Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 291 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РОЯЛЬ
аппарат. □ Ротатор. Ротаторҙа баҫыу. Ротаторҙан уткәреу. ■ Ижади семинарҙа яҡшы баһа алған әҫәрҙәр институттың ротаторҙа баҫып сығарыла торған ҡулъяҙма журналында урынлаштырыла. М. Садиҡова.
РОТАЦИЗМ [рус. < гр. гһо ‘«ро» өнө’] (Р.: ротацизм; И.: rhotacism; T.: ‘r’leşme] и.
1. лингв. Ниндәйҙер өндөң [р] өнөнә тарихи күсеше. □ Ротацизм. Ротацизм куренештәре. Болғар ротацизмы.
2. мед. [р] һәм [рь] өндәре әйтелешендәге етешһеҙлектәр (телмәрҙә был фонемалар уҙгәртелеп, боҙолоп әйтелә йәки һуҙ әйткәндә бөтөнләй төшөп ҡала). □ Ротацизм, картавость. Ротацизм менән бәйле комплекс барлыҡҡа килеу.
РОТАЦИЯ [рус. < лат. rotation ‘әйләнеү, өйөрөлөү’] (Р: ротация; И.: rotation (disambiguation); T.: rotasyon) и.
1. полигр. Баҫыу машинаһы. □ Ротация. Ротацияла баҫыу.
2. сәнғ. Скульптурала фигура корпусының үҙәк күсәр тирәләй боролошо. □ Ротация.
3. Алмашыныу, сиратлашыу. □ Ротация. Ротация куренештәре. Депутаттар рота-цияһы.
4. а. х. Сәсеү әйләнешенә ярашлы барлыҡ баҫыуҙарҙа ла иген сәселгән осор. □ Ротация. Ротация ваҡыты.
РОТМИСТР [рус. < пол. rotmistrz] (Р: ротмистр; И.: captain of cavalry; T.: yüzbaşı) и. тар.
Революцияға тиклемге атлы, йәйәүле һ. б. ғәскәрҙәге капитанға тиң дәрәжә һәм шул дәрәжәләге офицер. □ Ротмистр. ■ Ротмистр яуап биреп өлгөрмәне, һаҡта тороусы һалдат кереп, ниндәйҙер урыҫ офицерҙары килеуен әйтте. Р. Байымов. Куп тә утмәҫтән, жандармдар эйәртеп, ротмистр Хохрин килеп emme. X. Мохтар. Златоуста әллә утыҙ йыл уҫал эт кеуек ырылдап ятҡан Долгое тигән ротмистр жандарм бар ине. Һ. Дәүләтшина.
РОТОНДА [рус. < ит. rotonda < лат. rotundus ‘түңәрәк’] (Р: ротонда; И.: rotunda; T.: rotond) и.
Көмбәҙле, колонналар менән уратып алынған түңәрәк йәки ярым түңәрәк бина.
□ Ротонда. Ротонда архитектураһы. Ротонда проекты.
РОТОР [рус. < лат. roto ‘өйрөлтөү’] (Р: ротор; И.: rotor; T.: döneç) и. тех.
Турбиналарҙың, двигателдәрҙең әйләнеп торған өлөшө. □ Ротор. / Роторный. Насос роторы. Ротор валы. ■ Тубәндә буровой машинаның тормоз өлөшө, барабандар һәм иң уртала, скважина өҫтөндә, ротор куренә. А. Карнай. Йыуан сынйырҙар менән ауыҙлыҡланған ротор 640 метрлы бырауҙы дыңғырлатып әйләндерә башланы. И. Насыри. Быраулаусы егет әллә ҡаушап, әллә онотоп китепме, роторҙы асҡысын алмайынса тоташтырған да ҡуйған. Р. Солтангәрәев.
РОТОРЛЫ (Р: роторный; И.: rotor; Т: döneçli) с.
Ротор ярҙамында эшләгән. □ Роторный. Роторлы двигатель. Роторлы насос. Роторлы экскаватор. Беҙҙә эшләнгән һәм хеҙмәт курһәткесен ун тапҡырға арттырыуға иҫәпләнгән роторлы конвейер линияһы киң ҡулланыу табасаҡ.
РОЯЛИЗМ [рус. < фр. royalisme] (Р: роялизм; И.: royalism; T: kralcılık) и. сәйәси, кит.
Король власына булған тоғролоҡ. □ Роялизм. / Роялистский. Роялизм ҡараштары. Роялизм принциптары.
РОЯЛИСТ [рус. < фр. royaliste] (Р: роялист; И.: royalist; T: kralcı) и. сәйәси, кит.
Король власына тоғро кеше. □ Роялист. Роялистарға ҡаршы көрәш. Роялистар янында тороу.
РОЯЛЬ [рус. < фр. royal] (Р: рояль; И.: grand piano; T: kuyruklu piyano) и. муз.
Ҡылдары горизонталь йүнәлештә тартылған баҫмаҡлы ҙур музыка ҡоралы.
□ Рояль. Рояль ҡапҡасы. ■ Кемдер роялдә уйнай, кемдер уға ҡушылып ниндәйҙер ят көй йырлай, һағышлы ла, елкендергес тә моң тирә-яҡҡа тарала. Ә. Байрамов. Рояль, скрипка, мандолина, ҡурай тауыштарынан ҡушылған сихри моң ҡыҙҙың [Емештең] йөрәген тетрәтә, елкендерә, яҡтыға,
291