РУДА ИНӘҺЕ
Б. Бикбай. [Григорий Иванович:] Әгәр беҙҙән 25 километр ерҙә Кусем руднигы асылып, марганец рудаһы табыуҙы юлға һалмаһаҡ, Магнитогорск комбинаты танкыларға кәрәкле броня ҡоросон етештерә алмаған булыр ине. Р. Өмөтбаев.
2. диал. Нәмә эл еү өсөн өйҙөң стенаһы буйлатып өҫкә ҡағылған нәҙек ағас; урҙа. □ Шест, прикрепляемый к стене ниже потолка, для развешивания вещей. Шәлең рудала эленеп тора.
РУДА ИНӘҺЕ (Р.: самородок; И.: nugget; T.: doğal... külçesi) и.
1. һөйл. Тәбиғи, саф көйөнсә табылған металл. □ Самородок. Руда инәһе тапҡандар.
2. миф. Мәғдән эйәһе, хужаһы. □ Дух-покровитель, хозяин руды.
РУДАЛЫ (Р: рудный; И.: ore; T: madenli) с. ҡар. мәғдәнле.
Руда ятҡылыҡтары булған. □ Рудный, рудоносный. Рудалы тауҙар. Рудалы таштар. И Мәулет, ҡоҙаһы Исмәғилдең уйҙарын хуплау менән бергә, элек асылған бай рудалы урында эште йәһәтерәк башларға кәңәш итте. Ғ. Хөсәйенов.
РУДИМЕНТ [рус. < лат. rudimentum ‘башланғыс’] (Р: рудимент; И.: rudiment; vestige; Т.: rudiment) и.
1. биол. Организмдың эволюцион үҫеше осоронда тәүге әһәмиәтен юғалтып, камиллашмай ҡалған ағза. □ Рудимент (рудиментарный орган). Рудименттар хайуандарҙа ғына тугел, кеше тәнендә лә бар.
2. кусм. кит. Юҡҡа сыҡҡан күренештең эҙе, ҡалдығы. □ Рудимент. / Рудиментарный. Рудимент куренеш. ■ IX—X быуаттарҙа төрки халыҡтарында «Ырыг битиг» тигән ырым китабы буйынса юрар булғандар. Башҡорттарҙағы Йософ китабы, һандар менән юрау шул традицияның рудименты булғанға оҡшай. Ә. Сөләймәнов.
РУДИМЕНТАР АҒЗА и. биол. ҡар. рудимент 1. Рудиментар ағзаларҙы өйрәнеу.
РУДНИК (руднигы) [рус.] (Р: рудник; И.: metal mine; T.: maden ocağı) и. һөйл. ҡар. мәғдән усағы.
Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыу өсөн булған ер аҫты ҡоролмалары системаһы
һәм шул сығарыу эшен башҡарған тау сәнәғәте предприятиеһы. □ Рудник. / Рудниковый. Баҡыр руднигы. Тимер руднигы. Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының руднигында көнө-төнө эш ҡайнай. ■ Өфөләге тау ҡорамалдары заводы алмас рудниктары өсөн электростатистик сепаратор эшләп сығара башланы. Ә. Вәли. Тубә руднигында сыға торған алтындар ошо Талҡаҫ төбөндәге алтын тауының уҫентеләре генә, ти, ул. 3. Биишева.
РУЗ [фарс. jjj] (Р: день; И.: day; T.: ruz, gün) и. иҫк.
1. Көн, көндөҙгө ваҡыт. □ День, дневное время. Руз яҡтыһы.
2. Хәл-әхүәл. □ Положение, состояние. Рузына инеу. ■ [Заятуләк:] Инеп килдем атымдан һинең рузыңа. «Заятүләк менән һыуһылыу».
РУЗА [фарс.] и. ҡар. ураҙа. Руза тотоу. Руза ғәйете.
РУЗГӘР [фарс. j^jjj] (Р: время; И.: time; T.: rüzgâr) и. иҫк. кит.
1. Тереклек, ғүмер; заман, ваҡыт. □ Время, эпоха. ■ Әуәл ата-бабаларымыҙ, падишаһтар хозурында етешеп, ғәҙәләт вә мәрхәмәттәр табып, аманатлыҡ вә сәләмәтлек илә ғумер-мәғишәләр рузгәр кисермештәр. «Батыршаның хаты».
2. Ел. □ Ветер. Еләҫ рузгәр. Рузгәр иҫә.
РУЗИ [фарс. (jjjj] и. иҫк. кит.
1. ҡар. ризык. Рузи табыу.
2. Яҙмыш. □ Судьба. ■ Был һуғышта ҡайҙа беҙгә изге ғәмәл, бер Хоҙайым иман рузи ҡылһын имде. Бәйеттән.
РУЗНАМӘ [фарс. ^jjj] (Р: газета; И.: newspaper; T: ruzname) и. иҫк.
1. Көндәлек ваҡиға һәм яңылыҡтар баҫыла торған ваҡытлы матбуғат баҫмаһы; гәзит. □ Газета. Рузнамә сығарыу. Рузнамә бите. Рузнамә уҡыу.
2. Көндәлек дәфтәр. □ Дневник. ■ Урыҫтарҙа бихисаби рузнамәләр һаҡланған. Ғ. Ибраһимов.
РУЛЕВОЙ [рус.] (Р.: рулевой; И.: helmsman; T: dümenci) и.
Рулен тотоп, кәмәгә, карапҡа йүнәлеш биргән кеше. □ Рулевой. Кәмәнең руле
294