ЛАРИНГОЛОГИЯ
датып атлау. ■ Аһ-уһ итеп Байгилде килеп керҙе. Кереүе булды, сәләм дә биреп тормай, башындағы ҡолаҡсынын лапылдатып иҙәнгә ташланы. Ә. Хәкимов. Уның [Ғилмандың] шулай ипләп кенә һөйләүе айнытты шикелле Мырҙабайҙы, күҙенә уҫаллыҡ сыҡты, ҡулындағы бейәләйҙе лапылдатып ергә бәрҙе. Н. Мусин.
ЛАПЫЛДАУ (лапылда-) (Р.: издавать звуки шлёпанья; И.: produce patting sounds; T: lâp etmek) ҡ.
1. Аяҡтарҙы ауыр итеп баҫҡанда йәки ниндәйҙер ауыр булмаған әйбер ергә төшкәндә һ. б. осраҡта үҙенә бер төрлө тауыш сығарыу. □ Издавать звуки шлёпанья. Лапылдап йөрөү. Лапылдап атлау. Лапылдап барып төшөү.
2. кү см. Күп һөйләү. □ Тараторить, трещать, болтать без умолку. Бер туҡтауһыҙ лапылдау. ■ Ботаҡтан ботаҡҡа лапылдап осоп йөрөгән һайыҫҡан ғына, эре ҡыланып, үҙенең ләститен сәсә, әммә уға иғтибар итмәйҙәр. Д. Бүләков.
ЛАПЫЛДАШЫУ (лапылдаш-) ҡ. урт. ҡар. лапылдау, взаимн. от лапылдау. Лапылдашып ултырыу.
ЛАПЫЛЫҠ (лапылығы) (Р.: речной затор из брёвен; И.: river jam made of logs; T: tıkanıklık) и.
1. Йылғала бүрәнә тығылған урын. □ Речной затор из брёвен. Лапылыҡты таҙартыу. Лапылыҡтан йылға аша сығыу. ■ Бабай, лапылыҡты бүҫелдерә баҫып, йылға ситенә үтә. Й. Солтанов.
2. Ағас күп йығылған, ботаҡтар өйөлөп ятҡан урын. □ Участок леса, покрытый валежником. Лапылыҡты урап үтеү. Лапылыҡты тәртипкә килтереү.
3. диал. Ҡуйы урман, шырлыҡ. □ Лесная гуща, чаща, дебри. ■ Ниһайәт, уларҙы IРамаҙан менән Суминовты], урман эсләп байтаҡ йөрөтөп, ҡуйы лапылыҡҡа алып кереп, унан-бынан ғына әтмәләнгән ҡыуыш янына туҡтаттылар. Ә. Хәкимов. Ҡарпан ҡолаҡ ҡуяндың һуҡмағы лапылыҡтар һәм шырлыҡ аша үтә, ә ҡая таштар араһында йөрөгәндә ҡоралай һәм һеләүһен юлдарын осратаһың. Н. Мусин.
ЛАПЫШ с. ҡар. лапшыҡ. Лапыш кейем. Лапыш кеше.
ЛАР [рус. < лат. lares] (Р: ларь; И.: spice bin; T: sandık) и. ҡар. әрйә.
Аҙыҡ-түлек, ашлыҡ, он һәм башҡа нәмә һалыу өсөн ҡулланылған ҙур таҡта һандыҡ. □ Ларь. Иген лары. Лар төбө. ■ Ҡатын-ҡыҙ ер баштарына ҙур-ҙур ларҙар ултыртып, шуларға үҙәк ырҙын табағынан автомашина менән минераль ашлама ташыны. Т. Килмөхәмәтов.
ЛАРВИЦИД [рус. < лат. larva ‘яралғы’ + caedere ‘үлтереү’] (Р: ларвицид; И.: larvicides; T: larvaları öldürme) и. хим.
Бетсә, талпан кеүек бөжәктәрҙе ағыулау өсөн ҡулланылған химик матдә. □ Ларвицид. Ларвицид ҡулланыу. Ларвицид составын тикшереү.
ЛАРЁК (ларёгы) |рус.] и. ҡар. лавка. Күсмә ларёк. Аҙыҡ-түлек ларёгы. Н Рәхмәтулла, магазинға инеп, үҙенә кәрәкле тауарҙарҙы ала ла ларёгында һата. С. Агиш.
ЛАРЁКСЫ и. ҡар. лавкасы. Ларёксы ағай.
ЛАРИ [груз, lari] (Р: лари; И.: lari; T: lari) и.
Грузияның аҡса берәмеге. □ Лари (денежная единица Грузии). Лариҙы долларға алмаштырыу.
ЛАРИНГИТ [рус. < гр. larynx + itiş] (Р: ларингит; И.: laryngitis; T.: larenjit) и. мед.
Тамаҡ ауырыуы, ҡурылдай тиресәһенең шешеүе. □ Ларингит. Ларингиттан дауаланыу. Хроник ларингит.
ЛАРИНГОЛОГ [рус. < гр. агупх ‘тамаҡ’ + logos ‘фән’] (Р: ларинголог; И.: laryngologist; T: larengolog ) и. мед.
Ҡолаҡ, тамаҡ, танау ауырыуҙары буйынса белгес. □ Ларинголог. Ларинголог кәңәше. Ларингологка яҙылыу. Ларинголог тәҡдим иткән дауа.
ЛАРИНГОЛОГИЯ [рус. < гр. larynx ‘тамаҡ’ + logos ‘фән’] (Р: ларингология; И.: laryngology; T.: larengoloji) и. мед.
Ҡурылдайҙың төҙөлөшөн, функцияларын, уның менән бәйле ауырыуҙарҙы һәм уны дауалау ысулдарын өйрәнеүсе фән. □ Ларингология. / Ларингологический. Ларингология бүлеге.
77