуви на ногах: шлёп-шлёп. Лаптыр-лоптор баҫыу. Лаптыр-лоптор килеү. ■ Рифҡәт, лаптыр-лоптор дүрт аяҡлап, ярға үрмәләне. Ф. Иҫәнғолов.
ЛАПТЫР-ЛОПТОР ИТЕҮ (лаптыр-лоптор ит-) ҡ. ҡар. лаптырлау. Лаптыр-лоптор итеп йөрөй.
ЛАПШАЙТЫУ (лапшайт ) ҡ. йөкм. ҡар. лапшайыу, понуд. от лапшайыу. Аяҡ кейемен кейеп, лапшайтып бөтөрөү.
ЛАПШАЙЫУ (лапшай-, лапшая) (Р: растянуть (одежду), разносить (обувь)} И.: wearin; break in; T.: sünmek) ҡ.
1. Кейә-кейә киңәйеү, формаһы боҙолоу; йәйелеү, йәлпәшеү. □ Растянуть (одежду), разносить (обувь). Лапшайып бөткән
75