РУПОР
войы. Рулевой булып эшләу. ■ [Бригаданың] һалы артыҡ ҙур булмаясаҡ, шулай булғас, куп тигәндә, дурт кеше етә: алда — бер рулевой, артта — кормала «ҡойроҡто» борғолаусы, ике яҡта — берәр һалсы. И. Абдуллин. Капитан гел уҙе ишергә тейеш тугел, уның рулевойы була. Д. Бүләков.
РУЛЕТ [рус. < фр. roulette ‘тәгәрмәс’ < router ‘төрөү’] и. кул. ҡар. ҡатлама I, 3. Картуф рулеты. Мәкле рулет. Рулет бешереу.
РУЛЕТКА [рус. < фр. roulette ‘тәгәрмәс’] (Р.: рулетка; И.: roulette; T.: rulet) и.
Оҙонлоҡ үлсәүе итеп ҡулланыла торған сантиметрлы таҫма. □ Рулетка. Металл рулетка. Рулетка менән улсәу.
РУЛОН [рус. < фр. rouleau] (Р: рулон; И.: roll; T.: rulo) и.
Тығыҙлап уралған нәмә (ҡағыҙ, тауар һ. б.). □ Рулон. / Рулонный. Бер рулон тауар. Ҡағыҙ рулоны. Бер рулон толь. ■ Ә станоктар, ус иткәндәй, Ташкенттағы әхирәттәрен, уҙе сығарған бынамын тигән туҡыма рулондарын Миңһылыуҙың иҫенә тошөрөп, сихри бер ауаз менән һаман шаулайҙар ҙа шаулайҙар. Ә. Байрамов.
РУЛЬ [рус. < нидерл. Ruer ‘ишкәк, руль’] (Р: руль; И.: helm; T: dümen) и.
Карап, самолёт һәм төрлө машинаны бороп йөрөтә торған ҡулайлама. □ Руль. Велосипед руле. Машина руле. Руль тәгәрмәсе. ■ Килә шофёр, елә шофёр, руле төшмәй ҡулдарҙан. Р. Ғарипов.
РУМЖА (Р: бревно, скрепляющее плот; И.: raft fixing log; T: salın direklerini bağlayan ağaç gövdesi) и. диал.
һал тотторғос ағас. □ Бревно, скрепляющее плот. Румжа менән беркетеу.
РУМЫН (Р: румын; И.: Roumanian; Т: Romanyah) и. этн.
Румынияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (роман телдәренең береһендә һөйләшә). □ Румын. / Румынский. Румын халҡы. Румын ҡатыны. Румын теле. ■ Румындарҙың унлаған танкыһы менән утарҙағы терәк пункты ҡыйратылғас та, подполковник Кусимов полкындағы эскадрондар дошман һалдаттары өҫтөнә ябырылды.
Я. Хамматов. 1944 йылдың сентябрь баштарында мин куптән тугел генә алынған румын ҡалаһы Констанцаны бер көн ҡыҙырып йөрөнөм. М. Кәрим.
РУН [рус. руны < сканд. гипа ‘сер’] (Р: руна; И.: rune; Т: run) и.
Ташҡа һәм төрлө ҡорал-ҡорамалға яҙып ҡалдырылған боронғо төрки, скандинав ҡәбиләләрендә ҡулланылған яҙыу системаһы. □ Руна. / Рунический. Рун яҙмалары. Рун яҙыуы. ■ Башҡорт тамғалары уҙҙәренең яҙылыу рәуеше, һыҙы-лышы менән боронғо төрки яҙмаларын тәшкил иткән рун яҙыуҙарын хәтерләтә. Экспедиция материалдарынан. Оҫта бәғзе бер рундарҙың яҙылышын — шәкелен асыҡлай. Рундар Ике йылға араһындағы боронғо шына яҙыуҙы ныҡ хәтерләтә хәтер-ләтеуен, ләкин куп йәһәттән айырыла. Б. Рафиҡов.
РУНА [рус. руны < фин. шпо ‘шиғыр, йыр’] (Р: руна; И.: runes; T: runo) и.
Карел, фин һәм эстон халыҡтарының боронғо эпик йыры. □ Руна, руны (старинные эпические песни карелов, финнов, эстонцев). Руна башҡарыу.
РУНИК (Р: рунический; И.: runic; Т: run) с.
Рун системаһына ҡараған. □ Рунический. Руник яҙыу. Руник тамға. Руник ҡомартҡылар.
РУПИЙ [рус. рупия < санскр. гируат] (Р: рупия; И.: Rupee; T: rupi) и.
Һиндостандың аҡса берәмеге; өрфөйә. □ Рупия. Рупийҙың халыҡ-ара аҡса әй-ләнешендәге ҡиммәте. ■ Минең атайым хөкумәттән бер миллион рупий пенсия ала, — тигәне лә булды [малайҙарҙың]. Ә. Бикчәнтәев.
РУПОР [рус. < гол. гоерег] (Р: рупор; И.: mouthpiece; T: megafon) и.
Тауышты көсәйтеп, кәрәк яҡҡа йүнәлтеү өсөн хеҙмәт иткән конуслы торба. □ Рупор. ■ Үҙәк аллеяға ҡуйылған радио рупоры тирәһендә халыҡ туп-тулы. Ә радионан хөкумәт белдереуе тапшырыла. Яр. Вәлиев. Элемтә йортонда радио рупоры .. Бизеижа-
295