Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 78 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАРИНГОСКОП
ЛАРИНГОСКОП (ларингоскобы)[рус.
< гр. laryngoscope] (Р.: ларингоскоп; И.: di-rectoscope; T.: larengoskop) и. мед.
Ҡурылдайҙы тикшереү өсөн оҙон һапҡа көҙгө ҡуйып яһалған прибор. □ Ларингоскоп. Ларингоскоп һатып алыу.
ЛАРИНГОСКОПИЯ [рус. < гр. larynx ‘тамаҡ’ + skopeö ‘тикшереү’] (Р: ларингоскопия; И.: laryngoscopy; T.: larengoskopi) и. мед.
Ларингоскоп приборы ярҙамында ҡурылдай эсен тикшереү методы. □ Ларингоскопия. Ларингоскопия диагностикаһы.
ЛАРИНГОСПАЗМ [рус. < лат. laryngo-spasmus] (Р.: ларингоспазм; И.: laryngospasm; T.: larengospazm) и. мед.
Тын юлының ҡыҫылыуы; быума. □ Ларингоспазм. Ларингоспазм сире.
ЛАРИНГОСТЕНОЗ [рус. < лат. laryn-gostenosis] (Р: ларингостеноз; И.: laryngo-stenosis; T.: larengostenoz) и. мед.
Тын юлының тарайыуы. □ Ларингостеноз. Ларингостеноз ауырыуы.
ЛАРИНГОТРАХЕИТ [рус. < лат. laryngotracheitis] (Р: ларинготрахеит; И.: laryngotracheitis; T: gırtlak ve trakeanın iltihabı) и. мед.
Ҡурылдай һәм боғарлаҡ тиресәһенең бер юлы шешеүе. □ Ларинготрахеит. Ларинго-трахеиттан дауа.
ЛАРИНГОФАРИНГИТ [рус. < лат. laryn + гр. pharynx] (Р.: ларингофарингит; И.: 1а-ryngopharyngitis; T: larengofarenjit) и. мед.
Йотҡолоҡ һәм ҡурылдайҙың бер юлы шешеүе. □ Ларингофарингит. Хроник ларингофарингит.
ЛАРҠАЙЫУ (ларҡай-, ларҡая) (Р.: располнеть; И.: get paunchy; T: şişmanlamak) к. һойл.
Артыҡ йыуанайыу, арҡырыға йәйелеү, һимеҙлеккә сыҙай алмау. □ Располнеть, толстеть. Ларҡайып китеү.
ЛАР-ЛОР (Р: подражание протяжному и громкому мычанию или блеянию; И.: bleating sound imitation; T: böğürtü ünlemi) OKUL.
1. Яр һалып оҙайлы баҡырған һыйыр, һарыҡ тауышын, эт өрөүен белдергән һүҙ. □ Подражание протяжному и громко
му мычанию, блеянию или гавканью. Лар-лор баҡырыу. Лар-лор килеү. ■ Ҡойма буйлап сынйырҙарын сылтыратып ике эт лар-лор өрә. 3. Ураҡсин.
2. күсм. Ҡысҡырып һөйләп, ғауғалап йөрөгән кеше тауышын белдергән һүҙ.
□ Подражание громкому голосу. ■ Хәй-ҙәровҡа фашистарҙың тамаҡ төбо менән лар-лор ҡысҡырыуҙары .. ишетелеп тора. Ә. Ихсан.
ЛАРҪ (Р: гав; И.: wough!; T: hav hav) оҡш.
1. һирәк-һаяҡ эт өргән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание глухому обрывистому лаю собаки: гав. ■ Эт, ларҫ итеп өрөп, кешегә ташланды. Картотека фондынан.
2. Ҡаты булмаған ҙур ауыр нәмә ауғанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; гөрҫ.
□ Подражание падению с грохотом чего-л. тяжёлого. Ларҫ итеп йығылыу. Ларҫ итеп ҡалыу. ■ Үгеҙ ларҫ итеп ергә төшөп, урталай ярылған. Әкиәттән. Ҡашҡа һыйыр барҙы-барҙы ла ларҫ итеп ергә ауҙы. Й. Солтанов.
ЛАРҪ-ЛОРҪ (Р: гав-гав; И.: whoof; woof; T.: hav hav) оҡш.
Оҙайлы итеп эт өргән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание продолжительному лаю собаки: гав-гав. Ларҫ-лорҫ итеү. ■ Эт, ларҫ-лорҫ абалап, алғы аяҡтары менән малайҙың күкрәгенә баҫты ла уның беләген тешләп алды. М. Кәрим. Башмаҡтай бер алабай лаулап былар яғына сапты, тешен ыржайтып, әллә ниндәй оло тауыш менән ларҫ-лорҫ өрә башланы. 3. Ураҡсин.
ЛАРҪЫЛДАТЫУ (ларҫылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ларҫылдау. понуд. от ларҫылдау. Этте ларҫылдатыу.
ЛАРҪЫЛДАУ (ларҫылда-) ҡ. ҡар. ларһылдау 1. Бер туҡтауһыҙ ларҫылдау.
ЛАРҺЫЛДАТЫУ (ларһылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ларһылдау, понуд. от ларһылдау.
ЛАРҺЫЛДАУ (ларһылда-) (Р: гавкать; И.: bark; T.: havlamak) ҡ.
1. Ларҫ-лорҫ өрөү. □ Гавкать. // Гавканье. ■ Уғаса эттең биҙаланып ларһыл-дауына Ялал хажи сығып бер аҙ торҙо ла кире инеп китте. Т. Хәйбуллин.
78