РУХ
РУССАЛАШТЫРЫУ (руссалаштыр-) (Р.: русифицировать; И.: Russify; T.: Ruslaştırmak) ҡ.
Руссаға өйләндереү. □ Русифицировать. Ауыл исемдәрен руссалаштырып һөйләу. Андроидты руссалаштырыу.
РУТЕНИЙ [рус. < лат. ruthenium] (Р: рутений; И.: ruthenium; T.: rutenyum) и. хим.
Платина төркөмөнә ингән аҡ буҙ төҫтәге еңел ҡаты металл (ювелир нәмәләр, лаборатория һауыттары эшләу өсөн ҡулланыла). □ Рутений. Рутений тетраоксиды. Рутений — инерт металл. Рутений сығарыу.
РУТИЛ [рус. < лат. rutilus ‘һарғылт ҡыҙыл, сағыу ҡыҙыл’] (Р: рутил; И.: edisonite; T.: rutil) и. хим.
Аҡ, һарынан алып ҡусҡыл ҡыҙыл төҫкә тиклем булған минерал. □ Рутил. Синтетик рутил. ■ Белорет ҡалаһының мәктәп уҡыусылары рутил ятҡылыҡтарына тап булды. Картотека фондынан.
РУТИН [рус. < лат. rutin] (Р: рутин; И.: rutin; T.: rutin) и.
Сәй япрағында, ҡарабойҙайҙа була торған витаминға бай матдә (дарыу итеп ҡулланыла). □ Рутин. Рутины булған препарат. Рутин ҡабул итеу.
РУТИНА [рус. < фр. routine ‘таһыллыҡ’] (Р: рутина; И.: routine; T.: rutin) и.
Иҫкелек, иҫкеселек, торғонлоҡ, ҡатып ҡалғанлыҡ. □ Рутина. / Рутинный. Рутина ҡабатлана.
РУХ [ғәр. cjj] (Р: дух; И.: spirit; T.: ruh) и.
1. дини. Дини ҡарашса, кеше һәм йәнлектәрҙе мәңге тере итә торған, матди булмаған үлемһеҙ башланғыс (улем килгәндә, тәндән сығып, куккә оса). □ Дух, душа. ■ Hyp улының рухы уға [Нәсимә апайға] тынғылыҡ бирмәне. И. Абдуллин.
2. миф. Үлгән кешенең, тәндән сығып, үҙ алдына күҙгә күренмәҫ хәлдә йәшәгән, тәбиғәттән өҫтөн үлемһеҙ шәүләһе (кеше араһына килеп йөрөй). □ Душа умершего. Изге рух. Шәһит рухтар. Ата-бабалар рухы. ■ Үлгән кешенең рухы — әруахтар ҡырҡ көн буйы өйөнә килеп-китеп тора. Килһә, сей башына ултыра ла хәйер биргәнде көтә, ти. Р. Һаҙыева. Барсын, кәшәнә эргәһенә
тубыҡланып, әруах рухына аят сыҡты, унан, изге бәндә рухы яғылған таштарға һыйынып, уңайлап ултырҙы, ойоғандай булды, тынысланды. Т. Ғарипова.
3. фәлс. Материалистик философияла: юғары үҫеш кимәлендәге материяның үҙенә генә хас сифаты булған аң-фекер.
□ Духовное. Рух — материяның иң юғары продукты.
4. фәлс. Идеалистик философияла: бөтә нәмәнең, күренештәрҙең нигеҙендә ятҡан матди булмаған башланғыс. □ Духовное начало. ■ Башҡорт халҡының тарихын ҡәбергә индермәй, рухын һундермәй мәңгеләштереп килеуселәр Ғәбит сәсән, уны данлап, кутәреп йөрөусе Мөхәмәтша Буранғол кеуектәр тугелме ни?! Р. Байымов.
5. Кешенең эске уй-тойғоһо; күңел, йән. □ Душевное состояние, дух. Рух байлығы. Рух аҙығы. ■ Кисе лә, хикәйәте лә һине ирекһеҙҙән уйланырға, тормоштоң матурлығы, кеше рухының гузәллеге .. хаҡында уй йөрөтөргә мәжбур итә бөгөн.
3. Биишева. Сәлихтең рухы ошо көнгә тиклем төшөнкө йөрөнө. С. Агиш. Купшы кейенеп, сәсен ҡырын тарап, кутәренке рухта ул [Сергей] академияға юл тотто. А. Абдуллин.
6. Кешенең эске хәле, мораль көсө.
□ Сила воли, дух. Һуғышсан рух. Рух биреу. Рух ныҡлығы. Рух төшөу. ■ Рухым кутәрелде минең дә, эйәрләнем мин дә атымды. С. Юлаев. Нурҙың йөрәгендә бала саҡтан уҡ хәрби рух йәшәй ине. И. Абдуллин. Кайһы саҡта тормош тауҙай баҫа. Кыйыу барам. Идеал саҡыра мине, фекерем, рухым сыныға шул саҡта. М. Хәй.
7. кусм. Нәмәнең нигеҙен билдәләгән төп йүнәлеш, характерлы үҙенсәлек, асыл.
□ Дух. ■ Кусем нигеҙләнгән көнөнән алып һуңғы ваҡыттарға тиклем хәрби традицияларға бай, дошмандарҙы ҡыйратыуҙа батырлыҡ рухы менән һуғарылған ауыл була. Р. Өмөтбаев.
8. Кешенең үҙен тотошон, фекер йүнәлешен билдәләгән нигеҙ. □ Дух. ■ Башҡорт ерендә уның [Сергейҙың] куп нәмәгә
297