ЛАПШАЙЫШЫУ
быйма. ■ Тиҙҙән сәллә урынына лапшайып бөткән картуз .. кейәсәген уйлап, [Вахит-тың] йөрәге ҡалтыранып китте. М. Ғафури.
2. кусм. Йыуанайыу, һимереү. □ Располнеть, толстеть. Лапшайып китеу. Лапшайып бөтөу.
3. һөйл. Йәйелеп, иркенләп ултырыу. □ Рассесться, развалиться. Диванда лапшайып ултырыу. Лапшайып ултырма әле.
ЛАПШАЙЫШЫУ (лапшайыш-) ҡ. урт. ҡар. лапшайыу, взаимн. от лапшайыу. Лапшайышып төшөу. Лапшайышып киткәндәр. ■ [Катын:]Шофёр! Ас ишегеңде! Ҡайҙа шул хәтле ашығыу! Етмәһә, бынау әллә кемдәре лапшайышып ултырған, сығырмын тимә. Ғ. Хөсәйенов.
ЛАПШЫҠ (Р: рыхлый; И.: mellow; loose; T.: yumuşak) с.
1. Тығыҙ булмаған, кәүшәк, көпшәк, йомшаҡ. □ Рыхлый, мягкий. Лапшыҡ ҡар. Лапшыҡ тоҡ.
2. Лапшайып төшкән һимеҙ тәнле, яй хәрәкәтле; былҡы. □ Рыхлый, дряблый. Лапшыҡ тән. Лапшыҡ бейә. • Һимеҙ ат артыҡ туйһа, лапшыҡ булыр. Мәҡәл.
3. Иркен, киң (кейемгә ҡарата). □ Широкий. ■ [Ҡатындарҙың]кейемдәренә тиклем беррәуештәрәк: кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән лапшыҡ халаттар. Г. Яҡупова.
ЛАПШЫРЛАТЫУ (лапшырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. лапшырлау, понуд. от лапшырлау. Лапшырлатып һыу кисеу. ■ Тиреҫтең һары һыуы тулған итеге менән лапшырлата баҫып, Ғәбделхәкимов йөрөй. Яр. Вәлиев.
ЛАПШЫРЛАУ (лапшырла-) (Р: шлёпать; И.: slop; T: şak şak vurmak) ҡ.
Лапшыр-лопшор итеү, лапшыр-лопшор тигән тауыш сығарыу □ Шлёпать. ■ Был юлы ул [Федя] иҙеуен ҡаптырған, буркен тура кейгән, итек ҡуныстары ла лапшырлап тормай, ул һырыған салбар кейеп алған икән. М. Кәрим.
ЛАПШЫР-ЛОПШОР (Р: подражание шлёпанью мокрой одеждой при ходьбе; И.: sound imitative word; T: şak şak) оҡш.
Лыс һыу кейем менән атлағанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание шлёпанью мокрой одеждой при ходьбе. Лап
шыр-лопшор атлау. Лапшыр-лопшор һыу кисеу.
ЛАПШЫР-ЛОПШОР ИТЕҮ (лапшыр-лопшор ит-) ҡ. ҡар. лапшырлау. Лапшыр-лопшор итеп һыуҙан килеп сығыу.
ЛАПШЫУ (лапшы-) (Р: становиться дряблым; И.: get flabby; T: gevşeklenmek) ҡ. һөйл.
1. Ныҡ арыуҙан быуынһыҙланыу, хәлдән тайыу. □ Становиться дряблым; ослабевать, терять от усталости силы (о мускулах). ■ Дошмандан ҡасып, юл яҙҙырып .. купме ауыр юл уттеләр. Аттары лапшып, уҙҙәре тамам йонсоп бөттө. Ғ. Хөсәйенов.
2. Йомшау, кәүшәкләнеү, көпшәкләнеү (ҡарға ҡарата). □ Рыхлеть, разрыхляться, становиться мягким (о снеге). // Разрыхление.
ЛАПЫ (Р: куча валежника, застрявшего на мелководье; И.: stranded pile of logs; T: kütükler) и.
1. Һай ерҙә тығылып ятҡан бүрәнәләр өйөмө. □ Куча валежника, застрявшего на мелководье. ■ Һыу быуылған яҡҡа һаман ағас йыйыла, өҫтө-өҫтөнә өйөлә, ҙурая, оҙоная, ҡайһы саҡтарҙа яртышар километрға һуҙыла. Бына шул инде лапы тигәндәре. Ғ. Ғүмәр. Йылғаның тар урынына бер бурәнә арҡыры ятҡан да, шуға урҙән төшкән башҡалары төртөлөп, лапы барлыҡҡа килгән. Ф. Иҫәнғолов.
2. Ауған ағастар, ботаҡтар, яҙғы ташҡындан ҡалған сүп-сар өйөмө, сүп-сар. □ Валежник, мусор. Лапы өйөмө. Урманды лапынан таҙартыу. ■ Ҡойолған миләште супләргә төшкән һуйырҙар, ҡорҙар йыш ҡына ҡаптырлап осоп кутәрелә, аҙым һайын тиерлек яртылаш ағарған ҡуяндар, лапы аҫтынан ялп итеп килеп сығып, аттарҙы ҡолаҡтарын ҡайсылап бышҡырынырға, хатта ситкә ялтанырға мәжбур итә. Н. Мусин. [Аҡмал:] Һиңә, улым, ошонда йәшенеп ҡалыу ғына тугел, ҡунырға ла тура килер. Куберәк лапы ырғытайыҡ та. Б. Рафиҡов.
ЛАПЫЛАУ (лапыла-) ҡ. диал. ҡар. болартыу 1. Өйҙө лапылау.
ЛАПЫЛДАТЫУ (лапылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. лапылдау 1. понуд. от лапылдау. Лапыл
76