РУДА
1. Нимәнелер айырып торған шартлы һыҙыҡ; сик. □ Рубеж. Һаҡланыу рубежы. Рубеж билдәләу. Рубеж тотоу.
2. кусм. Ниҙелер икенсеһенән айырып торған нәмә; сик. □ Рубеж. Өлгәшелгән рубеж.
3. Дәүләт сиге. □ Рубеж. Ил рубеждары ышаныслы һаҡлана.
4. Хәрби һуғыш алып барыу өсөн уңайлы йәки махсус нығытылған урын һыҙаты: һыҙыҡ, һуңғы сик. □ Рубеж. Рубежды тотоу. Яңы рубежға кусеу. ■ Эскадрон яңы рубежға килеу менән нығыныу эшенә кереште. С. Әлибаев. Бәҙерғол Юнаевтың һыбайлылары ла, һуғыша-һуғыша, артҡы рубеждарға кусте. Ғ. Хөсәйенов. Киевты һаҡлау мөмкинлеге ҡалмауын аңлап, Жуков беҙҙең ғәскәрҙәрҙе Днепр аръяғындағы рубежға кусерергә теләгән. Я. Хамматов. Дивизия .. ҙур ғына йылға буйында яңы оборона рубежы биләргә тейеш ине. Н. Мусин.
РУБЕРОИД [рус. < лат. ruber ‘ҡыҙыл’ + гр. eidos ‘күренеш, ҡиәфәт’] (Р: рубероид; И.: roofing felt; T.: rüberoit) и.
Түбә ябыу һәм изоляция яһау өсөн махсус состав һеңдереп эшләнгән ҡатырға. □ Рубероид. Рубероид заводы. Рубероид менән ябыу.
РУБИДИЙ [рус. < лат. rubidus ‘ҡыҙыл’] (Р: рубидий; И.: rubidium; T.: rubidyum) и. хим.
Үҙенсәлектәре буйынса калий һәм натрийға оҡшаған, аҡ буҙ төҫтәге йомшаҡ металл. □ Рубидий. Рубидийҙың физик уҙенсәлектәре. Рубидий гидрооксиды. Рубидийҙың изотобы.
РУБИЛЬНИК (рубильнигы) [рус ] (Р: рубильник; И.: switch; T.: devre anahtarı) и.
Электр тогын тоташтыра йәки өҙә торған тотҡалы ҡулайлама. □ Рубильник. ■ Электр энергияһы менән тәьмин итеу өсөн гараждың уҙ рубильнигы бар. А. Абдуллин. Генераторҙың ҡеуәт йыйыуын аҙыраҡ көтөп торғас, баш щит эргәһенә килеп, Ғәлим самалап ҡына рубильникты тартты. Н. Мусин.
РУБИН [рус. < ит. rubino] (Р: рубин; И.: ruby; T.: yakut) и. ҡар. ҡыҙыл яҡут.
Ҡыҙыл төҫтәге аҫыл таш. □ Рубин. / Рубиновый. Йөҙөккә рубин ҡуйыу. Синтетик рубин. ■ Кремлдең рубин йондоҙҙары нурланып балҡырға тотондо. Р. Ханнанов. [Асияға] ире һәм балалары .. рубин ҡашлы алтын йөҙөк буләк иттеләр. М. Садиҡова.
РУБКА [рус. < гол. roef ‘каюта’] (Р: рубка; И.: cockpit; T.: sürücü yeri) и.
1. Караптың өҫкө палубаһында йәки өҫкө ҡоролмаһында борттарға еткермәй эшләнгән ябыҡ урын. □ Рубка. Руль рубкаһы. Капитан рубкаһы. Штурман рубкаһы.
2. Карапты йөрөтөүселәр өсөн тәғәйенләнеп, карапҡа идара итеү постары урынлашҡан эш бүлмәһе. □ Рубка. Командир рубкаһы. Штурман рубкаһы. Хәрби рубка.
3. Радиолокацион станция. □ Рубка.
■ Дошман снаряды, рубкаға килеп төшөп, уны селпәрәмә итте, динамомашина һәм электроэнергияны таратыусы щит эштән сыҡты, биш кеше ҡаты яраланды. И. Абдуллин.
РУБРИКА [рус. < лат. rubrica < ruber ‘ҡыҙыл’] (Р: рубрика; И.: rhubric; T.: bölüm) и.
1. Гәзит, журналдағы дөйөм тематик бүлек атамаһы. □ Рубрика. Гәзит рубрикалары. Рубрика асыу. ■ «Алдынғы тәжрибәләр» рубрикаһы аҫтында бирелгән бөтә мәҡәләләрҙе, хәбәрҙәрҙе [Әлфиә] ентекләп уҡып сыҡты. Ф. Әсәнов. [Журналдың] «Их-тыярлылыҡ һәм характер сифаттары» тигән рубрикаһы ла бар ине. С. Поварисов.
2. Айырым бүлек, графа. □ Рубрика. Рубрика менән биреу. Рубрикаға булеу.
РУДА [рус. ] (Р: руда; И.: ore; T.: maden cevheri) и. ҡар. мәғдән.
1. Составында металл йәки уның берләшмәләре булған тәбиғи минераль сеймал. □ Руда. Тимер рудаһы. Руда ҡаҙылдыҡтары. Алтын рудаһы. Руда ҡаҙыусы.
■ Өмөтбай, иртә менән китеп, ер ҡаҙып, руда әҙерләй ҙә, төштән һуң Ҡарасәс менән уны барып йыуалар. Ғ. Дәүләтшин. Юлдан саң борҡотоп сапҡан ҡыңғыраулы дуғалы пар аттар, тире-яры, һалабаш, кумер, туғын-тәгәрмәс, баҡыр рудаһы тейәгән ылауҙар өҙлөкһөҙ уҙалар ҙа уҙалар.
293