Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII. 296 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VII

РУС
дының тәрән лирик һәм күтәренке моңдарын һибә. А. Карнай.
РУС I (Р.: русский; И.: Russian; T.: Rus) и. этн. кар. урыҫ.
Рәсәйҙең төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе (славян телдәренең береһендә һөйләшә). □ Русский. Рус ҡыҙы. ■ Светлана башҡорт мөхитендә үҫкән рус егетенең шул тиклем итәғәтле, уҡымышлы булыуына иғтибар итә. «Атайсал», 16 август 2013. Иртәнсәк хуш күңелле, алсаҡ, илгәҙәк, ҡунаҡсыл рус ҡатынының өйөн ҡалдырып, юлсылар ары киттеләр. Я. Хамматов.
РУС II (Р: русский; И.: Russian; T.: Rus) с.
Рус халҡының теленә, мәҙәниәтенә һ. б. ҡараған. □ Русский. Рус теле. Рус әҙәбиәте. Рус мәҡәлдәре. ■ Беренсе әҙерлек группаһының студенттары рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытыусы Иван Петрович Соловьёвтың дәрестәрен айырыуса яратып тыңлайҙар. Ә. Вәли. Гобар ашыҡмай ғына, ҡайһы ваҡыт кәрәкле рус һүҙҙәрен онотоп, туҡталып тороп, үҙенең сәйәхәтен хикәйәләне. И. Абдуллин. Мәскәү ҡыҙҙары, өҫкө палубаға күтәрелеп, еңел һәм етеҙ рус йырҙарын башлап ебәрҙеләр. Ә. Бикчәнтәев.
РУСИЗМ [рус.] (Р: русизм; И.: Russicism; T: Rusçadan alınan kelime) и.
Рус теленән үҙләштерелгән һүҙ. □ Русизм. Башҡорт телендәге русизмдар. Русизмдарҙы өйрәнеү.
РУСИСТ [рус.] (Р: русист; И.: specialist in Russian philology; T.: Rus dili uzmanı) u.
Русистика буйынса эшләгән белгес. □ Русист. Билдәле русист. Русист консультацияһы. Русист менән әңгәмә.
РУСИСТИКА [рус.] (Р: русистика; И.: Russian Studies; T: Rus dilbilimi) и.
Рус телен һәм мәҙәниәтен өйрәнгән фәндәр. □ Русистика. Русистика белгесе. Русистика өлкәһендәге хеҙмәттәр.
РУСЛАШТЫРЫЛЫУ (руслаштырыл ) ҡ. төш. ҡар. руслаштырыу, страд, от руслаштырыу. Руслаштырылған алфавит. Руслаштырылған исем. ■ 60-сы йылдар башынан уҡ республикала бик күп мәктәп руслаштырылды. Ә. Бейешев.
РУСЛАШТЫРЫУ (руслаштыр-) (Р: русифицировать; И.: Russify; T.: Ruslaştırmak) ҡ.
Рус булмаған халыҡтарҙы теле, ғөрөф-ғәҙәте буйынса русҡа әйләндереү. □ Русифицировать. // Русификация. Руслаштырып бөтөү. Халыҡты руслаштырыу. ■ X быуаттың 30-сы йылдары аҙағында .. совет власы яйлап ҡына аҙ һанлы милләттәрҙе төрлө юл менән руслаштыра башлаған. «Йәшлек», 24 май 2008.
РУСЛАШЫУ (руслаш-) (Р: обрусеть; И.: become Russian; T.: Ruslaşmak) ҡ.
Теле, ғөрөф-ғәҙәте буйынса русҡа әйлән-гән. □ Обрусеть, русифицироваться. // Обрусение. Руслашыу процесы. Теле руслаша башлаған. ■ Ана тегендә — руслашҡан немец баяры Готлунд биләмәһе. С. Поварисов.
РУССА (Р: по-русски; И.: in Russian; T.: Rusça) р.
1. Рус телендә. □ По-русски. Русса һөйләшеү. Русса уҡыу. Русса белеү. ■ Тора-бара Шәмсетдиндең дә иптәштәре алдында уңайһыҙланыры үтте, русса ла һәйбәт кенә өйрәнеп алды, уйын-көлкөгә ихлас ҡатнашыр булып китте. Р. Байымов. Миллионер Әхмәровта бер йылдан артығыраҡ эшләп, русса икмәк-тоҙлоҡ өйрәнеп, ауылға ҡайтҡан саҡта Гәрәй сауҙа, алыш-биреш әлкәһендә тамам шымарып өлгөргәйне инде. Б. Бикбай. Ауылға быйма баҫыусы рус килһә йәиһә русса яҙылған ҡағыҙ алынһа, Гәбделхәйгә сабалар. М. Ғиләжев.
2. Рус халҡына хас. □ По-русски. Русса бейеү. Русса кейенеү. ■ Бөтөнләй русса итеп кофта-юбка кейгән бисәләрҙе, ҡалаға барып уҡып йөрөүселәрҙе [Яңылбикә] яратмай. Ғ. Дәүләтшин.
РУССАЛАП (Р: по-русски; И.: in Russian; T: Rusça) р.
Рус телендә, рус теленә әйләндерел. □ По-русски. ■ Мин, тауышымды сығармай ғына, руссалап «позволь» тинем. С. Агиш. Атайым, руссалап ниндәйҙер һүҙҙәр әйтеп, Ҡарауыҙҙың [эттең] алдына йәнә бер киҫәк икмәк ырғытты. С. Кулибай. Ишек шаҡып өйгә ингәс, Ҡәйүм бик ихлас ҡиәфәттә руссалап иҫәнләште. Ғ. Лоҡманов.
296