Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 79 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАСЛАМА
2. кусм. һөйл. Әрләү, ҡысҡырыныу. □ Ругаться; орать. ■ Әгәр ҙә берәуҙең [ураҡсыларҙың] урған ерендә биш-алты башаҡ ҡалһа, Алламорат һағыҙ кеуек йәбешә, эт кеуек ларһылдай. Һ. Дәүләтшина.
ЛАРЫЛДАҠ (Р.: беспрестанно блеющий, мычащий; И.: bleating constantly; T.: durmadan meleyen, böğüren) c.
1. Туҡтауһыҙ баҡырып тороусан. □ Беспрестанно блеющий, мычащий. Ларылдаҡ һарыҡ. Ларылдаҡ тәкәгә ашарға һалыу.
2. кусм. Ҡысҡырынып, ғауғалап йөрөү-сән. □ Крикливый, горластый. Ларылдаҡ ҡатын.
ЛАРЫЛДАТЫУ (ларылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ларылдау, понуд. от ларылдау.
ЛАРЫЛДАУ (ларылда-) (Р.: блеять; И.: bleat; T: melemek) ҡ.
1. Ныҡ итеп ҡысҡырыу; баҡырыу (һыйыр, һарыҡҡа ҡарата). □ Блеять (об овце, козе и т. п.), реветь (о скотине); громко мычать (о корове и т. п.). // Блеяние, громкое мычание. Һарыҡтар ларылдай. ■ Ҡояш тотолғанда һыйырҙар мөңрәй, һарыҡтар ларылдай, угеҙҙәр укерә ине. Башҡорт мифологияһынан.
2. кусм. Тауышланыу, ҡысҡырып һөйләшеү, аҡырыу, ғауғалау. □ Громко говорить, орать, шуметь. // Громкий крик, шум. Ларылдап һөйләшеу. ■ Бандиттар аҡырышты. Уларҙың ларылдауын еңеп, урам баҡсаһы аша йәштәр тауышы ишетелде. һ. Дәүләтшина.
ЛАРЫЛДАШЫУ (ларылдаш-) ҡ. урт. ҡар. ларылдау, взаимн. от ларылдау. Ларылдашып торалар.
ЛАС I (Р: подражание звуку чавканья при еде; И.: champing sound; T: şap) оҡш.
1. Ашағанда, сәйнәгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку чавканья при еде.
2. Йәбешкәк, һыулы нәмәне иҙәнгә, ҡаты ергә бәргәндә, төкөргәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам удара по мягкому, мокрому предмету, звукам смачного плевка. Лас итеп төкөрөу. ■ Завхоз тигәндәре .. ишекте шар асты ла бысраҡ итеге менән әле генә йыуылған иҙәнгә лас ит
тереп баҫты. Р. Солтан гәрәев. [Ҡарт ] лас иттереп ташҡа тағы бер төкөрҙө лә, ҡабат әйләнеп ҡарамай, китеп барҙы. К. Мәргән.
ЛАС II (Р: очень сильно; И.: very much strongly; T: kuvvetle) p.
Бик ныҡ итеп, сат. □ Очень сильно. Балсыҡ стенаға лас йәбеште.
ЛАСҠ (Р: подражание звуку хлюпанья воды, грязи; И.: squelch!; T: lâp) оҡш.
1. Йәбешкәк, һыулы нәмәне бәргәндә йәки иҙгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку хлюпанья воды, грязи. Ласҡ итеу.
2. Төкөргәндә, ауыҙ шапылдатҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звукам чавканья, смачного плевка. Ласҡ иттереу.
ЛАСҠ-ЛАСҠ (Р: подражание неоднократным звукам чавканья, хлюпанья воды, грязи; И.: squish!; T: lâp lup) оҡш.
Ҡабат-ҡабат ласҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание неоднократным звукам чавканья, хлюпанья воды, грязи; смачного плевка. Ласҡ-ласҡ килеу. Ласҡ-ласҡ итеу.
ЛАСҠ-ЛОСҠ оҡш. ҡар. ласҡ-ласҡ. Ласҡ-лосҡ атлау. Ласҡ-лосҡ итеу. Ласҡ-лосҡ килеу.
ЛАСҠЫЛДАТЫУ (ласҡылдат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ласҡылдау, понуд. от ласҡылдау. Ласҡылдатып һағыҙ сәйнәу. Ласҡылдатып батҡаҡ кисеу.
2. Бик ҡаты итеп төкөргән тауышты белдереү. □ Издавать звук смачного плевка. Ласҡылдатып төкөрөу.
ЛАСҠЫЛДАУ (ласҡылда-) (Р: чавкать; И.: eat noisily; T: ağzını şapırdatmak) ҡ.
1. Ашағанда үҙенсәлекле тауыш барлыҡҡа килеү; шапылдау. □ Чавкать (при еде), издавать чавкающий звук.
2. Бысраҡтан йәки батҡаҡтан барғанда үҙенә бер төрлө тауыш сығарыу. □ Хлюпать (по грязи). Бысраҡта ласҡылдап йөрөу.
3. Бысрағы, батҡағы әйләнеп ятыу.
□ Хлюпать. Аяҡ аҫты ласҡылдап ята.
ЛАСЛАМА р. диал. ҡар. лысма. ■ Ташҡын шәбәйгәс, һыу купер өҫтөнә һирпелеп ята. Аяҡ аҫты ласлама һыу була. М. Тажи.
79