РӨБӨҒ
яҡшыға, куҙ куреме еткеһеҙ бейеклеккә осороп алып китә. 3. Биишева. Ҡара рояль янына фрак кейгән, оҙон кәуҙәле, ҡап-ҡара сәстәрен артҡа тараған, һылыу аҡ йөҙлө егет кутәрелде. Ғ. Хисамов.
РӨБӨҒ [ғәр. £?j] (Р.: четверть; И.: quarter; T.: çeyrek) и. иҫк. кит.
Дүрттән бер өлөш; сирек. □ Четверть. Ерҙәрҙең рөбөғө.
РӨБӨҒӨ МӘСКҮН [ғәр.] (Р.: одна четвёртая часть земного шара, населённая людьми; И.: quarter; T.: dünyanın dörtte biri) и. иҫк. кит.
Ер шарының кеше йәшәгән дүрттән бер өлөшө. □ Одна четвёртая часть населения земного шара. ■ [Хәҙрәт:] Һеҙ, мулла Вахит, рөбөғө мәскундең куп ерҙәрен куреп ҡайттығыҙ. М. Ғафури.
РӨКНӘ [ғәр. 4-£j] и. иҫк. кит. мөйөш. Өй рөкнәһе. Рөкнәлә тороу.
РӨҠУҒ ИТЕҮ (рөҡуғ ит-) [ғәр.
(Р: подчиняться; И.: submit to; T.: rükuya gitmek) ҡ.
1. дини. Намаҙ уҡығанда билдән эйелеп тороу. □ Поясный поклон (во время совершения намаза).
2. иҫк. кит. Буйһоноу, табыныу, баш эйеү. □ Подчиняться. Рөҡуғ иттем батша алдында. ■ Көсөм йыйҙым да алдыңда рөҡуғ иттем, ҡулың тоттом. М. Ғафури.
РӨҠУҒ ҠЫЛЫУ (рөҡуғ ҡыл-) [ғәр.
ҡ. иҫк. кит. рөҡуғ итеү. ■ Бөтә хайуанат, нәбататтар, баштарын эйеп, ҡояшҡа табан рөҡуғ ҡылған төҫлө ине.
3. Өммәти.
РӨТБӘ [ғәр. (Р: авторитет; И.: authority; T.: rütbe) и. иҫк. кит. ҡар. абруй.
Тотҡан дәрәжә. □ Авторитет. Мөҙәрис рөтбәһе. Рөтбә табыу. ■ Исеме булған Тө-ҡөмбәт, һәр шаһтарға ҙур һиммәт, рөтбәһе бик ҡиммәт, урыны булһын йәннәт! «Башҡорт шәжәрәләре»нән.
РӨХСӘТ [ғәр. <-^j] (Р: разрешение; И.: permit; T.: izin) и.
1. Кемгәлер бер нәмә эшләү өсөн бирелгән ризалыҡ. □ Разрешение. Рөхсәт алыу. Рөхсәт һорау. ■ Лейтенант Саксо
нов, рөхсәт алып, ниндәйҙер ҡабалан йомош менән ҡалаға киткән. Н. Мусин.
2. Кемгәлер бер нәмә эшләргә бирелгән хоҡуҡ; ирек, ихтыяр. □ Позволение, дозволение. Рөхсәт ҡуйыу. ■ Миңә [һалдау менән] балыҡ төртөргә бутән рөхсәт булмаясаҡ. Н. Мусин. Үткәндәрҙе хәтерләргә рөхсәт бирегеҙ. Ғ. Хәйри.
РӨХСӘТ ИТЕҮ (рөхсәт ит ) (Р: разрешать; И.: allow; T: izin vermek) ҡ.
1. Нимәгәлер риза булыу. □ Разрешать, дать разрешение. ■ Истанбул портына ингәс, Миңлеяр хеҙмәт иткән караптағы матростарҙың кубеһенә ҡалаға сығып килергә рөхсәт иттеләр. Ғ. Хисамов. Хәйерсе батшанан бер йыр йырларға рөхсәт һораған. Батша рөхсәт иткән. Әкиәттән.
2. Ниҙер эшләргә хоҡуҡ биреү; кемдеңдер ихтыярына, иркенә ҡуйыу. □ Позволять, давать волю. ■ [Батша] Өйрәнсеккә һарайында уҙе теләгәнсә йәшәргә, эшләргә рөхсәт иткән. 3. Биишева.
РӨХСӘТ ҠАҒЫҘЫ (Р: письменное разрешение (документ)', И.: license; permit; T: ruhsatname) и.
Ниҙер эшләргә, алырға рөхсәт биргән ҡағыҙ. □ Письменное разрешение (документ). Рөхсәт ҡағыҙы алыу.
РӨХСӘТНАМӘ [фарс. <^j] и. иҫк. ҡар. рөхсәт ҡағыҙы. Рөхсәтнамә биреу. Рөхсәтнамә яҙыу.
РӨХСӘТҺЕҘ (Р: без разрешения; И.: without permit; T: izinsiz) p.
Кемдеңдер рөхсәтенән, ризалығынан тыш.
□ Без разрешения, самовольно. Рөхсәтһеҙ алыу. Рөхсәтһеҙ инеу. Рөхсәтһеҙ китеу. Рөхсәтһеҙ эшләу. • Ишек асыҡ булһа ла, рөхсәтһеҙ инмә. Әйтем.
РӨШДИ [ғәр. (Р: рюштие; И.: second grade; T.: rüştiye) и. иҫк.
Икенсе баҫҡыс (мәктәпкә ҡарата).
□ Рюштие (средняя гражданская школа). ■ Хәҙерге бишенсе класҡа тап килгән рөшди беренсе класҡа нисек алынғанымды мин хәҙер ҙә асыҡ ҡына әйтә алмайым. Ғ. Ғүмәр.
РУБЕЖ [рус.] (Р: рубеж; И.: landmark; Т.: sınır, hat) и. кит. ҡар. сик.
292